6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Хореография

Республика өсөн ынйы муйынсағы
18.02.09


       Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле хаҡлы рәүештә республиканың ынйыһы тип һанала. "Ғәскәровсылар"ҙың бейеүҙәре күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡлана: уларҙа юғары хореографик оҫталыҡ, авторҙың үҙенсәлекле идеяһы, халыҡсан характерҙың иң сағыу һыҙаттары үрелгән. Коллективтың танылған солистарына бөтә донъя тамашасылары ҡул саба. Халыҡ бейеүҙәре ансамблендә ынйы бөртөктәре бар: кескәй төркөмдәр.
       Кескәйҙәр ансамблгә алты йәштә килә. Көҙгө залдарҙа әле 160-тан ашыу йәш бейеүсе шөғөлләнә. Кемдер, бала шунда уҡ донъя халыҡтары бейеүҙәрен өйрәнә башлай, тигән фекерҙә. Әммә улар яңылыша. Бейеү - ул сәнғәт тә, спорт та, тимәк, етди әҙерлек эше кәрәк.
       - Кескәйҙәр күпмелер мөһим дисциплиналар өйрәнә, уларҙы белмәй тороп оҫта бейеүсе булып булмай, - ти кескәйҙәрҙең остазы һәм халыҡ бейеүҙәре ансамбле артисткаһы Альбина Нуриманова. - Һәр уҡыуҙар алдынан музыкаль белемлелек дәрестәре мотлаҡ. Улар ритм һиҙемен һәм музыканы ишетеү һәләтен үҫтерергә ярҙам итә. Балалар ритмлы гимнастика менән дә шөғөлләнә. Бер яҡтан, беҙ ритмикаға акробатика элементтарын индерәбеҙ, икенсе яҡтан, художестволы гимнастикаға яҡынлаштырабыҙ. Беҙҙәге тәрбиәләнеүселәр класта, станок янында кәрәкле дәрестәр ала, унда хореографик элементтар үҙләштерелә. Аҙнаһына өс тапҡыр бейеү өйрәнәбеҙ.
       Йәш бейеүселәр күп кенә элементтарҙы иҙәндә ятҡан килеш үҙләштерә. Кескәйҙәр гимнастика келәмдәрендә урынлаша һәм Альбина Радик ҡыҙы етәкселегендә күнекмәләр яһай.
       Кескәйҙәр тырыша. Көслө тән һәм уға контроль - былар бейеүсе өсөн мөһим. Был мөһимлеге буйынса икенсе инструмент. Кескәйҙәр быны яҡшы аңлай. Бейеүҙә иң мөһиме - ул интеллект, аҡыл, ижади һәм тиҙ фекерләү һәләте.
       - Бейеү баш аша үтергә тейеш, быны аңламай тороп яҡшы бейеүсе булып булмай, - ти хореограф һәм билдәле артист Рөстәм Мөлөков. - Беҙ кескәйҙәргә нәҡ ошо ҡарашты һеңдерәбеҙ. Әгәр башта бейеү булһа, әгәр ул күңелдә янһа, егәрлелек һәм тырышлыҡ маҡсатҡа өлгәшергә ярҙам итә. Ә бер техника ғына уҡыусыны бейеү оҫтаһы яһай алмай.
       Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле йәш бейеүселәрҙе йыйыуға етди ҡарай.
       - Һәм беҙ, Ғәскәров вариҫтары, һәр бала талантлы, тип һанайбыҙ, - ти ансамбль директоры Рәфис Хәлимов. - Беҙҙең төркөмгә эләгеүе ҡыйын түгел. Әгәр баланың бейергә оҫталығы бар икән - ҡуш ҡуллап алабыҙ. Баланың бейергә теләге булырға тейеш. Бөгөнгө көндә беҙҙә биш төркөмдә балалар шөғөлләнә.
       Кескәйҙәр дәрестәргә махсус формала килә. Ҡыҙҙарҙа - ҡара төҫтәге гимнастика купальнигы һәм пачка һымағыраҡ аҡ итәк. Малайҙарҙа төҫтәр киреһенсә бүленгән: аҡ футболка һәм ҡара шорттар. Балетта бындай талапсанлыҡ ғәҙәткә ингән, тамашасы халыҡ бейеүендә ғәҙәттә төҫтәр һәм дәрт күрә. Кескәйҙәр үҙҙәренең тәүге сағыу костюмдарын майҙа аласаҡ - улар беренсе тапҡыр концерт бирә.
       - Кескәйҙәр бейеү спектаклендә ҡатнашасаҡ, әммә улар был турала белмәй әле. Был улар өсөн сюрприз буласаҡ. Беҙ шоу әҙерләйбеҙ, унда 10-12 номер күрһәтелә. Спектакль 45 минут барасаҡ. Май осраҡлы һайланманы, был айҙа мәктәптәрҙә каникул башлана, һәм майҙа концерт күрһәтергә лә уңайлы. Кескәйҙәр бейеүҙә яһаған тәүге аҙымын оноторға тейеш түгел. Шуға күрә беҙ йәш бейеүселәр тураһында фильм төшөрөргә уйлайбыҙ, - ти Альбина Нуриманова.
       Танылған коллективта алған дәрестәр тормошта ярҙам итәсәк, тип һанай ансамблдең кескәй ынйылары.
       - Беҙ күп, оҙаҡ шөғөлләнәбеҙ, күп көс түгәбеҙ, - ти Ләйсән Шаһисолтанова. - Беҙ үҙ ваҡытыбыҙҙы дөрөҫ бүлергә, тәртипле булырға өйрәнәбеҙ.
       Ләйсәнгә 12 йәш. Элегерәк ул башҡа коллективтарҙа шөғөлләнгән, ә хәҙер - "ғәскәровсылар" ансамблендә. Бейеү - ул хобби, тип һанай Ләйсән. Уның фекерен бер кем кире ҡаҡмай.
       - Ваҡыты шундай, кешеләр сәнғәт юлын һайлап бармай, - ти Рөстәм Мөлөков. - Айырыуса ир-аттар, егеттәр, малайҙар. Беҙҙә партнерҙар менән проблема юҡ, ә башҡа коллективтарҙа бар. Әлбиттә, беҙ ансамблдә тәрбиәләнгән бейеүселәрҙең халыҡ артисы булыуын теләр инек. Әммә беҙ профессионалдар әҙерләүҙе төп бурыс итеп ҡуймайбыҙ. Беҙ балаларҙа бейеүгә һөйөү тәрбиәләргә тырышабыҙ.
       - Кескәйҙәр бөтәһе лә егәрле һәм талантлы, - ти Альбина Нуриманова. - Әммә педагог баланы бейеүгә генә өйрәтмәй. Ул халыҡ мәҙәниәтенә лә һөйөү тәрбиәләргә бурыслы.
       Коллектив үҙенең 70 йыллығын билдәләйәсәк, һәм быуындың күсәгилешлелеге мөһим. Оҫталыҡ, идеялар, әхлаҡи сифаттар быуындан-быуынға күсә килә. Ансамбль етәкселеге коллектив ветерандары менән кескәйҙәр осрашыуын даими үткәрергә планлаштыра. Коллектив шулай уҡ музей асырға уйлай.
       - Бөгөнгө көндә 160 йәш бейеүсе "ғәскәровсылар" рухында áåéå¼ î¿òàëûºòàðûí ¼ƒëœøòåðœ, - ти ансамбль директоры Рәфис Хәлимов. - Кескәйҙәрҙе "ғәскәровсылар" репертуарында тәрбиәләйбеҙ. Коллективта дуҫлыҡ мөһим. Кескәйҙәрҙе быға ансамбль артистары төшөндөрә, был үтә мөһим. Шулай итеп бейеүгә ҡарата "ғәскәровтарса" айырым мөнәсәбәттәр эшләнелә. Кескәйҙәр - ул беҙҙең ынйыларыбыҙ. Улар тиҙҙән коллективты биҙәйәсәк.

Юлия Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал