6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // САУҘА

БЫНДА ЭНӘҺЕНӘН ЕБЕНӘ ТИКЛЕМ БАР...
29.07.03


       Киләһе йыл башҡаланың күптәнге сауҙа ойошмаһы -Үҙәк унив ермаг үҙенең 100 йыллығын уҙғарасаҡ.
       Универмаг бинаһы сауҙа нөктәһе булараҡ 1906 йылдан бирле файҙаланыла. Сауҙа бүлеге начальнигы Мөнирә Рәшитова һөйләү енсә, баҙар иҡтисадының ауыр шарттарына ҡарамай, аҙ килемле тауарҙар төркөмөн дә һаҡлап алып ҡалып, универмаг тап унив ерсаль магазин булып ҡалды. Башҡа магазиндарҙа осратып булма ған көнкүрештә кәрәк төрлө ваҡ-төйәкте- булавкаһын, энәһен тигәндәй тап бында табып була. Бөгөн универмаг халыҡҡа 13 төрлө хеҙмәтләндереү күрһәтә. Шу л иҫәптән бында кредит карточкалары буйынса иҫәпләшеүиндерле гән, ҡайһы саҡта һатып алған әйберҙәре үҙ размерыңа тура к илтерергә тура килә - универмагтың үҙендә бының өсөн тегеү оҫтаханаһы асылған. Универмаг коллективы заман талаптарына ярашлы эшләргә тырыша . Йыш ҡына урындағы етештереүселәрҙең продукцияһы йәрминкәлә ре үткәрелә, урындарға сығып һатыу итеү ҙә улар өсөн яңы эш алымы түгел. Хеҙмәткәрҙәрҙең оҫталығын камиллаштырыу буйынса ла даими эш алып барыла.

Лена Вәлиуллина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал