6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Ғаилә

Ғаилә "бишкә"
28.11.08


       Алһыу Фәйрүзова, һис шикһеҙ, бай ҡатын. Уның биш балаһы бар: өс малайы һәм ике ҡыҙы. Ошо көндәрҙә, Рәсәйҙә билдәләнәсәк Әсә көнө алдынан, Алһыу Марс ҡыҙы "Әсәлек даны" миҙалы менән наградланды.
       Беҙҙең геройыбыҙ Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында йәшәй һәм эшләй. Хәтерләһәгеҙ, нәҡ был ауылда генерал-майор Минеғәли Шайморатов тыуған, ул Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән командалыҡ иткән.
       Алһыу Марс ҡыҙының биш балаһы бар, уларҙың өлкәне - 17 йәшлек Фидан әле Өфө урта махсус уҡыу йорттарының береһендә уҡып йөрөй. Ул балта оҫтаһы һөнәренә уҡый һәм шуға ла тик ял көндәрендә генә ҡайта. Фәйрүзовтарҙың икенсе улы - Алмаз, туғыҙынсы синыфта уҡый. Уның артынан икенсе синыфта уҡыған Айгөл, беренсе синыфта уҡыған Фидүс һәм ике йәшлек Наҙгөл килә.
       Алһыу Марс ҡыҙы күптән түгел тол ҡалды, бер кемдең дә ярҙамына иҫәп тотмай, биш баланы бер үҙенә аяҡҡа баҫтырырға тура килә. Ярай әле, кескәй Наҙгөлдө ҡалдырыр кешеһе бар. ʼï áàëàëû œñœíå¾ 81 йәшлек ҡәйнәһе, ул эштә булған ваҡытта, Наҙгөлдө ҡарай.
       Алһыу Марс ҡыҙы һауынсы булып эшләй, һәм уның эш көнөн шартлы өс сәғәткә бүлеп була. Ул көн дә иртәнге бишенсе яртыла тора һәм иртәнге һауынға йүгерә. Һигеҙҙәр тирәһендә өйөнә ҡайта. Көн үҙәгендә һәм сәғәт дүрттә тағы ла эшкә бара...
       Күп балалы әсә һүҙҙәренә ҡарағанда, уға ярҙамсы хужалыҡта балалары ярҙам итә.
       - Элек, ирем иҫән саҡта, беҙ малды күп тоттоҡ, - ти Алһыу Марс ҡыҙы. - Әле был эшкә минең көсөм етмәй, мал аҙығы ла ҡиммәт. Бесән әҙерләргә, һалам килтеðергә кәрәк - ә был бер кешенең ҡулынан килә торған эш түгел. Шуға күрә бер һыйыр һәм бер быҙау тотабыҙ...
       Фәйрүзовтарҙың торлаҡ шарттарын яҡшы тип әйтеп булмай. Алһыу Марс ҡыҙы балалары һәм ҡәйнәһе менән 40 квадрат метрҙан кәм булған бәләкәй йортта йәшәй.
       - Йорт бәләкәй, хатта артыҡ койка ҡуйырлыҡ урын юҡ, - ти күп балалы әсә. - Ә балалар үҫә, малайҙарға айырым бүлмә кәрәк, өлкән ҡыҙға - үҙенеке. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу үтенесе менән урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт иттем, унда миңә, бындай ярҙам ҡаралмаған, тип яуап бирҙеләр. Шуға ла үткән йылда 18 айға 55 мең һум күләмендә кредит алдым. Был аҡсаларға һигеҙгә туғыҙ метрлыҡ ҙур йорт төҙөү өсөн блоктар һатып алдым. Әле нигеҙ һалынған, ә төп эште яҙын башларға торабыҙ. Белмәйем, беҙ уны нисә йыл төҙөрбөҙ - нисек килеп сығыр.
       Фәйрүзовтар ғаиләһенең бюджеты ҡараусыны юғалтыу буйынса пенсиянан, балалар пособиеһынан һәм Алһыу Марс ҡыҙының эш хаҡынан йыйыла. Йәмғеһе - 18 мең һум тирәһе. Биш баланы иҫәпләгәндә, ә бер бала ҡалала уҡый, был сумма ҙур түгел. Плюс кредит ҡаплау - ай һайын аҡса янсығынан алтышар мең һум. Ярай әле, Алһыуҙың ҡәйнәһе бар, ул аҡса менән ярҙам итә.
       Ҙур сумма йыйып булмай, аңлашыла, шуға ҡарамаҫтан, Алһыу Марс ҡыҙы һаҡлыҡ кенәгәһенә әҙләп булһа ла аҡса һала бара. Был аҡсалар яҙын кәрәк буласаҡ бит. "Әсәлек даны" миҙалына ҡушып бирелгән аҡсаны Алһыу Марс ҡыҙы тотонмаҫҡа, ә счетҡа һалырға ҡарар итте. Йыйыла торһон. Күптән түгел һыйыр һуйҙылар - уның аҡсаһы ла счетҡа һалынды.
       - Нисек кенә тырышмайым, аҡса йыйыу менән шөғөлләнеп булмай, - тип көлә геройыбыҙ. - Барыбåр ҙœ тотонорға тура килә. Шуныһы яҡшы, беҙҙең ғаилә бушлай газ менән йылытыла - беҙ газ өсөн түләмәйбеҙ. Электр энергияһы менән файҙаланған өсөн беҙҙән ай һайын 110 киловатты алып ташлайҙар. Дәүләткә рәхмәт инде.
       - Алһыу Марс ҡыҙы, һеҙ киләсәктә балаларығыҙҙы нисек күрергә теләйһегеҙ?
       - Минең балаларым киләсәктә үҙҙәренең тормош юлын тапһын ине - был минең өсөн мөһим, - тине күп балалы әсә. - Балаларым өсөн ҡыҙараһым килмәй. Улар бөтәһе лә уҡыһындар, эшкә урынлашһындар, мине онотмаһындар ине. Өлкән улым техника ярата, йортта ла берәй нәмә ватыла ҡалһа, йәһәт кенә төҙәтеп ҡуя. Ауыл халҡы улдарымды маҡтай, улар эшсән. Иптәшем дә шулай ине. Ул ветеринар булып эшләне, ул үлгәс, уны бөтә ауыл оҙатты.
       Алһыу Марс ҡыҙы һүҙҙәренә ҡарағанда, үҙенең яҙмышын ул үҙе тапҡан. Әхирәте менән уның апаһына Шайморат ауылына килә һәм шунда тороп ҡала. Буласаҡ иптәше менән таныша һәм бер йылдан һуң уға тормошҡа сыға. Ул ваҡытта Кушнаренко ҡыҙына ни бары 21 йәш була.
       - Беҙ ирем менән ҙур, татыу ғаилә тураһында хыяллана инек. Мин, һәм минең иптәшем дә - икебеҙ ҙә күп балалы ғаиләнән. Балалар кемгә оҡшаған, миңә йәки иремә - әйтеүе ауыр, сөнки беҙ икебеҙ ҙә һары сәсле һәм зәңгәр күҙле. Балаларыбыҙ лайыҡлы, хөрмәтле кеше булып үҫһен - был мөһим.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал