Мәҙәниәт // Персона
Анна Ибраһимованың лабораторияһы
24.02.09
Минең диссертациямдың темаһы "Карбонил áóëàí ºóøûëìàëàðƒû энантиоселектив тергеҙеү өсөн биокаталитик системалар эшләү". Был тема өҫтөндә эшләү ҡыҙыҡ булды, сөнки тикшереү химияны һәм биологияны солғап алды. Биотехнологиялар - ул перспективалы йүнәлеш, - ти Анна Ибраһимова.
Ҡыҙыҡ тема, һөйкөмлө йәш ҡатын. Анна Ибраһимова - рәссам.
- Мин тере организмäàð менән эшләнем, - ти Анна, - микроорганизмдар эҙләнем, улар бер ºóøûëìàíû икенсеһенә әйләндерергә һәләтле. Был процесс бик тиҙ, бер нисә сәғәт дауам итә. Алынған матдәләрҙе төрлө өлкәлә ҡулланып була. Тикшеренеү һөҙөмтәһендә мин шундай ºóøûëìàëàр алдым, уларҙан бөжәктәрҙең феромондары берләштерелде. Был дүртенсе быуын инсектицидтар (зарарлы бөжәктәрҙе бөтөрөү өсөн ҡулланылған ағыулы химикаттар).
Анна 2003 йылда диссертация яҡлай. Фән - минең тормошоìда иң ҡыҙыҡлыһы, тип һанай ул. Әммә тикшереүҙәр, улар менән Анна шөғөлләнә, икенсе дәрәжәләге эффектҡа эйә - улар кеше һаулығына кире йоғонто яһай. Анна Ибраһимова, лабораторияны ҡалдырып, ижад энергияһына юл таба - рәссам була.
- Минең һүрәт төшөрөргә теләгем бар ине, һәм мин быға һәр саҡ ынтылдым. Хәҙер мин быға күп ваҡыт бүләм.
Анна Ибраһимова - һоҡландырғыс ҡатын. Уның һирәк таланты бар - ул тирә-яҡ арауыҡты энергия менән һуғара. Уның янында моңаям тимә, киреһенсә, тормошҡа шатланаһы килә. Һәм уның эштәре, буяуҙар томанлы булһа ла, ә һындар һағышлы серлелеккә солғанһа ла, камил позитив. Анна үҙе тураһында һөйләп бармай, ул күберәк башҡалар тураһында һөйләргә ярата.
- Минең әхирәтем һәм коллегам Эвелина Колязова - ысын рәссам. Уíû¾ эшòðå - гениаль! - ти Анна.
Анна һәм Эвелина рәссам ҡатын-ҡыҙҙар төркөмөндә тора. Надежда Масленникова - студия етәксеһе Аннаның остазы. Надежда Александровна шундай коллективты йыя алған, унда янып торған ҡатын-ҡыҙ хислелеге рәссамдың ижади энергияһы менән үрелгән.
- Ҡатын-ҡыҙ коллективында йыш ҡына ярышыу барлыҡҡа килә, - ти Анна. - Ҡатын-ҡыҙ һәр саҡ тойғоға бай, ә ижад кешеләре дан һөйөүсәнлек менән айырыла. Беҙҙең студияла ундайҙар юҡ. Беҙ коллегаларыбыҙҙың эше менән һоҡланабыҙ. Әгәр коллегамдың эше матур килеп сыҡҡан икән, тимәк, мин дә булдыра алам бит, тип уйлайһың.
"Ҡатын-ҡыҙ вернисажы" студияһы бер ниндәй ижадè сиктәр ºóéìàé. Эвелина Колязова тере материалдар менән тәжрибә үткәрә, ҡайырҙан, кипкән алманан, юнысҡыларҙан һүрәттәр яһай. Флүзә Ардыуанова - халыҡ кәсептәре буйынса белгес, уның кейеҙҙән яһаған панноһы символика менән тулған. Анна Ибраһимова һәр күргәҙмәгә яңы эштәр серияһын әҙерләй. Рәссам төрлө техника ҡуллана.
- Екатеринбургта мин рәссам Сергей Григорьев-Пикассо күргәҙмәһендә булдым, - тип һөйләй Анна. - Һынлы сәнғәт музейында урынлашҡан күргәҙмә уның 50 йәшенә арналды. Мине уның техникаһы йәлеп итте, мин уны ҡулланырға ҡарар иттем.
Һөҙөмтәлә Анна картиналар серияһы яҙа, уларҙа бәләкәй генә мөләйем заттар үҙ тормошо менән йәшәй. Үтә күренмәлеләр, тулы кәүҙәлеләр, йомшаҡтар - әллә фәрештәләр, әллә мумми-троллиҙар. Был серия "Урал" галереяһында "Ҡатын-ҡыҙ вернисажы" күргәҙмәһендә күрһәтелде.
- Импрессионизм йүнәлешенән барыусыларҙы хөрмәт итәм, - ти Анна. - Миңә уларҙың эшенең яҡтылығы, сағыу буяуҙары яҡын. Венецияла заман сәнғәте галереяһында булған ваҡытта Малявин эштәре менән һоҡландым. Третьяков галереяһында Врубель эштәрен күргәс, иҫем китте. Уның эштәре мине үҙенең энергетикаһы менән "ҡапланы".
Анна рәсем төшөрөү техникаһын пастелдән (рәсем төшөрөү өсөн йомшаҡ буяу ҡәләмдәре) үҙләштерә башлаған, аҙаҡ майлы буяуҙы "буйһондорған".
- Миңә йомшаҡ буяу ҡәләмдәре менән эшләүе еңел, - ти Анна. - Беҙ бөтәбеҙ ҙә бала саҡта аҡбур менән төшөрөргә ярата торғайныҡ. Пастель үтә йомшаҡ, ҡатлам-ҡатлам буяу һалына, һәм ғәҙәти булмаған тойғо барлыҡҡа килә.
Анна буяу менән автопортрет төшөрә башлай, лессировка техникаһын ҡуллана. Лессировка - ул кипкән буяуҙар өҫтөнә йоҡаҡ итеп яңынан буяу һалыу. Һүрәт күләмле, тере күренә. Анна бармаҡтар менән буяу техникаһын үҙләштергән.
- Майлы буяу менән эшләргә яратам, - ти рәссам. - Миңә уның төҫө, фактураһы, хатта еҫе оҡшай.
Анна Ибраһимова шартлылыҡты һөйһөнмәй. Ул ижадты ғына таный. Рәссамдың оҫтаханаһы юҡ, уға ҡайҙа уңайлы, ул шунда ижад итә. Уның фатиры рәссам өсөн оҫтахана булды. Анна аш бүлмәһендә өҫтәлдә йәки йоҡо бүлмәһендә иҙәндә эшләй. Рәссам үҙенең эшòœðåí йыш ҡына ҡайтанан уйлай, уларҙы яңынан ижад итә, уларға яңы һыҙаттар өҫтәй.
Миҫал өсөн, Аннаның бер эше майлы буяу менән ижад ителгән. Унда хәтфәнән эшләнгән ашъяулыҡ йәйелгән өҫтәл һүрәтләнә, унда сынаяҡтар, фарфорҙан яһалған статуэтка ҡуйылған. Был һүрәт башҡарыу техникаһы менән йәлеп итә. Һәм Анна картинаға драматизм өҫтәргә ҡарар итә.
- Мин был эште ваҡытҡа тейешле баһа биреү рәүешендә ижад иттем. - Хәтфәнән эшләнгән ашъяулыҡ, сынаяҡтар формаһы - былар барыһы ла 50-се йылдарҙың башын йәки 40-сы йылдарҙың аҙағын һүрәтләй. Был ваҡыт тыныс кеүек, кешеләр тотороҡлолоҡ тоя башлай. Әммә шул уҡ ваҡытта ҡурҡыу бөтмәгән әле. Һүрәттәге кобура - ул хәүеф һәм тынысһыҙлыҡ символы.
Анна Ибраһимованың ижады - уның тормошоноң күсермәһе ул. Уның хисле торошо рәссам өсөн илһам булып хеҙмәт итә.
- Әгәр һин ағас булмаһаң, һин сағыу кисерешкә һәләтле, - ти Анна. - Тормоштағû бөтә күренеште үҙемдең ижадымда сағылдыраһым килә. Әйләнә-тирәләге тормош - иң яҡшы илһам сығанағы.
Юлия Антипина.