6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Әкиәттәге туризм - әкиәт түгел
13.11.08


       Бала саҡта беҙҙең һәр беребеҙ әкиәт яратты. Уларҙы йоҡлар алдынан ата-әсәй һөйләй торғайны. Беҙ уларҙы радио аша тыңланыҡ һәм телевизорҙан ҡараныҡ, мәктәптә үҙебеҙ уҡыныҡ һәм өйрәндек. Әкиәттәр менән беҙҙең күңелле хәтирәләребеҙ бәйләнгән, тип әйтеп була. Һәм хәҙер әкиәттәр ярҙамында балалыҡ йылдарына ҡайта алабыҙ. Бала саҡта үтә шәп принцты осратыу, изге тылсым менән танышыу, йәнлектәрҙең һәм ҡоштарҙың телен аңлау хыялы менән яндыҡ беҙ...
       Тормош, моғайын, әкиәтһеҙ былай уҡ сағыу булмаҫ ине. Бәлки, әкиәттәге туризм тигән төшөнсә шуның өсөн барлыҡҡа килгәндер? Исеме ҡыҙыҡмы? Эйе, бындай туризм бар. Туризмдың төрлө төрҙәрен үҫтереү өсөн күп йылдар дауамында эпик әҫәрҙәр һәм әкиәттәр нигеҙ рәүешендә файҙаланыла. Германияла Гессен ере быға асыҡ миҫал булып хеҙмәт итә. Бында "Ағалы-энеле Гриммдарҙың әкиәттәге юлы" булдырылған.
       - Дөйөм алғанда, Гриммдар Гессен ере һәм Германия өсөн - мөһим күренеш, һәм туризмда ла ҙур роль уйнай, - ти ағалы-энеле Гриммдар музейы директоры Бернхард Лауэр. - Улар үҙҙәренең хеҙмәте менән һәр халыҡтың индивидуаллеге ауыҙ-тел халыҡ ижады, тел тарихы һәм әҙәби үҫеш менән тығыҙ бәйләнештә булыуын иҫбатланы. Улар әҙәби эштәре менән халыҡҡа үҙаллылыҡҡа юл күрһәтте. Шуға күрә Гессен еренә бөтә донъянан туристар килә, Гриммдар йәшәгән ҡалала була. Миҫал өсөн, музейҙың ҡунаҡтар китабында донъяның йөҙ телендә яҙылған яҙманы табып була. Айырыуса Гессен ерендә Япония туристары күп була, улар ағалы-энеле Гриммдар ижад иткән әкиәттәр менән ҡыҙыҡһына. Ғөмүмән, уларҙың ижады дөйөм донъя әһәмиәтенә эйә. Беҙ туристар өсөн материалдар сығарабыҙ. Беҙҙә Кассель ҡалаһының планы бар, унда Гриммдар йәшәгән урын күрһәтелгән. Беҙ шулай уҡ улар йөрөгән эҙҙәр буйынса махсус экскурсия ойошторабыҙ.
       Немец тәжрибәһен өйрәнеп, беҙҙә лә әкиәттәге туризмды үҫтерергә ҡарар иттеләр. "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы һәм Сергей Аксаковтың әкиәттәре нигеҙ итеп алынды.
       БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Эльвира Юнысованы тыңлайыҡ:
       - "Урал батыр" эпосы - уникаль. Халыҡта бындай эпостың булыуы уның рухи байлығы, тәрән аҡылы тураһында һөйләй. Сәсәндәр уны бөртөкләп йыйып, телдән телгә тапшырғандар һәм бөгөнгө көнгә тиклем килтереп еткергәндәр. Беҙҙең республика, һис шикһеҙ, донъя туризмы өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Башҡортостан - ул сергә, әкиәттәге гүзәллеккә бай, асылмаған китап.
       Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы ректоры Александр Дегтярев:
       - Туризмды ойоштороуҙа әкиәттәге һәм эпик образдар яңы ижади ҡараш өсөн мотив булып хеҙмәт итә. Беҙ башта - "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосындағы һәм Сергей Аксаковтың әкиәттәрендәге геройҙарҙы һәм ваҡиғаларҙы, ә аҙаҡ Урал аръяғында "Урал" туризм комплексы объекттарын халыҡ-ара күргәҙмәһенең предметы итергә теләнек.
       2001 йылда Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы республикала әкиәттәге һәм эпик туризмды үҫтереү буйынса проект эшләй. Академияла тарихи-мәҙәни туризм моделен булдырыу маҡсатында Туризм һәм коммуникация институты булдырылған.
       - Академияла 2000 йылдар башында заман туризмын булдырыу идеяһы барлыҡҡа килде, - тип һөйләй Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының Туризм һәм коммуникация институты директоры Искәндәр Усманов. - Беҙ Башҡортостандың туристик потенциалын өйрәндек, әммә улар әлегә ғәмәлгә ашмаған. Был идеяны хөкүмәткә, фәнни даирәләргә, бизнес-структураларына еткерҙек. Һәм хәҙер беҙҙең "Башҡортостандың алтын ҡулсаһы: Урал батыр юлдары буйлап" тигән проектыбыҙ финал стадияһына сыға. Аныҡ ҡарарҙар ҡабул ителә, бизнес-структуралар йәлеп ителә. Финанс көрсөгө, беҙгә ҡамасауламаҫ, тип ышанам.
       "Башҡортостандың алтын ҡулсаһы" проектының генераль маршруты ете йүнәлеш буйынса эшләнгән. Уға республиканың төп географик һәм тарихи иҫтәлекле урындары - Ирәмәл тауы, Яҡтыкүл, Талҡаҫ күле, Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм башҡа объекттар ингән.
       Германия яғы Башҡортостанда әкиттәге һәм эпик туризмды үҫтереү буйынса проект менән ҡыҙыҡһына. Шуға күрә 2002 йылда республика менән Гессен ере араһында хеҙмәттәшлек башланды.
       - Беҙ Германия баҙарында "Башҡортостандың алтын ҡулсаһы" проектын үҫтереү буйынса проект концепцияһын эшләйбеҙ, - ти Кассель Иҡтисад һәм һатыу академияһы етәксеһе Эвальд Гризель. - Беҙ немец туризм продуктын үҫтереү буйынса ошондай уҡ проекттың һеҙҙең республикала эшләнеүенә булышлыҡ итәсәкбеҙ.
       Ошо көндәрҙә БР физик культура, спорт һәм туризм министры Владимир Самородов һәм Гессен ере Хөкүмәте ҡарамағындағы Гессен туризм агентлығы етәксеһе Мартин Херкстретер туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
       - Был килешеүҙең маҡсаты - Башҡортостан һәм Гессен ере араһында туристар ағымын көйләү, - тип аңлата Мартин Херкстретер. - Беҙҙең артабанғы хеҙмәттәшлек белгестәр менән алмашыу мөмкинлеген бирер, тип ышанам. Был йүнәлеш Башҡортостан һәм Гессер ере өсөн мөһим.
       Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, Германия менән хеҙмәттәшлек уңышлы буласағына ышанабыҙ. Әкиәттәге туризм ялдың популяр бер төрө буласаҡ, һәм Урал батыр эпосы тураһында бөтә донъя беләсәк.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал