6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Волейбол

"Зенит" ìåíœí "Урал"дың ê³ñ³ðãœíåøëå àëûøû
18.11.08


       Һүҙебеҙ "Зенит" (Ҡазан) менән "Урал"дың уйыны тураһында.
       Минең күптән инде автобустарҙағы командировкаларҙың йәмен тойғаным юҡ. Фанаттар менән бер автобуста уйын ҡарарға бараһың, ҡала буйынса бер аҙ йөрөп алаһың, матч ҡарайһың - һәм тағы ла транспортҡа, сәфәрҙең бөтә йәмен татыйһың.
       Ә ундағы мөһим фактор - юлсылар. Әгәр фанаттар апаруҡ ҡына "һалып" алһалар, улар матчҡа тиклем ҡысҡыра һәм янъял сығара башлай. Әммә "Урал" волейбол клубында фанаттарҙы һайлаï алыуҙа аҡыл менән ҡарағандар - фанаттар бола сығарманы. Күп көйәрмәндәрҙең өлкәí йәштә һәм тыныс булыуын, тамам тап килеүҙәрен билдәләп китергә кәрәк. "Урал"дың ярҙамсы бейеү төркөмөнән дүрт ҡыҙ тәжрибә уртаҡлашыу, Ҡазанда нисек бейегәндәрен күреү өсөн матчҡа юлланды.
       Ҡазан тарафтарына юлды тиҙ үткәндәй булдыҡ. Беҙҙе "Урал" командаһының автобусы алып барҙы, шуға күрә уңайлы барып еттек.
       Татарстандың баш ҡалаһына килеп итеү менән уның классикаһын - Ҡазан Кремлен ҡараныҡ. Башняның аҡ стеналары һәм ағас ҡыйығы тышҡы яҡтан матур күренә, ә бына эсенә керһәң - күңел ҡайта. Төрлө төҫтәге заман кирбестәренән торған стена буялмаған, ул шөêәтһеҙ күренә һәм бөтә картинаны юҡҡа сығара. Сөйөмбикә башняһы һәм ике ғибәҙәтхана - православие Благовещен соборы һәм мосолмандарҙың "Ҡол Шәриф" мәсете иғтибарҙы йәлеп итә. Һуңғыһы бик тә матур, әммә ул үтә заманса күренә.
       Дөйөм алғанда, Ҡазан ни менәндер Мәскәүҙе хәтерләтә. Әйтергә кәрәк, ҡала төрлө спорт объекттарына бай. Уларҙың күбеһе бөтә Рәсәйгә билдәле. Ҡазандың яңы Боҙ аренаһы, "Рубин" футбол стадионы һәм "Зенит" менән "Урал" осрашҡан "Баскет-Холл" тураһында кем ишетмәгән?
       Әлбиттә, "Баскет-Холл"дың паркеты шәптән түгел, ул заманса ҡапланмаған, берлектәге баскетбол-волейбол билдәһенең булмауы - был минус. Әммә Ҡазандың баскетбол һәм волейбол өсөн айырым күп һыйҙырышлы аренаһының булыуы - был ҙур плюс.
       Ҡайһы бер уйынсылар, әлбиттә, тырышты, әммә бөтәһе лә ысын волейбол уйынын күрһәтә алманы. Миҫал өсөн, Владимир Мельник һәм Леонид Кузнецов беренсе партияны уңышһыҙлыҡҡа дусар итте. Беренсеһе уға тиң алмашсы булмау арҡаһында ғына майҙанда тороп ҡалды. Икенсеһен Аркадий Козлов алмаштырҙы.
       Бында Алексей Казаковҡа ғына бер ниндәй ҙә дәғүә булманы. Һөҙөмтәлә шәп уйнаған үҙәк ҡамап алыусының мәрәйе (15), "Урал"дың Питер Вереш мәрәйенә (16) ҡарағанда, берәүгә кәмерәк булды.
       Вереш был матчта шәп уйнаны, әммә уның тупты биреү һәм тапшырыу алымы элеккесә көсһөҙөрәк, һыу ҡушылған һыра кеүек áóëäû. Бәлки, уларҙа Венгрияла шундайҙы эсәләрҙер? Ә бына Константин Ушаков уйланылған, әммә хәйләкәр алым менән уйнаны. Ярышташы уның менән оҙаҡ ҡына тиңләшә алманы. "Урал"дағы АҠШ вәкиле Габриэль Гарднер үҙенең ғәҙәти кимәлендә уйнаны, йәғни ул ваҡыты менән теремек һәм көслө булды, әммә ҡайһы бер осраҡтарҙа ул көсһөҙлөк күрһәтте. Ә "Зенит"тағы американдар, ғәҙәттәгесә, яҡшы уйнаны. Ллой Болл тупты шәп тапшырҙы, Клейтон Стэнли атакала ла, һәм тупты биргәндә лә һөҙөмтәгә өлгәште.
       Беренсе сетта "Зенит" бер нидәй проблемаһыҙ еңде - 25:20. Ә бына икенсе сетта был команда насар уйын күрһәтте. "Урал"ға яңы бешкән был бәлеште ашайһы ғына ҡалды, һәм егеттәребеҙ шулай итте лә, 25:21.
       "Зенит" көс өҫтәне, һәм "Урал" уға ҡаршы тора алманы. Өсөнсө партия барышында айырма һигеҙ мәрәйгә етте. Хужалар уйынсыһы Александр Абросимов рәттән ике тапҡыр эйс яһағандан һуң, беҙҙең остаз Юрий Маричев Владимир Мельникты Илья Савельевҡа алмаштырҙы, ә Габриэль Гарднерҙы - Максим Терешинға. Юҡ, был рух төшөнкөлөгө булманы. "Урал"дың тренеры ял итеп алған лидерҙарҙың юғары уйын күрһәтәсәгенә өмөт итте.
       Өсөнсө сетта (иҫәп 18:25 булғанда) "Урал" дүртенсеһендә лә тамам ҡалыша ине. "Зенит"сылар еңеүгә ышаныслы барҙы - 21:17, әммә бында Габриэль Гарднер өмөт ҡабыҙҙы - ике уңышлы атака, ике һөҙөмтәле блок - һөҙөмтәлә был партияла еңеү, 27:25.
       Ҡазанда көслө "Зенит"ҡа (Европаның иң яҡшы клубы) ҡаршы уйында мәрәй йыйылды.
       Татарстандың баш ҡалаһында тағы ла ике турнир балын алып була ине. Әммә бишенсе партияла, унда "Урал" һәйбәт уйнаны, аҙағында яйы килмәне. Иҫәп беҙҙең файҙаға булды, 14:12, әммә ҡунаҡтар яғынан уңышһыҙ һәм хужалар яғынан шәп туп биреүҙәр урындағы публиканы таң ҡалдырҙы - 19:17 һәм 3:2.
       Ауыр матчтан һуң "Зенит"тың баш тренеры Владимир Алекно трибуналағы үҙенең бер танышына былай тиер:
       - Мин бында Татарстан менән бәйләндем... Белорусияла картуф үҫтереүең күпкә яҡшыраҡ булыр ине.
       Үҙенең уйынсылары менән Пекинда илебеҙ өсөн "бронза" яулаған Рәсәйҙәге популяр остаз менән килешìœé áóëìà¿.
       Алекно рәсми аңлатмаларҙа тыйнаҡ булды:
       - Беҙгә беренсе сиратта тупты ҡабул итеү алымы етмәне. Ошо компонент араҡаһында икенсе матч ауыр бирелә. Команда башҡа компоненттарҙа аныҡ эш итә һәм ул ышаныслы еңә ала.
       "Зенит" составындағы иң яҡшы уйынсы Клейтон Стенли "БАШвестЪ" хәбәрсеһенә бер нисә кәлимә һүҙ әйтте.
       - Беҙҙә тупты ҡабул итеүҙә проблема булды, ә башҡаларында, минең уйымса, уйын шыма барҙы.
       - Һеҙ тренер әйткәнде ҡабатлайһығыҙ, бәлки, берәй яңы нәмә әйтерһегеҙ?
       - Уйымса, блокта яҡшы уйнай ала инек.
       - Ә үҙеңдең уйыныңды нисек баһалайһың?
       - Атакала һәм туп биреүҙә - гуд. Әммә тағы ла күберәк туп ҡамап ала ала инем.
       - Татарстан һәм Башҡортостан командалары араһында принципиаллек тураһында нимәлер ишеткәнегеҙ бармы?
       - Аҙ ғына. Һеҙҙең командала уйынсылар шәп - бына шуға ла матч ныҡышмалы барҙы.
       Уйындан һуң беҙҙең автобус тыуған республикабыҙға юл алды. Беҙ бейеү төркөмө ҡыҙҙарына матч статистикаһы ҡағыҙы бирҙек, ҡыҙыҡ өсөн. Улар башта "һандар"ҙың күплегенә иҫәңгерәп ҡалды, әммә аҙаҡ - өйрәнә башланылар. Бер бейеүсенең әйткән һүҙе оҙаҡ өйрәнеүҙең хәтерҙә ҡалған йомғағы булды.
       - "Урал"дың бөгөн төп лузеры - Леонид Кузнецов!
       Бының менән бәхәсләшеп булмай. Нәҡ Кузнецов насар уйын күрһәтте - ул ни бары ике мәрәй йыя алды. Эйе, Владимир Мельник та сифатлы эш итә башламаһа, Рәсәй йыйылмаһы тураһында оноторға тура киләсәк.
       Беҙ юлда изге миссияны үтәү - уйынсылар булған транспорттû көтөү өсөн туҡтаныҡ.
       - Төнөн бергә юлға сығырға кәрәк, автобустарҙың береһе ватыла ҡалһа, "Урал" командаһын һәм башҡа мөһим кешеләрҙе эшсе автобусына күсереп ултырталар, ә ҡалғандары ремонт көтөп ҡала. Әммә һеҙ ҡурҡмағыҙ - техника ышаныслы, яңы ғына сервисдан сыҡҡан, - тип аңлаттылар беҙгә.
       Бәхеткә күрә, беҙ Өфөгә һәйбәт ҡайтып еттек. Татарстанда алынған мәрәйҙе юлда бер кем дә тартып алманы, шуға күрә хәҙер "Урал" иҫәбендә 12 балл. Команда турнир таблицаһының бер баҫҡысына түбән төштө һәм хәҙер етенсе урында килә.
       Етди оппоненттарға ҡаршы уйындар дауам итә. Алда, киләһе шәмбелә, Новосибирскиҙың "Локомотив"ына ҡаршы матч була, ә аҙаҡ - "Локомотив-Белогорье"ға ҡунаҡҡа сәфәр.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал