6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Милли йәштәр театры сәхнәһендә - яңы спектакль
22.01.09


       Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының рус труппаһы ғинуарҙың һуңғы көнөндә Анатолий Приставкин әҫәре буйынса "Ночевала тучка золотая" тигән яңы спектакль тәҡдим итәсәк. Нигеҙҙә - ағалы-энеле ике етемдең яҙмышы. Улар 1944 йылда Мәскәү өлкәһендәге балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр менән бергә Кавказға ебәрелә.
       Театрҙың рус труппаһы режиссеры Мөсәлим ªîëбаев ҡуйған тамашаны ниндәйҙер кимәлдә берҙән-бер тип әйтеп була, сөнки Рәсәйҙә был әҫәр буйынса спектаклдәр күп түгел. Дөрөҫ, нәфис фильм бар.
       - Беҙҙә Приставкин ижадына мөрәжәғәт итеү теләге күптән бар ине, - ти Мөсәлим ªîëбаев. - Элек төрлө хәлдәр был темаға тотонорға форсат бирмәне. Үкенескә ҡаршы, пьеса бөгөн дә актуаль булып ҡала. Поезд китте тип тынысланырға ла бит... Әммә, тирә-яҡҡа ҡараһаң - унда Төньяҡ Осетия, тынысланып өлгөрмәйһең - тегендә Газа секторы...
       Повесть нигеҙен сағылдырған ваҡиғаларҙы бер-бер артлы һүрәтләп тормайбыҙ. 44-се йылдың тарихын реконструкциялау менән шөғөлләнеү кәрәк түгел. Беҙ бөгөнгө көн тураһында һөйләйбеҙ, ул Приставкиндың "Ночевала тучка золотая" әҫәренең актуаллеген билдәләй. Шуға күрә был повесть буйынса спектакль тиҙҙән беҙҙең репертуарҙа урын аласаҡ. Беҙҙең алда сәхнәләштереүҙе бер ни тиклем үҙгәртеү бурысы тормай.
       - Милли йәштәр театрының төп тамашасылары - балалар һәм үҫмерҙәр. Еңелдән булмаған теманы улар аңлай алырмы?
       - Беҙ бөтөнлөй универсаль әйберҙәр күрһәтергә теләйбеҙ. Әммә был үҫеп килгән быуын өсөн спектаклдең өҫтөнлөгөн юҡҡа сығармай. Был йәштәр театры, беҙ быны һәр саҡ иҫтә тотабыҙ.
       Беҙҙең бөтә спектаклдәр ҙә универсаль, күп ҡатлы бәлеш кеүåк, булһын ине. Алты йәштән 80 йәшкә тиклемге кешеләр үҙе өсөн ҡыҙыҡлы берәй нәмә тапһын, һәм һәр кем үҙенең ҡатламын һанай алһын ине. Күп ҡатлы бәлеш. Нимә ул? Быны өсөнсө синыф уҡыусыһы үҙенсә аңлай, һәм уға был ҡыҙыҡ, ә 50 йәшкә еткән кеше бөтөнләй башҡаса аңлай, һәм уға ла ҡыҙыҡ. Әгәр бер залда өләсәйҙәр һәм олатайҙар, ата-әсәләр, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр быуыны ултырһа, һәм уларға үҙенеке ҡыҙыҡ - был һоҡландырғыс хәл. ß¾û ñïåêòàêëü øулай áóëàñàº, тип раҫлай алмайым, әммә беҙ быға тырышлыҡ һаласаҡбыҙ. "Ночевала тучка золотая" спектакле "бөтә йәштәгеләр өсөн" категорияһына эләкһен ине. Был спекталдең бөтә ғаилә менән ҡарау өсөн универсаль тамаша булыуын теләйем.
       Спектакль камера сәхнәһендә барасаҡ, шуға күрә премьераға эләгергә теләгәндәр билет тураһында алдан хәстәрләһен, урындар һаны сикләнгән. Тамашала ун ике артист ҡатнаша - был бәләкәй сәхнәлә ҡуйылған спектакль өсөн күп.
       - Яҡын контакт кәрәк булғанда, башҡарыусыларҙың күҙҙәре күренергә тейеш булғанда, әлбиттә, камера сәхнәһе үҙенең зарурлығын күрһәтә, - ти Мөсәлим ªîëбаев. - Әгәр кәрәк икән, камера сәхнәһендә 40 артист ҡатнашлығында спектакль ҡуям - был минең өсөн бер ниндәй ҙә проблема тыуҙырмай. Миҫал өсөн, Горькийҙың "На дне" әҫәре буйынса. Залда ҙур сәхнәлә мең урынлыҡ ҙур полотно яһап була. Уны бәләкәй сәхнәгә лә ҡуйып була. "Аяуһыҙ уйындар" спектакле башта камера сәхнәһендә ҡуйылды, ә аҙаҡ ҙур сәхнәгә күсерелде. Унда ла ҡатнашыусылар күп - 20-гә яҡын. Мине персонаждар һаны борсомай, сөнки бөтәһе лә ус төбөндәге кеүек барырға тейеш - ә был мөһим. Күңелдең һәр хәрәкәте публика өсөн асыҡ булырға тейеш.
       "Ночевала тучка золотая" спектакле өсөн ябай декорациялар эшләнелде һәм ябай костюмдар тегелде. Күңел кисерештәренә һәм хис-тойғоларға төп баҫым яһалды.
       - Төп ролдә кем?
       - Ò³ï ãåðîé-èгеҙәктәрҙе ике Андрей - Максимов һәм Ганичев áàøºàðà. Пьеса структураһы Чехов әҫәренә яҡын, шуға ла төп геройҙы билдәләүе ауыр. Унда бөтәһе лә төп герой.
       - Анатолий Приставкин әҫәре буйынса спектакль Мостай Кәримдең тыуыуына 90 йыл тулыу билдәһе аҫтында үтә. Был тамаша яҙыусының иҫтәлегенә арналамы?
       - Эйе, бер ни тиклем. Милли йәштәр театры тамашалары һәм башҡа проекттар Мостафа Сафа улының иҫтәлегенә арналасаҡ. Беҙ һуғышта булған быуын, шул иҫәптән Мостафа Сафа улы тураһында һөйләйбеҙ. Был спектаклде беҙ уларға бүләк тип һанайбыҙ. Өфө рәссамы Вәсил Ханнановтың "Атайымдың ас һуғыш бала сағына бер тоҡ картуф" тип исемләнгән êàðòèíàšû бар. Бына был спектакль - беҙҙең ата-әсәйҙең ас һуғыш бала сағына беҙҙән бер тоҡ картуф.
       - Мәғлүм булыуынса, Мостай Кәримдең тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы саралар үтәсәк. Был йәһәттән ниндәй саралар планлаштырыла?
       - Октябрҙә Өфөлә театр фестивале үткәрелә, ул конкурс рәүешендә түгел, ә таныштырыу маҡсатында ойошторола. Республиканың бөтә театрҙары бер аҙна дауамында башҡорт әҙәбиәте классигы әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр тәҡдим итәсәк. Тамашаларƒû баш ҡаланың бөтә театрҙарында күрһәте¼ ºàðàëà. Мостафа Сафа улының тыуған көнөндә, 20 октябрҙә, бөтә ижади коллективтар ҡатнашлығында театрлаштырылған концерт була. Унда Мостай Кәримдең проза әҫәрҙәренән өҙөктәр яңғыраясаҡ, спектаклдән фрагменттар күрһәтеләсәк.
       - Традиция буйынса майҙа театр миҙгеле ябыла.
       - Беҙ балалар өсөн ике әкиәт ҡуйҙыҡ. Тиҙҙән тамашасылар хөкөмөнә "Ночевала тучка золотая" спектаклен тәҡдим итәбеҙ һәм бер үк ваҡытта Мәскәү режиссеры Валентин Тепляков менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Валентин Васильевич беҙҙең театр сәхнәһендә ҡуясаҡ тамаша әлегә сер булып ҡала. Беҙ уны февраль айында көтәбеҙ. Башта ул беҙҙең спектаклдәрҙе ҡараясаҡ, һәм аҙаҡ драматургия буйынса тәҡдимдәр ҡараласаҡ. Ìèëëè éœøòœð òåàòðû àпрелдә ¼ƒåíå¾ тамашасыларыí тағы бер премьера ìåíœí ºûóàíäûðìàºñû.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал