6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Агросәнәғәт комплексында хәлдәр нисек?
03.02.09


       Яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек нисек бара? Аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артырмы? Республиканың агросәнәғәт комплексында көрсөк эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн ниҙәр эшләнелә? Башҡортостан халҡының ошо һәм башҡа һорауҙарына БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко он-лайн конференция барышында яуап бирҙе. Граждандарҙан һорауҙар тикшереүһеҙ инеүенә ҡарамаҫтан, министр урынбаҫары уларға лайыҡлы яуап бирҙе һәм конференцияла ҡатнашҡан журналистарҙы тынысландыра алды. "Республикала көрсөк һиҙелә, әммә хәл тотороҡло", - Коваленконың һөйләгәнен тыңлағандан һуң ошондай һығымта яһап була. Һүҙ - ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫарына.
       - Республика агросәнәғәт комплексының табышлылығы һәм конкуренцияға һәләтлелеге ниндәй?
       - Үҫемлекселек тармағы табышлы булды һәм булып ҡала. Был иген культуралары һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары үҫтереү (2008 йыл йомғаҡтары буйынса - 29 процент), май орлоғона көнбағыш - 39 процент, картуф - 74 һәм асыҡ грунтта йәшелсәләр үҫтереү. Малсылыҡ продукцияһынан һөт (20 процентҡа тиклем) һәм йомортҡа (12 процент тирәһе) етештереү өҫтөнлөклө булып тора. Дөйөм алғанда, 2008 йыл йомғаҡтары буйынса республика предприятиеларының 92 проценты хужалыҡ йылын табышлы тамамларға тейеш.
       - Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге тышҡы иҡтисади бәйләнештәре үҫәме?
       - Беҙҙә Германия, Нидерландтар, Чехия, Франция һәм Италиянан партнерҙар менән оҙайлы срокка бәйләнештәр урынлаштырылған. Был йәһәттән эш республикаға тоҡомло малдар, орлоҡ, шулай уҡ техника, машиналар һәм ҡорамалдар һатып алыу һәм ҡуйыу буйынса алып барыла. Башҡорт балы, ул республиканың визит карточкаһы, Франция һәм Японияға, АҠШ һәм Германияға оҙатыла.
       - Һыуыҡтар ужымға йоғонто яһармы?
       - Республикала 2009 йыл уңышына 440 мең гектарҙа ужым сәселгән, шуның 396 мең гектары - ужым арышы, 37 меңе - ужым бойҙайы, ете мең гектары - башҡа культуралар. Ужым баҫыуы агрономия хеҙмәтенең даими контролендә тора һәм бөгөнгө көндә óà ҡурҡыныс янамай. Ҙур майҙандарҙа яңынан сәсеү көтөлмәй.
       - Яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек нисек бара?
       - Әле беҙ республика минераль ашламалар етештереүселәре менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Әлегә уларға хаҡтар планлаштырылған кимәлдән түбән, уларҙы арзанайтыу ҡарала.
       Республикала орлоҡтар тейешле күләмдә, ҡайтанан сәсеү кәрәк булған хәлдә страховка фонды бар. Сортты яңыртыу планға ярашлы алып барыла, шуның менән бергә дәүләт программаһы параметрҙарын үтәнек - 2008 йылда элита орлоҡтарының өлөшө уртаса һигеҙ процент тәшкил итте, ағымдағы йылда уны ун процентҡа еткерергә планлаштырабыҙ.
       Техника әҙерлегенә килгәндә, 15 ғинуарға ҡарата тракторҙар  әҙерлеге 74 процент тәшкил итте, сәскестәр - 69, тупраҡ эшкәртеү өсөн культиваторҙар һәм башҡа машиналар - 77. Яҙғы баҫыу эштәренә техниканы ваҡытында әҙерләү маҡсатында республика МТС-тарына запчастар һатып алыу өсөн аҡса бүленде. Кадрҙар мәсьәләһенә килгәндә, 2009 йылда техниканы хеҙмәтләндереү өсөн 800-гә яҡын механизатор һәм инженер талап ителәсәк.
       - Миндә шәхси ярҙамсы хужалыҡ, һәм мин лизингҡа трактор һатып алырға теләйем. Быны нисек эшләп була?
       - Республика Хөкүмәте шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға 60 процентҡа арзанайтып һатыу өсөн тракторҙар һәм башҡа ҡорамалдар бүлеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Етештереүселәрҙең был категорияһы етештереү күләмендә ҙур өлөш тәшкил итә, һәм был етди ярҙам күрһәтеү сараһы.
       Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағында комиссия булдырылды, ул 25 ғинуарға тиклем документтар йыйыу ваҡытын билдәләне. Лизингҡа техника һатып алырға планлаштырыусылар документтар пакетын министрлыҡтың территориаль белгестәренә тапшырҙы. Был механизм бик тә уңайлы - алыҫҡа барыу кәрәкмәй, консультациялар "урындарҙа" бирелә.
       Әлеге ваҡытта документтар системаға һалына, тиҙҙән еңеүселәр билдәле буласаҡ. Әйтергә кәрәк, дәғүәселәр күп: һәр райондан 15-әр ғариза ингән, районға уртаса дүрт техника берәмеге планлаштырылған. Ауыл эшсәндәренә техника һатыу февраль башында башлана.
       - Икмәккә һәм һөткә хаҡтар артмаҫмы?
       - Әлегә хаҡтарҙың артыуы көтөлмәй. БР Ауыл хужалығы, Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлыҡтары, Дәүләт сауҙа инспекцияһы белгестәре социаль мөһим продукттарға хаҡтар мониторингын даими алып бара. Шулай итеп, һуңғы дүрт айҙа һөт-сеймалға хаҡтар күтәрелмәгән. Ә ғинуарҙа бер процентҡа кәмегән. Дөйөм алғанда, эшкәртелмәгән һөт 2007 йыл менән сағыштырғанда 3-4 һумға төшкән.
       - Донъялағы финанс көрсөгө республика аграрийҙарында ла сағылмай ҡалманû, уларға өҫтәмә ярҙам күрһәтеләме?
       - Үкенескә ҡаршы, ауыл халҡы үткән йылдың аҙағынан уҡ көрсөк кисерә. Был беҙҙең продукцияға һорауҙың кәмеүендә күренә. Һуңғы ике айҙа иң эре ит комбинатының береһе ике ìå¾ тоннаға кәм продукция һатҡан. Май, сырҙың ҡиммәт төрҙәрен, йогурттар һатыу күләмдәре түбән. Ҡуйы һөт, ҡаймаҡ, кефир, ҡатыҡ кеүек һөт ризыҡтарын ҡулланыу артыуына ҡарамаҫтан, продукцияның аҡсалата ҡиммәтендә хәлдәр яҡшы тип әйтеп булмай. Бынан тыш, икмәк-ҡалас изделиеларын ҡулланыу кәмеүгә бара.
       Шуға күрә аграрийҙар эшмәкәрлеге даими контроль аҫтында. Системалы эшләгән предприятиелар исемлеге булдырылған, уларға кәрәк булған осраҡта ярҙам күрһәтеләсәк. Уларҙың хәле буйынса даими мониторинг үткәреү ҡарала. Баҙарҙа һәм магазиндарҙа (республика продукцияһын һатыу күләмдәрен арттырыу өсөн) сауҙа урындары һәм майҙандар биреү, үҫемлекте һаҡлау средстволары, ашламалар менән тәьмин итеү буйынса эш алып барыла. Бынан тыш, беҙ предприятиеларыбыҙҙы дәүләт һатып алыуҙар буйынса продукциялар һатыуға йүнәлтәбеҙ.
       Әлбиттә, былар бөтәһе лә финанс көрсөгөн еңеп сығыуҙа булышлыҡ итергә тейеш.
       - Ауылда инфраструктура торошо нисек?
       - "2012 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше" дәүләт программаһына ярашлы ауыл халҡының торлаҡ шарттары даими яҡшыртыла. Улар - газ, электр һәм һыу менән тәьмин итеү, мәктәптәр, балалар учреждениелары, клубтар, фельдшер-акушерлыҡ пунктары, юлдар төҙөү. Ҡаҙаныштар тураһында һөйләгәндә, ауылда газ үткәреү 83 процент тәшкил итә, үҙәк йылытыу - 50 процент.
       - Ауылда көрсөк шарттарында эш хаҡы күпме?
       - 2009 йылға күҙаллауҙар буйынса, 7,5 мең һум рубежын үтеп булырмы икән, белмәйем. Сәбәп - аҙыҡ-түлеккә хаҡтың барлыҡҡа килгән кимәлдә булыуы һәм сауҙа селтәрҙәренең түләүгә һәләте түбән булыуы. Ваҡытында түләүҙәр һәм уның күләме иҡтисади шарттарға һәм донъя көрсөгөнә бәйле. Беҙ халыҡтан ит һәм һөт һатып алыуҙы ойошторабыҙ, ауыл халҡын сауҙа урындары менән тәьмин итәбеҙ, шулай уҡ лизингҡа техника бирәбеҙ. Минең уйымса, әгәр 2009 йылда ауыл эшсәндәренең эш хаҡын 7,5 мең һумға òèêëåì күтәреп булһа, быны ҡаҙаныш тип һанап була.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал