6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Персона

Саквояжлы кеше
30.01.09


       Евгений Севастьяновтың исемен телгә алған ваҡытта, күргәҙмә асыуҙа ҡатнашҡан публика алдында уйналғай "перфоманс" - ҡыҫҡа тамаша тигән модалы һүҙ күптәрҙең башына килә. Бындай бәләкәй тамашаларға Севастьянов юл ярған. Уның фекеренсә, галереяла картиналарҙың үҙҙәрен генә элеү күңелһеҙ. Сағыу шоу уйлап табырға кәрәк. Кеше-байрам, дөйөм иғтибар уға төбәлә икән, ул балҡып торасаҡ. Ҡулына саквояж тотҡан йәш кеше халыҡ төркөмөндә күҙгә ташланмай ҡалмаҫ.
       - Ата-әсәйем мине эш кешеһе тип күрҙе, улар миндә рәссам сифаттарын тәрбиәләмәне, - ти Евгений. - 15 йәш тулғас, мин үҙ-үҙемде тәрбиәләргә тотондом. Был процесс тирә-яҡ - ихата буйынса дуҫтарҙың йоғонтоһонан тыш үтте. Улар араһында ижади кешеләр, башлыса музыканттар, күп ине. Уларға ҡарап, музыка ҡоралында уйнай белмәһәм дә, миндә ижад менән шөғөлләнеү теләге уянды. Һәм мин Пионерҙар һарайына барып, түңәрәккә яҙылдым. Бер үк ваҡытта слесарлыҡҡа уҡыным. Пионерҙар һарайына 18 йәшкә тиклем йөрөнөм, ә аҙаҡ армия сафына алындым. Армиянан ҡайтҡас, эшләп маташтым. Бер аҙна эшләнем - кешеләргә ҡарайым да, аҙаҡ бейей башлайым, шиғыр уҡыйым, ҡыҫҡаһы, театр күрһәтәм. Миндә артист йәшәй, миңә кешеләр ҡарай, ә был миңә оҡшай. Аҙаҡ, өс айҙан һуң, бөтәһе лә ялҡытты, сөнки миңә иғтибар итмәй башланылар, һәм мин эштән киттем. Мин биш тапҡыр эш алмаштырҙым. Ә төндәрен һүрәт төшөрҙөм.
       Эштән-эшкә күсеп йөрөү тамам ялҡытты, һәм мин ижадҡа тотондом. Ата-әсәйемә ҙур рәхмәт - улар һәр саҡ миңә ярҙам итә. Хоҙайға рәхмәтлемен, картиналарым һатыла. Мин диалогҡа инәм, унда ике әңгәмәсе - мин һәм ижад, һәм беҙ аралашсыһыҙ әңгәмә ҡорабыҙ. Был миңә оҡшай. Минең өҫтә режиссер йәки башҡа берәүҙең тороуын теләмәйем.
       - Сәхнә - бына ул, мин һеҙҙең алда торам һәм мин уйнайым, - тип һүҙен дауам итә Евгений. - Минең алдымда күпме тамаша тора - был мөһим түгел. Ҡыҫҡа тамаша идеяһы картина кеүек барлыҡҡа килә. Улар үҙҙәре килә, ҡай саҡ дуҫтар менән аралашҡанда, ул саҡта коллектив аҡылы ҡыҙыҡ идея тыуҙыра.
       Евгений үҙенең тәүге ҡыҫҡа тамашалары сифатында Өфөнөң үҙәк урамдары буйынса халыҡ ағымын ойошторған. Машрут - ул йәшәгән йорттан күргәҙмә үткән урынға тиклем. Ғәҙәти булмаған походта ҡатнашыусылар күп түгел. Үтеп барыусылар шаңҡып ҡалған, ә сауҙа-сервис комплексын һаҡлаусылар уларҙы күргәҙмә залына үткәрмәгән õàòòà.
       Үткән йылда Өфө художество галереяһында өс йәш рәссам - Олег Шишкин, Тимофей Дорофеев һәм Евгений Севастьянов "Мин клубта" тигән күргәҙмә менән таныштырҙы. Ҡыҫҡа тамашаһыҙ үткәрергә килешкәндәр. Әммә Шишкин һәм Дорофеев аптырашта ҡала: Севастьянов күргәҙмәгә сәскәнән үрелгән бәйләмдә һәм слесарь күҙлегендә килә...
       - Бөтәһе лә костюм кейгән, ә мин үҙемә башҡаñà ҡупшы кейем һàéëàíûì. Күргәҙмәгә джинс салбарҙа һәм күлдәктә килә алмайым, башҡаларҙан айырылаһым килә, шуға күрә Красноусол ләме менән һыланып килдем.
       - Ҡыҫҡа тамаша ойоштороп, нимә әйтергә теләйһең?
       - Уларҙа ниндәйҙер төрлө аңлатмалар юҡ. Былар барыһы ла иғтибар йәлеп итеү йәһәтенән эшләнә. Әгәр кешеләр миңә иғтибар итһә, мин быны эшләмәҫ инем. Киләһе һәр ҡыҫҡа тамаша матур һәм ҡыҙыҡ булырға тейеш.
       - Публиканы йылдан-йыл таң ҡалдырыу ҡатмарлана түгелме?
       - Эйе, мин быны һиҙәм. Тамашасыларҙы таң ҡалдырыу еңелдән түгел. Бәлки, ҡыҫҡа тамашанан баш тартырмын.
       - Башлап ижад итеүсе рәссамдар һинән үрнәк аламы? Улар ҙа үҙҙәренең ҡыҫҡа тамашаһын уйлап сығарыуға өҫтөнлөк бирә бит.
       - Шулаймы? Мин белмәйем. Яҡшы аҙым был. Сөнки әгәр рәссам бер ниндәй ҙә эш ойоштормай икән, ундай осраҡта килеүселәр күп булмай. Ғөмүмән, ул саҡта күргәҙмә ойоштороу кәрәкме? Күргәҙмәгә ябай кешеләр килһен ине.
       - Әле нимә менән шөғөлләнәһең?
       - Күргәҙмәгә әҙерләнәм. Тимофей Дорофеев менән бергә 2010 йылда ê¼ðãœƒìœ ìåíœí таныштыраñàºбыҙ. Мин әсәйемде төшөрәм, уны көнкүреш предметтары солғап алған. Ҡатын-ҡыҙ һәм көнкүреш проблемаһын күтәрәсәкмен. Ит турағыс, тегеү машинаһы, үтек һәм башҡалар - былар бөтәһе лә уның өҫтөндә, был әйберҙәр уның шәхесен баҫа, шуға күрә бөтә портреттарҙа ла әсәйемдең йөҙө моңһоу.
       - Ижадың тураһында ниндәй баһа ишетергә тура килә? Тәнҡитҡә нисек ҡарайһың?
       - Тәнҡит башта тәьҫир итә, әммә аҙаҡ, бер аҙ тынысланғас, уға ҡолаҡ һалаһың. Миңә Дорофеев күрһәтмәләре оҡшай. Ул тәнҡиткә йүнәлтә, мин төҙәтмәләр индерәм, һәм эш, дөрөҫөн әйтәм, яҡшы килеп сыға.
       Урамда күҙгә салынмау - был Евгений Севастьянов хаҡында түгел. Ул үҙенең ижадында ла, һәм кейемендә лә билдәле бер стиль тапҡан.
       - Минең өсөн стиль мөһим, - ти Евгений. - Миңә тар джинс салбарҙа йөрөүе уңайһыҙ. Уны кейеп, маршрутка баҫҡысына баҫам тимә, бер баҫҡысында, аяҡты алмаштырыу өсөн, тубыҡланырға тура килә. Мин аңлайым, тәгәрмәсле сумка һәм рюкзак булғанда, сумаҙан менән йөрөүе уңайһыҙ. Әммә миндә бөтәһе лә киреһенсә.
       Йәйен Евгений ҡулында - боронғо сумаҙан. Уның фекеренсә, металл мөйөшлө сумаҙан менән ул үҙен моряк тип тоя. Ә ҡышын уның ҡулында - саквояж.
       - Коллекциямда бер нисә саквояж бар. Ҡара лаклы саквояжды рәссам Наил Байбурин бүләк итте. Яһалма күндән тегелгән саквояжды баҙарҙан һатып алдыì.
       Евгений Севастьяновтың стиле йылдан-йыл шымара. Ул ирҙәр кейеме коллекцияһын сығарыу тураһында хыяллана.
       - Мин тегә белмәйем, әммә миндә идея бар. Бандиттарса буласаҡ, - ти Евгений.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал