6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Павильонды һүтмәгеҙ - көрсөктә кәрәге тейер!
26.12.08


       "БАШвестЪ" гәзите әленән-әле эшҡыуарҙар менән әңгәмә ойоштороп тора. Был турала гәзит уҡыусыларыбыҙ хәбәрҙар. Әммә ваҡ сауҙа проблемаһына иғтибар күп бүленде тип әйтеп булмай. Ул эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө тармағына ҡарамай бит. Бөгөн, көрсөк ҡыҙған мәлдә, был үкендергес хатаны төҙәтергә ваҡыт етте - беҙҙә ҡунаҡта өс туҡталыштағы павильон-киоск хужаһы, эшҡыуар Георгий Демитраки.
       - Георгий, һеҙ үҙ эшегеҙҙе нисек башланығыҙ?
       - Институтты тамамлағандан һуң, мин күпмелер ваҡыт ябай башҡарыусы булдым - сәнәғәт тауарҙары һаттым. Һәм 1997 йылда бер ни тиклем капиталға эйә булдым. Øул ваҡытта һорау тыуҙы - был аҡсаларҙы аҡыл менән нисек тотонорға? Башта машина һатып алыу башҡа килде. Әммә ҡатыным алдан күрә белеү һәләтен күрһәтте һәм бүтән ҡарар тәҡдим итте - үҙ бизнесыңды асырға.
       Шунан һуң беҙ баш ҡаланың үҙәк туҡталыштарының береһендә туҡталыш павильоны төҙөлөшө башланыҡ. Төҙөлөштө беҙ ҡала хакимиәте ризалығы менән башланыҡ, кәрәкле рөхсәт документтары алдыҡ һәм даналап тауар һата башланыҡ... Башта бөтәһе лә һәйбәт булды, әммә көтмәгәндә илдә дефолт башланды. Фирманы ҡатыныма ҡалдырып, мин яңынан сәнәғәт сауҙаһына - аҡса эшләргә киттем.
       Һөҙөмтәлә ҙур булмаған сумма туплай алдым, һәм уртаса етәксе ролен башҡара аласағымды аңланым. Үҙемдең бизнесым яҡын, тип уйлап ҡуйҙым. Үҙеңә эшләйһең, килем тотороҡло - көсөң һәм теләгең бар икән, нигә эшләп ҡарамаҫҡа ти?
       Ғаиләлә бер ҡарарға килдек: үҙебеҙҙең эште үҫтерәсәкбеҙ! Һәм йыйылған бөтә аҡсаларҙы яңы проекттар эшләү өсөн һалдыҡ. Дөрөҫ, бының өсөн средстволар күп түгел ине - банкыларҙан кредит алырға тура килде. Ярай әле, беҙҙең бер павильон бар ине, һәм беҙгә күпмелер кредит бирҙеләр. Ә аҡсаларҙың ҡалған өлөшөн таныштарҙан алып торҙоҡ. Һөҙөмтәлә тағы ике туҡталыш павильоны төҙөнөк, улар бөгөн дә эшләй.
       - Ҙур булмаған магазиндарҙың эре супермаркеттар алдынäа өҫтөнлөгө ниҙә?
       - Бәләкәй магазиндар һатып алыусыларға "яҡыныраҡ". Күп кешеләр йорт янындағы магазинға инергә ярата, өҫтәүенә, унда һиңә таныш һатыусы эшләй. Ә супермаркеттарҙа кадрҙар йыш алмашына. Ундағы маркалар ҡулланыусыларҙың мәнфәғәттәренә яуап бирмәй.
       Бәләкәй магазиндар иҫәбенә күп ғаилә көн күрә бит. Миҫал өсөн, беҙҙә эшләгән хеҙмәткәрҙең ире Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә эшләгән, ә унда эш хаҡы түләмәй башлағандар. Ул эшенән киткән. Билдәле, уға ике ай пособие түләйәсәктәр, үҙегеҙ аңлайһығыҙ, ниндәй аҡсалар. Һәм хәҙер был ҡатын ғаиләһен туйындыра. Шуға күрә беҙ дәүләт алдында торған ауыр бурыстарҙы хәл итергә ярҙам итәбеҙ.
       - Супермаркеттар яғынан конкуренцияның кәмеүе һиҙеләме - уларҙың күбеһе бөлдө бит?
       - Эшҡыуар-дуҫтарым буйынса белеүемсә, уларҙың ассортиментында колбаса, икмәк, һөт һәм быға оҡшаған тауарҙар бар ине, элек селтәр компаниялары уларҙы үҙҙәренең түбән хаҡтары менән "баҫты". Былай килеп сыға ине: селтәрҙәр ҡуйыусы-фирмаларҙан дәртләндереү иҫәбенә (миҫал өсөн, селтәр билдәле фирманан һөт ала, ә тегенеһе уға эре ташлама яһай), бәләкәй магазиндар алдында етди өҫтөнлөк алды. Бындай конкуренцияны еңеүе еңелдән түгел.
       Бер ваҡыт шундай тенденция булды (бәлки, был мәлде хәтерләүселәр барҙыр): бәләкәй магазиндарҙы һәм киоскыларҙы "тамырынан" алып ташларға - супермаркеттар булғанда, нигә улар кәрәк? Унда ассортимент та бай, һәм хаҡтар ҙа түбән... Күрәһегеҙме, бөгөн нисек килеп сыҡты: беҙ үҙебеҙҙең средстволарға эшләргә өйрәндек, ассортиментты киңәйтеү мөмкинлегенә эйә булдыҡ, ә супермаркеттарҙа күп кенә продукттар юҡҡа сыҡты. Күптән түгел бер танышым һөйләй: "Өйҙә көнбағыш майы бөткән. Бер супермаркетҡа индем, икенсеһенә, өсөнсөһөнә... Яратҡан маркам юҡ! Туҡталыштағы бәләкәй магазинда һатып алдым". Шуға күрә бәләкәй эшҡыуарҙарҙың килеме артмаһа ла, кәмемәй.
       - Кредит менән файҙаланмайһығыҙ шикелле?
       - Юҡ тиерлек. Беҙҙең бизнес башлыса үҙебеҙҙең среäстволар иҫәбенә алып барыла. Әйләнеш беҙҙә тиҙ, алыусыһын оҙаҡ эҙләгән тауарҙы беҙ һатып алмайбыҙ. Ғөмүмән, үҙебеҙгә иҫәп тотабыҙ, эшләп тапҡандан күберәк сарыф итергә тырышмайбыҙ. Мин һаҡсыл етәксе. Артыҡ кешеләрҙе эшкә йәлеп итмәйем, сит бизнесҡа аҡса һалмайым. Әгәр кредит алһам, ул инде башҡа маҡсатҡа йүнәлтелә. Миҫал өсөн, үткән йылда юбилей алдынан фасад төҙөкләндерелде.
       - Һеҙҙең продукцияға һорау кәмемәйме?
       - Дөрөҫөн әйтәм, һатыу итеү 30, хатта 40 процентҡа кәмене. Кешеләр осһоҙ тәмәкегә күсә, осһоҙ шоколад ала, ә һыра тураһында бөтөнләй оноттолар - икмәк һатып алырға кәрәк булғанда, ниндәй һыра ти? Мин уларҙы аңлайым.
       - Ә хаҡтар арттымы?
       - Һис шикһеҙ. Көрсөк башында - 6-8 процентҡа. Бәлки, беҙҙең продукцияларҙа был һиҙелмәйҙер (миҫал өсөн, һағыҙ 12 һум ине, әле 13 һум тора), әммә шундай тенденция бар: айына хаҡтар тотороҡло 1-2 процентҡа "өҫтәлә".
       Беҙҙең илдә дәүләт хаҡтарҙы кәметеүҙә ҡыҙыҡһынмай. Әгәр ул була ҡалһа, олигархтар нисек аҡса эшләр?
       Бөгөнгө көндә бөтә сит ил дәүләттәре хаҡтар күтәрелмәһен өсөн үҙҙәренең етештереүселәренә сығымдарын ҡаплау өсөн өҫтәмә аҡса бирә. Ә беҙҙә хөкүмәт банкыларға аҡса бирә. Ни өсөн? Был аҡсалар халыҡҡа, производствоға барып етмәй бит! Башҡаса эшләп була бит - етештереүселәргә ярҙам итергә, кредитҡа сауҙа итеү мөмкинлеген бирергә, миҫал өсөн, шул уҡ "АвтоВАЗ"ға. Үкенескә ҡаршы, беҙ үҙебеҙсә йәшәргә өйрәнгәнбеҙ.
       - Бизнеста тағы ниндәй проблемалар бар?
       - Административ баҫым тураһында һөйләгәндә, ул һуңғы ваҡытта кәмей төштө. Беҙҙе йылына бер тапҡыр тикшерергә хоҡуғы булған ойошмаларҙың исемлеген, һалым хеҙмәткәрендә үҙе менән законлы тикшереү тураһында ҡарар булырға тейешлеген беләбеҙ.
       Йәйен беҙгә ниндәйҙер шикле компания килде, һәм үҙен "халыҡ контроле" тип атаны. Асылда, улар аферист булып сыҡты. Беҙ шунда уҡ Иҡтисади енәйәткә ҡаршы көрәш буйынса ойошмаға шылтыраттыҡ һәм бындай ойошманың барлығын белдек. "Халыҡ контроле" ойошмаһы бар, әммә уның тикшерергә, өҫтәүенә штраф һалырға хоҡуғы юҡ. Ҡыҫҡаһы, заман һәм хатта эшҡыуар ҙа үҙгәрә, үҙенең хоҡуҡтарын белә.
       Тағы бер миҫал - үткән йылда ҙур юбилей булды, һәм күп эшҡыуарҙарҙы фасад төҙөкләндереүгә аҡсаларын тотонорға ҡуштылар. Был күптәр өсөн ауыр булды, ул ваҡытта күптәр асыуланды, был мәсьәләгә мин философтарса ҡараным. Уйлап ҡарағыҙ - һеҙ ºунаҡтарҙы иҫке салбарҙа ҡаршы алыр инегеҙме? Әлбиттә, юҡ, моғайын, яңы салбар һатып аласаҡһығыҙ. Бында ла шулай уҡ - юбилейға тиклем павильон матур түгел ине. Ә бында ирекһеҙҙән кредит алырға, яңы проектҡа заказ бирергә тура килде.
       - Шундай фекер бар, продукттар менән һатыу итеү - көрсөк шарттарында иң перспективалы өлкәләрҙең береһе. Һеҙ бының менән килешәһегеҙме?
       - Һис шикһеҙ. Мин был ҡарашты хатта аңлата алам. Эш шунда, илдә сауҙа өлкәһе ныҡ үҫешкән: "күмәртәселәр" алдынғы ҡорамалдарға эйә, уларҙы эшҡыуарҙарға бушлай бирә. Тағы бер плюс, тауарҙы килтереү буйынса хеҙмәттәр сауҙа нөктәһенә тиклем - был мөһим. Һатыусыға тауарҙы витринаға ҡуяһы һәм сауҙа залы буйынса таратаһы ғына ҡала. Бензин бөтөрөп, бер ҡайҙа ла барыу кәрәкмәй. Күмәртә фирмалары, әлбиттә, был сығымдарҙы тауар хаҡтарына индерә, әммә һәр хәлдә лә, был файҙалы.
       - Киләсәктә павильондар һанын арттырыу ҡараламы?
       - Киңәйеү буйынса пландар һәр саҡ бар. Дөрөҫ, бер ауырлыҡ бар: ҡала төҙөлгән, ә сауҙа урындары эшҡыуарҙар араһында күптән бүленгән. Әгәр сауҙа нөктәләрен һатыу буйынса аукцион ойошторолһа, һәм был турала киң мәғлүмәт сараларында хәбәр ителһә, ул ваҡытта эшҡыуарҙарға үҙҙәренең бизнесын планлаштырыу күпкә еңелерәк булыр ине. Ә хәҙергә - бындай участкаларҙы бүлеү күп һанлы килешеүҙәр менән үтә, күп документтарға ҡул ҡуйҙырырға, бихисап рөхсәттәр артынан йөрөргә тура килә. Был процесты ябайлаштырырға кәрәк, тип уйлайым. Беҙҙең ғаилә күп йылдар дауамында тик бизнесҡа ғына аҡса һалды. Фатир мәсьәләһен дә хәл итергә, балалар тураһында ла уйларға кәрәк бит.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал