6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

ЕвроОльга
02.03.09


       Өфөлә барған "Евробиатлон"дың сағыу буласағы беренсе көндән үк билдәле ине. Бөтә йәш йондоҙҙар ҙа килмәгән - уныһы мөһим түгел. Иң мөһиме - ҙур байрамдың мөхите күп һанда йыйылған тамашасылар тарафынан булдырылды. Көйәрмәндәр менән тулы трибуна, яҡшы трасса, өс төҫтәге флагтың матур итеп елберҙәүе, рәсәйҙәрҙе көслө тауыштар менән хуплау...
       Эйе, биатлондың йәш төҫө, әлбиттә, Өфөгә Ванкувер Олимпиадаһы алдына сығырға өҫтөнлөк бирҙе. Трассаны һәм унда үҙеңде һынап ҡарарға кәрәк бит. Әммә бында йондоҙҙарһыҙ булмай. Руне Братсвен - был егет бик күптәр менән Норвегия федерацияһында Бьорндален киләсәгенә яҙылған инде. Анастасия Кузьмина (Словакия) Пьонгчангта, бөтә йондоҙҙàðƒû òèåðëåê артòа ҡалдырып, Ольга Зайцеванан башҡа, донъя чемпионатының көмөш призеры булды. Украиндар лайыҡлы команда алып килгән - бер Вита Семеренко ни тора! Рәсәйҙәр Яна Романова һәм Евгений Устюгов - Рәсәй йыйылмаһы ағзалары. Улар беренсе ролдәрҙә түгел, әммә, йәштәре буйынса ҡарағанда, уларҙың айырылып тороу өсөн шаҡтай өмөтө бар.
       Үкенескә ҡаршы, Мария Сергиенко (Өфө) күнекмәләр йыйылмаһы йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең үҫмерҙәр йыйылмаһы составына эләгә алманы һәм тыуған ҡалаһында чемпионатта сығыш яһамаясаҡ. Маша көймәһен, артабан эшләүен дауам итеүҙе теләйек. Башта килеп сыҡмай, ә аҙаҡ бөтәһе лә уңышлы була ул.
       Ана, Пьонгчангта донъя чемпионатында "көмөш" һәм Өфөлә Евробиатлонда ике "алтын" алған Анастасия Кузьмина (Словакия) - ул, асылда, элек Рәсәй гражданы булған, Шипулинаға күпмелер ваҡыт уңыш йылмаймаған бит. Ул үҫмерҙәр чемпионатынан һуң, өлкәндәргә күсеп, донъя кубогында иң яҡшы тәүге тиҫтәгә хатта инмәгән. Аҙаҡ уның балаһы тыуа, декрет отпускыһынан һуң Рәсәйҙә һайлап алыуҙы Кузьминаға баштан башларға тура килер ине. Анастасияның ире, саңғы ярышы буйынса Израиль йыйылмаһы ағзаһы Даниэль Кузьмин, оҙаҡ йылдар Словакияла йәшәй. Был илдә рәсәйҙәр менән ҡыҙыҡһыналар. Анастасия гражданлығын үҙгәртә һәм үткән йылдың сентябренән Словакия данын яҡлай. Был миҙгелдә ул донъя кубогында утыҙҙар рәтенә инә алманы, әммә Пьонгчангта йондоҙҙар уҙышында, масс-стартта, тырышлыҡ һәм уңыш тап килде - һәм уның муйынын дәрәжәле шәхси "көмөш" биҙәй.
       Өфөлә Кузьминаның уңыштары дауам итә. Анастасия шәп йүгерҙе һәм атыу күрһәтте. Спринтта һәм эҙәрлекләү уҙышында уға тиңдәр булманы. Ике уҙышта ни бары бер яҙа атыу, һәм уныһы һуңғы рубежда пасьютта булды. Әйткәндәй, Өфө публикаһы шулай уҡ көслө тауыш менән Кузьминаны дәртләндерҙе.
       - Настя, һеҙ донъя чемпионаты призеры булараҡ, ни өсөн Өфөгә килергә булдығыҙ? Ванкуверҙа ауыр буласаҡ - һеҙ арыйһығыҙ бит.
       - Пьонгчангта уҡ ҡатнашыу тураһында ҡарар иттем, билет алдым. Ғөмүмән, миңә таныш трассала, Рәсәйҙә сығыш яһауы күңелле. Көйәрмәндәр миңә көс өҫтәй, был үтә лә күңелле. Минең туған-тыумасам - әсәйем һәм апайым Төмәндән килде, улар минең өсөн көйә. Шуныһы үкенесле, мин хәҙер ағайым Антон Шипулин менән Олимпиадала ҡатнаш эстафетала Рәсәй äàíûí ÿºëàé àëìàéûì. Беҙҙең шундай изге теләк бар ине, әммә хәҙер мин Словакия исеменән сығыш яһайым.
       Өфөгә иң көслө биатлонсы Яна Романова килгән. Пьонгчангта уға иң көслө Рәсәй йондоҙҙары артында ултырырға тура килгән. Индивидуаль уҙышта берҙән-бер старт, Романова һүҙҙәренә ҡарағанда, килеп сыҡмаған. 24-се урын - был рәсәйҙәрсә түгел.
       Өфөлә көслө дәғүәселәр күп áóëìàíû, һәм Романова, спринтта уңышлы атып, икенсе урын алды. Яна эҙәрлекләү уҙышында дүрт рубежда өс тапҡыр яҙа атты. Һуңғы әйләнмәлә Вита Семеренко яҡшы күрһәткескә өлгәште - ул беҙҙең биатлонсыны уҙып китте һәм "көмөш" яуланы. Украина биатлонсыһы бишенсе урындан икенсе урынға күтәрелде.
       ×åìïèîíàòòû¾ áåðåíñå ê³í³íäœ, ñïðèíòòà, Евгений Устюгов һәм Антон Шипулин берәр яҙа атты, әммә ике штраф әйләнәһе йүгергән норвег Руне Братсвендан ваҡыт буйынса ҡалыштыëàð.
       Өфөнөң көмөш спринтеры Устюгов һәм бронза спринтеры Шипулин эҙәрлекләү уҙышында позицияларын яҡшыртты тип әйтеп булмай. Антон дүрт рубежда биш тапҡыр яҙа атып, өсөнсө урындан туғыҙынсы урынға тәгәрәне. Евгений - икенсе урындан ун беренсе урынға. Башта бөтәһе лә һәйбәт булды, әммә ике яҡшы атыуҙан һуң уҙыш лидеры аҫҡа тәгәрәй башланы. Ике тапҡыр яҙа атыу, тағы ике - һәм түбән һөҙөмтә.
       Ир-ат пасьютына килгәндә, немец Даниэль Бем беренсе булды, ул шәп йүгерҙе һәм, өс яҙа атыуға ҡарамаҫтан, унынсы урындан юғарыға күтәрелә алды. Сергей Седнев (Украина) - икенсе, ул эҙәрлекләү уҙышын яҙа атыуһыҙ үтте һәм ун бишенсе урындан күтәрелде! Тағы бер герой - Руне Братсвен. Ул насар атты, әммә аяºòàðы менән, алты яҙа атыуға ҡарамаҫтан, "бронза" яуланы!
       Йәш биатлонсылар тураһында. Уларға нишләптер иғтибар аҙ булды. Улар өсөн регламентта хатта матбуғат конференцияһы ла күрһәтелмәгән.
       Вилухина спринтта еңде. "Ñïîðò" êàíàëû áóéûíñà óƒûøòû ºàðàšà¾, œ óíäà ëœì-ìèì! Ярай әле, ул биатлон буйынса асыҡ Европа чемпионатының икенсе көнөндә, 26 йәшкәсә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда è¾ яҡшы тиҙлек күрһәткәс, уға иғтибар итергә булдылар.
       Спринтта ул үҙ эшен ышаныслы башҡарҙы - тауға һикерҙе, публика ҡысҡырған тауыш аҫтында аныҡ атты. Ни бары бер яҙа атыу, өлкән призер ҡатын-ҡыҙҙарға хас булған тиҙлек. Һөҙөмтәлә беренсе урын. Икенсе булып килгән Анастасия Калина (Рәсәй) рубежда бер хата ебәрҙе, әммә ул йүгереүҙә 58,8 секундҡа ҡалышты. Марин Булье (Франция) өсөнсө булды.
       Вилухина эҙәрлекләү уҙышында үҙенең хәлен нығытты. Уның тиҙлеге, был турала беҙ яҙҙыҡ, үҫмерҙәр өсөн иң һуңғыһы, өлкәндәрҙеке ине. Ә атыу - тәжрибәле спортсылар атыуына ҡарағанда, яҡшыраҡ булды. Егерме атыуҙан ни бары бер яҙа атыу һәм уныһы ла - һуңғы атыуҙа. "Был почет әйләнмәһе буласаҡ!" - тиï š³ðœíëœíå òྠºàëàí комментатор Андрей Юртаев, Вилухина 150 метрлыҡ штраф әйләнмәһенә юлланғас.
       Анастасия Романова (Рәсәй) пасьютта икенсе һөҙөмтә күрһәтте һәм өс минут та 39,3 секундҡа ҡалышты. Марин Булье өсөнсө булды.
       Әлбиттә, ойоштороусылар ике ҡаҙаныштан һуң Âèëóõèíà ³ñ³í матбуғат конференцияһы ¼òêœðìœé áóëäûðà àëìàíû. Íè ³ñ³í éœø áèàòëîíñûëàðƒû¾ æóðíàëèñòàð ìåíœí îñðàøûóû ðœñìè ðåãëàìåíòºà èíìœãœí?
       Вилухина нимә һөйләгән? Әлбиттә, ҡыуанған. Уға ҡайғырырға сәбәп юҡ.
       ²ô³íœí éәш биатлонсы Сергей Кугубаев спринтта һәм пасьютта насар йүгерҙе тип әйтеп булмай, ул дүрт тапҡыр яҙа атты. Уның нәҡ ошо хаталары миҙалға йүгерергә аяҡ салды ла инде. Спринтта ул унынсы, пасьютта - бишенсе. Норвег биатлонсыһы Тарждей Бе ике тапҡыр еңеү яулай. "Көмөш" миҙалды немец Симон Шемпп эләктерҙе. Спринтта Владимир Чепелин (Белоруссия) өсөнсө булды, пасьютта Алексей Волков (Рәсәй) "бронза" алды.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал