6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Байрамдар

Ҡыш бабай ғаиләһендә Яңы йыл
24.12.08


       Яңы йыл - мөғжизәле һәм һоҡландырғыс байрам. Уны балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ярата һәм ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Яңы йылда беҙҙең бөтә хыялдарыбыҙ тормошҡа аша, һәм беҙгә мотлаҡ бүләк тапшыралар. Һәм, әлбиттә, бындай күңелле байрамды шыршыһыҙ, Ҡыш бабайһыҙ һәм Ҡарһылыуһыҙ күҙ алдына килтереп булмай.
       Конгресс-холға Президент шыршыһына республиканың төрлө райондарынан килгән балалар тәүгеләрҙән булып Яңы йылды ҡаршыланы. Республиканың дөйөм белем биреү учреждениеларынан 680 бала Президент шыршыһында ҡатнаша. Уҡыу алдынғылары, төрлө фәндәр буйынса олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, үҙешмәкәр сәнғәт фестивалдәре лауреаттары, шулай уҡ хәрби бурысын үтәгән ваҡытта һәләк булған хәрбиҙәр һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре ғаиләләренән балалар Яңы йыл шыршыһына саҡырыу алды.
       Төп ваҡиғаға бер көн алда Өфөгә республиканың алыҫ райондарынан ҡунаҡтар килде. Балаларҙы "Салют" шифаханаһында урынлаштырҙылар һәм улар өсөн "Өфө дуҫтарын йыя" тигән кисә үткәрҙеләр.
       Президент Яңы йыл шыршыһының төп геройҙары - Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу - балаларҙы Конгресс-холда ҡаршыланы. Яңы йыл тамашаһын ойоштороусылар ныҡ тырышҡан. Ҡунаҡтарҙы инеү урынында Ҡыш бабайҙар ансамбле ҡаршыланы. Төрлө төҫтәге шарҙар һәм ялтырап торған гирляндалар күҙҙе ҡамаштыра. Икенсе ҡатта фойела төрлө сағыу уйынсыҡтар менән биҙәлгән ҡупшыҡай ултыра.
       Балалар ҙа яҡшы әҙерләнгән. Улар карнавал костюмдары, ҡупшы кейем кейгән. Байрамда күбәләктәр, һәм төрлө һоҡландырғыс феялар, зәңгәр сәсле бер нисә Мальвин, төрлө әкиәт персонаждары, батырҙар һәм хатта кеше-үрмәксе лә бар ине. Ә бер ҡыҙыҡай полиэтилен пакеттарҙан тегелгән үҙенсәлекле ҡупшы кейемдә ине.
       Тамаша башланыр алдынан көлдөрөүсе кешеләр, клоундар һәм ҡурсаҡтар балаларҙың күңелен асты. Бейеү һәм йыр, балалар дискотекаһы булды. Әкиәт персонажы Ҡамыр батыр ҡунаҡтар өсөн яңы йыл рэпын уҡыны һәм Өфө буйынса вертикаль экскурсия үткәрҙе.
       Аҙаҡ балалар Яңы йыл тамашаһын ҡараны, был юлы ул Ғаиләгә социаль ярҙам йылына арналды, шуға күрә әкиәттә төп ҡатнашыусылар туғандар булды.
       Өс ҡыҙ туған, бер үк ваҡытта Ҡыш бабайҙың ейәнсәндәре, Ҡар бөртөгө, Боҙ киҫәге һәм Ҡарһылыу Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнгән. Әммә уларҙың әсәһе Ҡар бураны һәм апаһы Ыжғыр буран икеһе генә байрам ҡаршыларға теләмәгән һәм ҡыҙҙарҙы йорттан сығармаҫҡа ҡарар иткән. Шул саҡ өс ҡыҙ туған һәм уларҙың кейәүҙәре Буран, Һыуыҡ һәм Төньяҡ еле Йондоҙ-үгеҙãә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Ул йәш кешеләргә әсәһе һәм апаһы өсөн байрам концерты күрһәтергә тәҡдим иткән. Бында уйын-көлкө башлана ла инде - сәхнәгә бер-бер артлы артистар, бейеүселәр һәì йырсылар сыға. Ете һылыуҡай "Ете ҡыҙ" башҡорт халыҡ бейеүен бейене. Санта-Клаустар бригадаһы "Jingle bells" йырына брейк-данс бейене. Шрек, Ишәк һәм итек кейгән Ата бесәй дуҫлыҡ тураһында йырланы. Ә Ҡыш бабайҙың ҡатыны - Ҡыш "Боҙло түшәм" йырын башҡарҙы.
       Һөҙөмтәлә бөтәһе лә бер-береһе менән дуҫлаша. Ҡар бөртөгө, Боҙ киҫәге һәм Ҡарһылыуҙың атаһы - капитан Ҡар алыҫҡа йөҙөп йөрөүҙән ҡайтҡан һәм Ыжғыр бурандың буласаҡ ире - Боҙ батырҙы алып килгән. Балалар түҙемһеҙлек менән көткән Ҡыш бабай ҙа килеп етте. Ғашик парҙар бер-береһенә тоғро булып ҡалыуҙа ант итте. Ә Йондоҙ-үгеҙ малайы тылсымлы ҡыңғырауға һуҡты, һәм Яңы 2009 йыл тыуҙы!
       Тамаша матур булды. Төп геройҙарҙың костюмдары айырыуса хәтерҙә ҡалды. Дөйөм алғанда, балалар өсөн ысын мөғжизәле байрам ойошторолдо.
       - Президент шыршыһы икенсе йыл рәттән Конгресс-холда үткәрелә, - ти БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев. - Был бинала республика өсөн мөһим ваҡиғалар үтә. Бөгөн беҙ бында бөтә республиканан балаларҙы йыйырға тырыштыҡ. Ҡунаҡтар араһында уҡыу алдынғылары, төрлө конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа еңеүселәр генә түгел. Беҙ шулай уҡ күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар, БР буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең балаларын саҡырҙыҡ. Президент шыршыһы тамашаһы һеҙгә оҡшағандыр, тип уйлайым. Беҙ байрам программаһы өҫтөндә көн-төн эшләнек. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, уҡыуҙа уңыштар һәм киләсәктә илебеҙҙең яҡшы граждандары булыуығыҙҙы теләйем. Яңы йыл менән!
       Традиция буйынса бөтә балаларға ла яңы йыл бүләге тапшырылды. Был юлы балаларға ҙур йомшаҡ уйынсыҡтар, рус һәм башҡорт телендә Пушкин шиғырҙары китабы, шулай уҡ төрлө тәм-томдар һәм Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың ҡотлау открыткалары бүләккә бирелде.
       Илдус Илешевты ла бүләкһеҙ ҡалдырманылар. Уға киләһе йылдың символын - һары үгеҙ бүләк иттеләр.
       - Был үгеҙ - киләһе йылдың символы, - тине Илдус Ғөбәйҙулла улы. - Ул ныҡышмалылыҡты һәм маҡсатҡа ынтылышлы булыуҙы аңлата. Был сифаттар, хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн, бөтәбеҙ өсөн дә кәрәк.
       Президент шыршыһы балалар күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.
       Алена Ташбулатова, 8-се синыф уҡыусыһы (Бәләбәй районы, Илькино ауылы):
       - Мин Президент шыршыһында беренсе тапҡыр. Бында миңә оҡшай. Бәләбәй районынан туғыҙ кеше килдек. Минå бында яҡшы уҡығаным өсөн ñàºûðƒûëàð. Мин матур йырлайым. Киләсәктә йырсы һәм башланғыс синыф уҡытыусыһы булырға хыялланам.
       Мария Сапожникова, 8-се синыф уҡыусыһы, (Өфөнөң 61-се лицейы):
       - Республиканың төп шыршыһында мин беренсе тапҡыр. Мин яҡшы уҡыйым һәм төрлө олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашам. Бында бөтәһе лә һәйбәт.
       Евгения Гурьева, етенсе синыф уҡыусыһы, (Өфөнөң 71-се мәктәбе):
       - Бындай сараға мине беренсе тапҡыр саҡырҙылар, һәм мин быа шат. Мин яҡшы уҡыйым. Быйыл "Класс лидеры" курсын тамамланым, шулай уҡ бер нисә олимпиадала еңеү яуланым.
       Сабина Хөснөтдинова, алтынсы синыф уҡыусыһы (Архангел районы, Айытмәмбәт ауылы) :
       - Президент шыршыһына Архангел районынан дүрт кеше килдек. Беҙ үҙебеҙҙе тик яҡшы яҡтан ғына күрһәттек. Мин, мәҫәлән, яҡшы уҡыйым һәм матур йырлайым, төрлө конкурстарҙа даими ҡатнашам. "Яҙғы тамсылар" район конкурсында еңеү яуланым.
       Илдар Хамадиев, алтынсы синыф уҡыусыһы (Өфөнөң 87-се мәктәбе):
       - Президент шыршыһында булғаным юҡ. Мин бында яҡшы уҡығаным өсөн килдем. Мин шулай уҡ художество мәктәбенә йөрөйөм, һүрәт төшөрөргә яратам, конкурстарҙа ҡатнашам. Быйыл, мәҫәлән, "Һуғыш юҡ!" һәм "Шаляпин" конкурстарында еңеү яуланым. Конгресс-холл матур бина, миңә оҡшай. Бында күңелле. Мине саҡырғандары өсөн рәхмәт белдерәм.
       Бөгөн Өфөлә баш ҡала Яңы йыл шыршыһы үтә, уға баш ҡала балалары саҡырылған. Конгресс-холда бер юлы ике тамаша үтә. Ә 25 декабрҙә бында социаль шыршы үткәрелә.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал