6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Йәштәр

Йәш ғаилә торлаҡ ала аламы
29.07.03


       Өйләнешкәндән һуң күп йәш ғаиләләр алдына бик мөһим мәсьәлә килеп баҫа: ҡайҙа йәшәргә, кем мөйөшөнә барып һыйынырға Үҙ торлағың тураһында хыялланырға ғына ҡаламы Кем әйтмешләй, б ушлай сыр сысҡан тотҡоста ғына була, әлбиттә, шулай ҙа респ убликабыҙҙа был һорауҙы хәл итеү буйынса ентекле эш алып бар ыла. Былтыр Башҡортостан Республикаһында йәш ғаиләләргә торл аҡ мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам итеү тураһында закон ҡабул ителде. Уның нигеҙендә 2003 -- 2010 йылдарға программа төҙөл дө. Әйткәндәй, ул Рәсәйҙә иң яҡшыларҙан һанала, сөнки финанс яҡтан һәйбәт тәьмин ителгән һәм тормошҡа уңышлы ашырылып ба ра. Прорамманың әһәмиәтен ентекләп аңлатыр һәм киң аудиторияға с ығарыр өсөн Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буй ынса дәүләт комитеты "Башинформ" агентлығында матбуғат конфе ренцияһы уҙғарҙы. Республика журналистары алдында Башҡортост ан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы торлаҡ төҙөүфондыны ң генераль директоры урынбаҫары Леонид Шерешовец, Төҙөлөш, а рхитектура һәм транспорт министрлығының бүлек етәксеһе Ғаяз Байгилдин һәм Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте б уйынса дәүләт комитетының мәғлүмәт - аналитика һәм кадрҙар м енән эшләү бүлеге мөдире Ринат Миһранов сығыш яһаны. Был республика программаһы ҡабул ителеүгә тиклем дә йәш ғаил әләргә ярҙам күрһәтелде. Ошо турала 12 меңдән ашыу ғаиләнең торлаҡ алыу өсөн ташлама һәм йорт төҙөү өсөн ссуда алыуҙары ла асыҡ һөйләй. Хәҙер килеп программала тағы ла уңайлыраҡ ша рттар булдырылған. Фатир йәки өй алырға йыйынған йәш ғаиләлә ргә минималь иғәнә күләме 30 проценттан 10 процентҡа тиклем төшөрөлгән, ә ҡалған сумманы түләү ваҡыты 15 йылға тиклем оҙ айтылған. Әгәр ҙә программа ҡабул ителгәндән һуң ғаиләлә бал а тыуа икән, торлаҡтың 8 квадрат метры бушлай бирелә, балала р икәү булып китһә -- 12 квадрат метр, өсөнсө һәм башҡа бала ларға -- 16 квадрат метр. Балалар күберәк булған һайын торла ҡ арзаныраҡҡа төшәсәк. Шулай уҡ ҡала һәм райондарҙа һатылмай ҡалған фатирҙарҙы хакимиәттәр тарафынан төҙөлгән исемлектәр ҙә булған ғаиләләргә биреү планлаштырыла. Уларға иғәнә индер ергә кәрәкмәй, иң мөһиме -- 15 йылда фатирҙың хаҡын түләп бө төрөргә кәрәк. Ссуда биреү буйынса ла эштәр алға ыңғайлай. Ә гәе былтыр республика бюджетынан ошо маҡсатта 20 миллион һум аҡса бүленһә, быйыл уның күләме 50 миллионға тиклем арттыры лған. Торлаҡалыу бәхете иң беренсе сиратта бюдже өлкәһендә эшләүсе , ҡала, район үҫешенә ҙур өлөш индергән йәш ғаиләләргә тәтей әсәк. Быйыл 172 ғаилә фатир алһа, сиратта 3 мең ғаилә тора. Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы торлаҡ тө ҙөү фонды ла йәш ғаиләләр менән әүҙем эш алып бара, ҡалалайә шәүсе йәштәр өсөн беренсе иғәнә 30 проценттан 20 процентҡа т иклем түбәнәйтелгән, ә түләү ваҡыты элеккесә -- 10 йыл. Ә ау ылдыҡылар өсөн тәүге иғәнәнең күләме 10 процент һәм түләү ва ҡыты 15 йыл ҡаралған. Шулай уҡ Ғаяз Байгилдиндың әйтеүенсә, республика архитекторҙ ары араһында конкурс иғлан ителгән. Улар өс номинация буйынс а ярышасаҡ:"Ҙур һәм урта ҙурлыҡтағы ҡалалар өсөн күп ҡатлы й орт", "Ауыл ере өсөн айырым йорт" һәм "Урта ҙурлыҡтағы һәм б әләкәй ҡалалар өсөн күп фатирлы йорт". Унда еңгән архитектор ҙарға 30 мең аҡсалата бүләк һәм проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге биреләсәк. Матбуғат конференцияһынан һуң йәш ғаиләләрҙең торлаҡ мәсьәлә ләрен яҡшыртыу буйынса дәүләт ярҙамы тураһында семинар - кәң әшмә үтте. Унда ҡатнашҡан республика Хөкүмәте аппараты, Төҙө лөш, архитектура һәм транспорт министрлығы, БР Президенты ҡа рамағындағы торлаҡ төҙөү фонды һәм БР йәштәр сәйәсәте буйынс а дәүләт комитеты вәкилдәре, ҡала һәм райондарҙың йәштәр эшт әре буйынса бүлектәреетәкселәре йәш ғаиләләрҙе һайлап алыу, ташлама менән торлаҡ биреү һәм башҡа актуаль мәсьәләләрҙе ҡа раны.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал