6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Тағы ла "Аҡ розалар"
07.11.08


       90-сы йылдар кумиры, ҡасандыр "Ласковый май" ҙың солисы - Юрий Шатунов Өфөнөң күңел асыу клубтарының береһендә концерт менән сығыш яһаны.
       Һүҙ юҡ, Шатунов беҙгә йыш килә, һәр йыл тиерлек. Быға аптырырға кәрәкмәй. Беренсенән, аҡса ла аҙ түгел, икенсенән, нигә тағы ла бер тапҡыр тыуған төйәктә булмаҫҡа? Артист үҙе әйтеүенсә, ул "Башҡорт АССР-ында, Күмертауҙан 20 километр алыҫлыҡта тыуған". Өфө, әлбиттә, Күмертауҙан алыҫ, "Ласковый май" солисы унда ла барыр ине, әммә Шатуновты "саҡырыусы юҡ".
       Юрий Шатуновты Өфөгә йыш саҡыралар. Уның концертында зал тулы була. Бында килгән һәр кеше Юрий менән бергә ҡушылып йырларға, йәки, урын тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, бейергә тырыша.
       Юрий Шатунов үткән килгәнендә күберәк ваҡытын автограф таратыуға бүлеп, бик аҙ йырлаған икән. Йырсының быйылғы концерты ла шулай үтер тип уйлағайным. Аллаһы Тәғәләмә рәхмәт, күҙаллауҙарым бушҡа булды.
       Эйе, Шатунов үҙенең программаһын яңыртмаған, йырсы һәр ваҡыттағыса "Аҡ розалар"ҙан башланы һәм "Аҡ төндәр" менән тамамланы. Әммә Шатуновтың концерты "бишле"гә үтте. Сығыш ваҡытында бер ниндәй ҙә автограф һәм иҫтәлеккә фотоға төшөү булманы. Беренсеһе концерттан һуңғы ваҡытҡа ҡалдырылды, ә икенсеһе бөтөнләй булманы.
       Яңы йырҙарға килгәндә, әле "Ласковый май"ҙың экс-солисы яңы альбом өҫтөндә эшләй, ул тиҙҙән донъя күрәсәк. Юрий Шатунов был йырҙарҙың тематикаһы тураһында мәғлүмәт бирергә теләмәне, альбомда тик яңы йырҙар буласағы хаҡында ғына белдерҙе.
       Юрий Шатуновтың Өфөлә үткән концертын ҡарай алмаусыларҙа: "Бөгөн йырсы нисек күренә? Уларҙың кумиры нисек йәшәй икән?" тигән һорау тыуа. Ысынлап та, Юра шәп күренә.
       Нисек кенә булмаһын, Юра Шатунов ысындан да малайҙарса дәртле һәм йәш сырайлы күренә. Быға ҡартлыҡҡа хас йыйырсыҡтарҙың, сал сәстәрҙең һәм башҡа билдәләрҙең булмауынан тыш, уның кейемендәге спорт стиле, һул ҡолағындағы төрлө төҫкә инеп емелдәгән алҡаһы һәм, әлбиттә, матур тауышы булышлыҡ итәлер. Йырсының тауышы шулай уҡ, бер генә лә үҙгәрмәгән. Был сифаттар йырсының сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуы хаҡында һөйләй.
       Шатунов һүҙҙәренә ҡарағанда, ул бер ваҡытта ла наркотик ҡулланмаған.
       - Ниндәйҙер йүләрлек ҡылғансы, аҙ ғына коньяк эсеүең яҡшыраҡ, - ти йырсы. - Һеҙгә лә кәңәш итәм, сәләмәт булырһығыҙ!
       Ғаилә тормошона килгәндә, Юрий Шатунов, цех буйынса башҡа коллегалары кеүек, был теманы урап үтте. Улымдың исеме Дэнис, тип кенә әйтте.
       - Денис түгел, ә Дэнис. Бутамағыҙ, - тине Юра. - Улыма хәҙер ике йәш тә ике ай. Ул кемгә оҡшаған, ҡатыныма әллә миңәме? Үҙенә!
       Мине журналист булараҡ залда ултырыусылар ебәргән ҡайһы бер яҙыуҙар аптырашта ҡалдырҙы. Бына әйтегеҙ әле, автор нимә әйтергә теләгән, миҫал өсөн, ошондай яҙыу: "Мин бала саҡтан уҡ һиңә табынам. Мин һине яратам... балаларса. Мин һинең йырҙарың менән бергә үҫтем. Һинең иҫке сәхнә кейемдәрең ҡайҙа?"
       Ә һиңә нигә кәрәк, һин нәмә, уларҙы кейәсәкһеңме?..
       Бындай яҙыуҙар аҙ булманы. Кемдер тыуған көн менән ҡотлауын үтенде. Шатунов, күрәһең, бындай күренештәргә күнеккәндер, шаяртыуға борорға тырышты. Залда ултырған берәү йырсынан уның яратҡан йырын башҡарыуын үтенде. Артист тиҙ генә күтәрелде лә былай тине :
       - Беҙ ресторанда ултырмайбыҙ. Унда йырсы заказ буйынса йырлай. Беҙҙә концерт программаһы. Шуны әйтә алам, һеҙ яратҡан йырҙар бөгөн яңғыраясаҡ. Аҙ ғына сабыр булығыҙ...
       Дөйөм алғанда, Шатуновтың концерты яҡшы тәьҫир ҡалдырҙы. Өфөләр яратҡан йырҙарын тыңланы.
       Юра тағы ла Өфөгә килһә, мин яңынан уның концертына барыр инем. Тик бер шарт: әгәр йырсының репертуарында яңы композициялар барлыҡҡа килһә. Ә нигә бармаҫҡа ти, Шатунов - мөләйем, аралашыусан, матур йырлай һәм ... ғаиләле. Юра Шатунов балалар йортонда тәрбиәләнгән. Шуға ла уның өсөн иң мөһиме - ул ғаилә бәхете. Юра һәр кешегә уны теләне.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал