6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Еврочудов блогы
17.12.08


       Иптәштәр, һеҙгә ҡыҙыҡ яңылыҡ еткерәм. Бәлки, берәйһе белмәйҙер, Өфө районының Михайловка ауылынан билдәле биатлонсыбыҙ Максим Чудов Евроспорт Рәсәй сайтында үҙенең блогын булдырҙы. Максим уны күндәм алып бара, даими яңыртып тора.
       Быны сәләмләйһе генә ҡала. Ҡай саҡ спортсыға ҡарайһың һәм күрәһең, кеҫә телефоны SMS хәбәрҙәр менән тулған - был уның техник яҡтан танып белеүенең сиге, кибернетик ижад нөктәһе.
       Кешенең мәғлүмәт майҙанында булыу теләге юҡ, ул ябай һәм үтә лә оялсан. Журналистарға үҙенең телефонын бирергә ҡурҡҡан кешенең ниндәй сайты һәм блогы булһын ти инде?..
       Ә Чудов, күрәһең, йәмғиәттең алға барған өлөшөнәндер ул. Уның элек-электән үк шәхси сайты булды, ә хәҙер көслө спорт порталының Рәсәй версияһында блогы барлыҡҡа килде.
       Чудов текстарҙы үҙе яҙмайҙыр, моғайын. Хикәйәләү теле әҙәби һәм шыма. Әммә быныһына артыҡ иғтибар бүлмәйек. Асылы шунда, хәҙер биатлон яратыусыларҙың уның фекерен белеү мөмкинлеге булды. Яңылыҡ сайттарында, блиц-интервьюла әйтелгән фразаларҙы эҙләү кәрәкмәй. Чудовтың трассала үткән уҙыштары, атыу урыны йәки көндәлек тормош тураһында нимә уйлағанын беләһегеҙ килһә, блогҡа инегеҙ.
       Блогтың популярлығы, әлбиттә, ҙур. Биатлон хәҙер бик күп тамашасыларҙы әсир итә. Был спорт төрө түгел инде - ул сифатлы телешоуға яҡынлаша. Тамашасылар Губерниев аңлатмаһы менән адреналинлы спортты үҙ итә.
       Чудов - Рәсәйҙә популярлыҡ яулаған биатлон лидеры, шуға күрә уға ҡарата мөнәсәбәт тә тейешле. Блогҡа инеүселәрҙең белдереүҙәре мөхәббәткә бай аңлатмалары һәм иң изге теләктәре менән тулы. Миҫал өсөн:
       "Максим, һаумы! Бөгөн Eurosport каналы комментаторы миҙгелдең беренсе уҙыш ваҡытында һеҙҙең блог тураһында әйтте. Ныҡ шатландым! Атыу ваҡытында йөрәк туҡтап ҡалғандай булды. Һеҙ шәп уҙыштығыҙ! (Ә уңышһыҙ дүртенсе рубежды онотаһы килә)".
       Йәки:
       "Максим, сәләм! Әйт әле, спринтта һиңә нимә булды? Беҙ һинең өсөн көйәбеҙ. Һин "Рус ракеткаһы", ҡайҙа һинең тиҙлегең? Мин көтәм, һин элекке формаңа ҡайтасаҡһың! Эҙәрлекләү уҙышында уңыштар! Беҙ һиңә ышанабыҙ!".
       Мин был ике посты махсус һайланым, уларҙа халыҡ һөйөүенән тыш, бер үк ваҡытта була торған хистәр күренә. Чудовтың әлегә саңғыла ла һәм атыуҙа ла бөтәһе лә шыма түгел, былар ҙа унда күренә.
       Старт алған миҙгелдә, донъя Кубогының тәүге ике этабында ул беренсе урында түгел. Атыу даими ҡыйын хәлдә ҡалдыра, уның тиҙлеген дә иң яҡшыларҙан тип әйтеп булмай - Чудов спринтта йүгереү буйынса ла тәүгеләр иҫәбенә эләкмәй...
       Әлегә берҙән-бер уңыш - эстафетала, уны Рәсәй яуланы. Әммә унда ла Максҡа штраф түңәрәге буйынса йүгерергә тура килә.
       Чудов үҙе Остерсундтағы донъя Кубогының беренсе этабындағы үҙенең һөҙөмтәләрен былай аңлатты:
       - "Мин был мәлгә нисек әҙер инем, шулай сығыш яһаным. Булған мөмкинлектәремде сарыф иттем, унан да арттырып ебәрә алманым. Атыу яғына килгәндә, былай һәйбәт, әммә барыу, әлбиттә, мин бер нисек тә ҡәнәғәт түгелмен. Тимәк, әлегә формала түгелмен, эшләргә кәрәк.
       Мәҫәлән, спринттың һуңғы түңәрәгендә ҡапыл тиҙлекте юғалтыу нимә менән бәйле, мин быны аңлата алмайым. Үҙем аңламайым. Организм әлеге мәлдә, күрәһең, бындай эшкә әҙер түгелдер. Мин яҙмаларҙы ҡарайым, шул уҡ норвегтар һәм австриялылар бик көслө йүгерә - шундай аныҡ хәрәкәттәр! Мин үҙемде улар менән сағыштырып ҡарайым - мин бер ниндәй ҙә түгел. Йүгерә башлаясаҡмын. Мин, иртәгә йәки иртәнән һуңға көсөм буласаҡ, тип фаразлай алмайым. Ул һәр этап һайын яҡшырырмы йәки юҡмы - бөтәһе лә минең хәлемә бәйле. Бәлки, бөтәһе лә ошо уҡ кимәлдә ҡалыр. Мин, асылда, быға ла әҙермен...
       Остерсундта ир-атса һауа торошо булды, унда үҙеңдең характерыңды, ихтыярыңды, көсөңдө күрһәтеп булмай. Йүгереү өсөн шарттар ауыр ине".
       Хохфильцендағы донъя Кубогының икенсе этабы тураһында:
       "Подиумға килгәндә, мин, әлбиттә, һағынырға өлгөрҙөм. Был ритмға ҡасан да булһа инә башларға кәрәктер тигән уй миңә тынғылыҡ бирмәне. Көттөм. Беҙ беренсе урын алдыҡ, әммә унда туҡталып ҡалырға ярамай. Туҡтамай, алға барырға кәрәк. Элек тренер был турала әйтә ине: нимәлер яуланың - эшеңде дауам ит.
       Эстафета көйәрмәндәр өсөн ҙур интрига барлыҡҡа килтерә. Элек тә шулай була ине, һәм хәҙер ҙә шулай ҡала. Биатлон көйәрмәндәр өсөн - ул иң шәп уйын мәле, һәм был һиҙелә. Көйәрмәндәр һаны йылдан-йыл арта. Был ҡыуаныслы. Трасса буйынса йүгерәһең - һәм русса телмәр ишетәһең: Максим, әйҙә-әйҙә, алға, беҙ һинең менән! Был ярҙам итә. Көйәрмәндәр яғынан кире күренеште бер ҙә осратҡаным булманы.
       Николай Круглов фиништан һуң, минең яҙа атыуҙар булмаһа, уҙыш күңелһеҙ булыр ине, тине. Мин эргәһендә тора инем һәм үҙем дә был турала шаяртып ҡуйҙым, ә ул быны әйткән. Миндә, шулай килеп сыҡҡан өсөн, ҙур булмаған төйөр ҡалды. Әммә был турала оноторға кәрәк. Шундай ҙур айырма менән еңеү беҙҙең әҙерлектең бер ни тиклем тигеҙ булыуы тураһында һөйләй. Әлегә юғары кимәлдә түгел, әммә бер-беребеҙгә ҡарата дәғүәселәргә ҡарағанда барыбер тотороҡлораҡ. Бынан һөҙөмтә барлыҡҡа килә лә инде.
       Хәйер, эстафетала Грайс та, Бьорндален дә йүгермәне. Ҡалғандары бөтәһе лә стартҡа баҫты. Минең уйымса, норвегтарҙың һәм немецтарҙың уңышһыҙлығы - ул төрлө хәлдәрҙең бергә тура килеүе. Көслө ел булды, дөрөҫ һәм ваҡытында йүнәлеш алырға кәрәк ине. Кемдер шулай итте, ә ҡай берәүҙәр булдыра алманы. Ғөмүмән, атыуҙа ел көслө булһа, ул иң ҡурҡынысы. Бындай хәл йыш була.
       Бындай һауа торошонда беҙҙә патрондар менән ҡайһы бер проблемалар килеп тыуа. Башта бындай еңел патрондарҙы мин ҡуллана инем, аҙаҡ Черезов ҡушылды, һәм улар менән күңелһеҙ хәлдәр барлыҡҡа килә башланы. Быны оноттоҡ шикелле, әммә әле бөтәšå ëœ тиерлек Р 100-ҙө ҡуллана башланы. Һәм беҙ атыу ваҡытында, елдең көсһөҙ булыуына ҡарамаҫтан, һулға һигеҙ төҙәтмә һәм уңға һигеҙ төҙәтмә яһай алабыҙ. Шунан һығымта яһағыҙ инде! Ярар, әгәр мин, йәки Черезов төҙәтмә яһаһа, әммә бөтә команда яһай бит.
       Бөтәһен дә, шулай уҡ пастьюттың беренсе этабында Черезовтың биш тапҡыр яҙа атыуын да патрон хәл итмәй. Ул төҙәтмә яһай, әммә ул етерлек булмай. Бындай хәл - бер рубежда биш яҙа атыу - минең менән дә булды. Мин донъя чемпионатында һәм беренсе рубежда йүгергәндә өс яҙа аттым, уҙыш тамамланды, тип уйлай инем. Әммә барыбер көрәшергә кәрәк, үҙеңдә көс табып, артабан барырға кәрәк".
       Һәм ахырҙа, блогтан тағы бер өҙөмтә. Чудов, һорауҙарҙың береһенә яуап биреп, биатлон буйынса Өфөлә үтәсәк Асыҡ Европа чемпионатында ҡатнашмауы тураһында хәбәр итә. "Мин йәш буйынса ¼òìœéåì - унда 26 йәшкә тиклем сығыш яһайҙар. Әлегә бер ниҙә әйтә алмайым. Әммә халыҡ Максим Чудовты стартҡа сығасаҡ тип көтә".
       Максим, халыҡ, иң элек, һинең фамилияңды донъя кубогы лидерҙары араһында күрергә теләй. Ә "икенсе дивизион" Өфө чемпионатына саҡырылған йондоҙҙар сифатында килә алаһың. Àвтограф таратырһың, биатлон яратыусылар менән фотоға төшөрһең, àðàëàøûðšû¾. Халыҡ һине көтә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал