6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Путинға һорау бир!
03.12.08


       Владимир Путин, президент вәкәләттәрен ҡалдырып, йыл һайын ватандаштары менән тура эфирҙа аралашыуҙан баш тартманы. Иртәгә, 4 декабрҙә, Рәсәй Хөкүмәте башлығы тура эфирҙа граждандарҙың һорауҙарына яуап бирәсәк. Премьерҙың халыҡ менән диалогы 12 сәғәттә (Мәскәү ваҡыты) башлана. Диалог "Рәсәй" дәүләт каналы, шулай уҡ "Рәсәй радиоһы" тулҡындарында трансляцияланасаҡ.
       Был ваҡытта Владимир Путин Мәскәүҙә Ҡунаҡ бүлмәһе һарайында буласаҡ, бында ғәҙәттә ул етәкләгән "Берҙәм Рәсәй" партияһының съездары үтә. Был маҡсаттар өсөн 400 ултырыу урынына иҫәпләнгән студия махсус йыһазландырыласаҡ. Премьер-министрҙың матбуғат секретары Дмитрий Песков хәбәр итеүенсә, унда "йәмәғәтселек ҡабул итеү бүлмәләренә мөрәжәғәт иткән кешеләр, кире элемтәне тәьмин итеүсе һәм халыҡ менән эшләгән хеҙмәткәрҙәр" ҡатнаша ала. Владимир Путин мөмкин булған дүрт ысул - студиянан, телефон аша, SMS ярҙамында һәм интернет аша алынған һорауҙарға яуап бирәсәк.
       "Берҙәм Рәсәй" партияһының йәмәғәтселек ҡабул итеү бүлмәһе аша премьерға һорауҙар биреп була. Башҡортостанда был партияның 69 бүлексәһе бар. "Берҙәм Рәсәй" партияһы рәйесенең Өфөлә Үҙәк йәмәғәтселек ҡабул итеү бүлмәһе түбәндәге адрес буйынса асылған: Цюрупа урамы, 100.
       8-800-200-40-40 телефоны аша бушлай шылтыратып, 0-40-40 номерына бушлай SMS ебәреп, шулай уҡ moskva-putinu.ru программаһының интернет-сайтында махсус форма тултырып, Путинға һорау менән мөрәжәғәт итеп була. "Исем-шәрифтәр, "зат", "социаль хәл", "гражданлыҡ" һәм "йорт адресы" графаларын тултырыу мотлаҡ.
       Әле сайтта иң күп бирелгән һорауҙарға күҙ һалһаң, торлаҡ, ипотека кредиты, финанс көрсөгө, нефткә хаҡтар, эшкә урынлашыу, йәш белгестәргә ярҙам күрһәтеү темалары өҫтөнлөк итә.
       Владимир Путин тура эфирҙа күпме ваҡыт булыр, уныһы әлегә билдәһеҙ. "Һөйләшеү киң буласаҡ", - тип белдерә матбуғат секретары.
       Владимир Путин 2001 йылда Рәсәй Президенты булараҡ, тура эфирҙа халыҡ менән беренсе тапҡыр аралашты. Ошо ваҡыттан алып "тура линия" йыл һайын үткәрелә, һәм аралашыу оҙайлылығы һәр саҡ арта.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал