6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Өфө ҡалаһының почетлы гражданы
07.02.09


       2004 йылдың 14 майында Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа Өфө ҡалаһының социаль-иҡтисади үҫешенә индергән ҙур өлөшө, Башҡортостан Республикаһының авторитетын күтәргән, дуҫлыҡты, милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты нығытҡанû өсөн "Өфө ҡалаһының почетлы гражданы" исеме бирелде.
       Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовтың лайыҡлы наградалары күп. Ул "II дәрәжә Ватан алдындағы ҡаҙаныштарû өсөн" ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы, "Почет билдәһе", "Башҡортостан Республикаһы алдында ҡаҙаныштарû өсөн", "Салауат Юлаев" ордендары һәм бик күп йәмәғәт наградалары менән наградланған.
       Мортаза Ғөбәйҙулла улына Өфө ҡалаһының почетлы гражданы исеме ҡәҙерлелер, моғайын. Мортаза Рәхимов 1934 йылдың 7 февралендә Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында тыуған. Уның атаһы Ғөбәйҙулла Рәхимов "Накас" колхозын ойоштороусыларҙың береһе булған, аҙаҡ етәкселек иткән. Ул эшләгән ваҡытта колхозсыларға пенсия бирә башлағандар.
       "... Күгәрсен районы ҡайын урмандарына, тауëû йылғалара áàй. Мортаза Рәхимовтың тамырҙары бына шундай мөһабәт урындарҙан үҫеп сыҡҡан", - тип яҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Александр Филиппов, уның тиҫтере. - Беҙҙең Йомағужа ауылында ике урта мәктәп бар ине: береһе - рус, икенсеһе башҡорт мәктәбе. Мин рус мәктәбендә уҡыным, Мортаза - башҡорт мәктәбендә. Мәктәп янында күрше ауыл балалары өсөн интернат бар ине, унда Мортаза йәшәне. Ул Йомағужанан 18 километр алыҫлыҡта урынлашҡан ауылда тыуған. Атаһы ялдан йәки каникулдан һуң малайын атта килтерә алмаған саҡта, Мортазаға Йомағужа мәктәбенә төпләнгән быймала йәйәү килергә тура килгән. Өҫтәүенә бер аҙналыҡ аҙыҡ та йөкмәргә кәрәк.
       Ике мәктәптең көн итеүселәре, - тип хәтерләй Александр Филиппов, - айырым уҡыныҡ, әммә малайҙар менән урам уйындарында бергә булдыҡ. Беҙ йыш осраша инек, моғайын, көн дә осрашҡанбыҙҙыр. Айырыуса ҡыш, уҡыған ваҡытта. Йәйен ул ауылға атаһы янына ҡайтты... Ул саҡта, мин яҙыусы булырмын тип, төшөмә лә кермәгәндер. Ә минең йәштәшем, беҙҙең кеүек ауыл малайы, Башҡортостандың беренсе Президенты булыр тип, уйыма ла килмәне".
       Үкенескә ҡаршы, Мортаза Рәхимовтың бала сағы, мәктәп йылдары тураһында аҙ билдәле. Ә бына баш ҡала менән Өфөнөң почетлы гражданының бөтә ғүмере бәйләнгән, тип әйтеп була. Был турала Мортаза Рәхимовтың биографияһы һөйләй. Мортаза Рәхимов Йомағужа урта мәктәбен тамамлағас, Өфөгә килә һәм 1956 йылда нефть техникумын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор булып башлай. 1960 йылдан Мортаза Рәхимов КПСС-тың XXII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводында эшләй. 30 йыл дауамында установка начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары, производство начальнигы урынбаҫары, яңы  производстволарҙы эшкә ҡушыу һәм көйләү буйынса баш инженер урынбаҫары була. 1964 йылда Мортаза Ғөбәйҙулла улы юғары белем ала - Өфө нефть институтын тамамлай. Эш һөйөүсәнлек, производствоны яҡшы белеү, "асылына төшөнөү" ынтылышы - был һыҙаттар 1986-1990 йылдарҙа Мортаза Ғөбәйҙулла улына баш химиктан - баш инженер урынбаҫары, баш инженерҙан алып завод директорына тиклем хеҙмәт юлын үтергә булышлыҡ итте.
       Мортаза Рәхимов заводта эшләгән ваҡытта күп эштәр башҡарҙы. Яңы производстволар сафҡа индерелде, заманса линиялар һәм ҡулайламалар монтажланды. Инженерҙар һәм эшселәрҙең рационализаторлыҡ тәҡдимдәре индерелде, нефть эшкәртеүҙә яңы технологик процестар эҙләү алып барылды. Ул йылдарҙа хуш еҫле углеводород етештереү буйынса ҡеүәтле комплекс Мортаза Рәхимовтың туранан-тура ҡатнашлығында файҙаланыуға тапшырылды. Икенсе ҡеүәтле предприятие - юғары ҡуйылыҡта спирт производствоһы. Мортаза Рәхимов заводта эшләгән осорҙа "РСФСР-ҙың атҡаҙанған рационализаторы" һәм "Башҡорт АССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе" тигән исемгә лайыҡ булды.
       Мортаза Ғөбәйҙулла улы заводта эшләгән ваҡытта хужалыҡ ысулы, йәғни үҙ средстволары, эшселәр көсө менән торлаҡ төҙөлөшө йәйелдерелде. Ул йылдарҙа аҙыҡ-түлек етешмәй ине. Завод директоры шефлыҡҡа алынған колхоз һәм совхоздарға ярҙам күрһәтеп, ауыл эшсәндәре менән бәйләнеш булдырҙы, ярҙамсы хужалыҡ ойошторҙо.
       Өфөлә эсәр һыу зарарлана, "фенол тарихы" өфөләрҙең хәтерендәлер. Мортаза Рәхимов ҡалаға сит ил ҡорамалын һатып алыуҙа ярҙам күрһәтте, диагностика һәм медицина ҡорамалы баш ҡала халҡының һаулығын яҡшыртыуҙа ярҙам итте. Был турала мин "Президент Мортаза Рәхимов" (Мәскәү, 1998) монографияһынан уҡып белдем.
       Эштә, коллективта завод директоры нисек булған? Уның коллегаһы, аҙаҡ Өфө нефть эшкәртеү заводы директоры, Графит Шамитов:
       - Етәксе булараҡ ул тура һәм ҡыҙыу, әммә ҡайтымһаҡ кеше ине. Һәм был дөрөҫ: эш эш инде, һәм етәксе кеше үҙенең эшселәренә асыу тоторға тейеш түгел.
       1990 йылда Мортаза Рәхимов Башҡортостан Юғары Советы рәйесе итеп һайлана, ә 1993 йылдың 12 декабрендә - Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты. 1998 йылда ул Башҡортостан Республикаһы Президенты посына икенсе мөҙҙәткә ҡайтанан һайлана. 2003 йылдың декабрендә республика башлығы посына яңынан һайлана.
       Мортаза Рәхимов Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы рәйесе һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты посында республиканың социаль-иҡтисади үҫешеíå¾ комплекслы программаларын тормошҡа ашырыуҙа, тотороҡлолоҡто һәм милләт-ара татыулыҡты һаҡлауҙа, республиканың халыҡ-ара бәйләнештәрен үҫтереүҙә ҙур өлөш индерҙе һәм индерә. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов - сағыу сәйәсмән, күренекле дәүләт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының иң эре бер субъекттарының етәксеһе.
       Президент халыҡ араһында ҙур хөрмәт ҡаҙанған, кешеләр менән уртаҡ тел таба белә. Был йәһәттән уға ябайлыҡ һәм кешелеклелек, тәрән тормош тәжрибәһе һәм аҡыл ярҙам итә. Президент Мортаза Рәхимов тураһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим былай тигән:
       "Президент - ил башлығы, ул уның таянысы, һағы һәм өмөтө. Ул уның нервыларының төйөрсөгө, зиһененең үҙәге, ул бөтә халыҡ тарафынан һайланған. Башҡортостандың бар халҡына, уның һәр милләтенең мәнфәғәттәренә һәм һорауҙарына маҡсатҡа ярашлы фиҙаҡәр хеҙмәт итеү беҙ биргән тауыштың дөрөҫлөгөн иҫбатлай. Мортаза Рәхимов ысын дәүләт эшмәкәрҙәренә хас булған юғары сифаттарҙы күрһәтте. Улар - Башҡортостан Республикаһы мәнфәғәттәренә тоғролоҡ, позицияларҙың тотороҡлолоғо һәм принципиаллеге, граждандар мохтажлығына уяулыҡ. Һәм тағы - намыҫ һәм выжданлылыҡ".

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал