6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Спектакль, фильм һәм Мостай Кәрим исемендәге премия
21.10.08


       20 октябрҙә республикала иҫтәлекле дата - Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнөн билдәләнеләр. Был айҡанлы Өфөлә төрлө саралар үтте. 158-се гимназияла Мостай Кәрим исемендәге стипендияларҙы тапшырыу тантанаһы үткәрелде. 2008 йылда уға Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенттары Кристина Андрианова менән Лилиә Нураҡаева эйә булды. Ә кисен Өфө ваҡыты менән 23 сәғәт 5 минутта БСТ каналында Булат Йосоповтың "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" фильмы күрһәтелде. Режиссер әйтеүенсә, картина өҫтөндә эште тамамлауға, дөйөм алғанда, биш йыл ваҡыт киткән. Фильм прокатҡа сыҡҡан 2006 йылды Булат Йосопов, ваҡытынан алда булды, тип атай.
       Быйыл иҫтәлекле дата дүшәмбегә, ҡала театрҙарының ял көнөнә тура килде. Шуға ҡарамаҫтан, шағирҙың исемен йөрөткән БР Милли йәштәр театры сәхнәһендә башҡорт труппаһы артистары "Беҙҙең өйҙөң йәме" спектаклен ҡуйҙылар.
       - Был дата аҙнаның ниндәй генә көнөнә тура килмәһен, беҙ һәр ваҡыт танылған һүҙ оҫтаһы Мостай Кәрим хөрмәтенә спектакль ҡуясаҡбыҙ, - ти Йәштәр театры директоры Ринат Ишмуллин. - Беҙҙең театр осраҡлы ғына республиканың халыҡ шағиры исемен йөрөтмәй. Театр репертуарында иң күбе уның әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәр. Етмәһә, рус труппаһы режиссеры Мөсәлим Ҡолбаев та, башҡорт труппаһы режиссеры Рөстәм Хәкимов та беҙҙең театр ғына түгел, республиканың башҡа ижади оҫтаханалары сәхнәһендә Мостай Кәрим пьесалары һәм повестары буйынса әллә күпме спектаклдәр ҡуйҙы.
       Мостай Кәрим Йәштәр театрына йөрөргә бик яратҡан, бер премьераны ла ҡалдырмаған, тиҙәр. Мэтр ҡараған һуңғы спектаклдәрҙең береһе "Беҙҙең өйҙөң йәме" булған. 2005 йылдың яҙында уға билет алыуы ҡыйын булған, сөнки спектакль премьераһы барған көндәрҙә саҡырылған ҡунаҡтар араһында Мостай Кәрим үҙе лә булған. Һаулығы насар булыуға ҡарамаҫтан - шағир дауаханала дауаланыу курсы үткән, ул тамашасылар менән бергә булыу өсөн театрға килгән. Спектаклдән һуң маэстро сәхнәгә күтәрелгәс, залда алҡышлап ҡул сапҡандар.
       - Мостафа Сафа улы менән эшләү ҙур ҡәнәғәтлек килтерә ине, - тип хәтергә ала рус труппаһының баш режиссеры Мөсәлим Ҡолбаев. - Туранан-тура ижад менән бәйле әңгәмәләрҙән (сюжетты, композицион ҡарарҙарҙы тикшереү) тыш, ябай кешеләрсә әңгәмә лә ҡора инек. Билдәле булыуынса, "Беҙҙең өйҙөң йәме" спектаклендә мин Мостай Кәримдең ике әҫәрен - шул уҡ исемдәгеһен һәм икенсе "Таған" тигән әҫәрен - берләштерҙем. Тылсымлы проза һәр ваҡыт иғтибарҙы йәлеп итә бит ул. Үҙ идеям тураһында Мостафа Сафа улына һөйләгәс, ул, дөрөҫөн әйткәндә, бик хупламаны ла, ҡәтғи ҡаршы ла булманы. Композитор Ришат Сәғитов, костюмдар буйынса рәссам Юлия Ғиләжева һәм ҡуйыусы Эдуард Ғизәтуллин менән беҙ һәр мәлде, һәр аҙымды Мостай Кәрим менән кәңәшләшеп, килешеп эшләнек. Ижади процесс бик ҡыҙыҡлы барҙы, юғары культуралы кеше, иҫ киткес шәхес менән осрашыу һәр ваҡыт күңелдә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдыра бит ул. Спектакль әҙер булғас, Мостафа Сафа улы уны ҡараны ла бик ҡәнәғәт ҡалды. Театрыбыҙ сәхнәһендә ул инде өсөнсө йыл барыуға ҡарамаҫтан, әле булһа тулы зал йыя.
       Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, һөйләү үҙ йәшлеген иҫенә төшөргән төп герой исеменән алып барыла. Был Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Украинанан төпкөлдәге башҡорт ауылына килеп эләккән славян ҡыҙы Оксана тураһында тулҡынландырғыс тарих. Бында ҡыҙыҡай икенсе ғаиләһен таба: наҙлап һөйгән әсәһен, шәфҡәтле, аҡыллы өләсәһен, бер минутҡа ла һеңлеһен яңғыҙ ҡалдырмаған, уны өпәкәйләп торған, башҡортса һөйләшергә өйрәткән ағаһы Йәмилде. Дуҫтары - ауылдағы бала-саға менән бергә уйнау һәм аралашыу Оксана менән Йәмилдең борсоуһыҙ көндәрен тулыландыра. Әйтерһең, бер ниндәй һуғыш юҡ. Ләкин ул балалар күңеленә лә үҙ эҙен һалмай ҡалмай. Улар өлкәндәрсә кеше хәлен аңлай, мохтаж булған һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙа белә.
       Фәлсәфәүи мәғәнәләге лирик спектакль өлкәндәрҙе лә, балаларҙы ла вайымһыҙ ҡалдырмай. Бәлки, шуға күрәлер ҙә Мостай Кәрим был театрҙа булырға яратҡандыр, сөнки балалар бик эскерһеҙ баһалаусылар бит - әгәр оҡшай икән, был турала асыҡтан-асыҡ әйтәләр, әгәр юҡ икән, оялып тормайынса, туранан-тура белдерәләр.
       Театрҙың бөтә тарихында бында республиканың халыҡ шағиры әҫәрҙәре буйынса тиҫтәләгән спектакль ҡуйылған. "Беҙҙең өйҙөң йәме"нән тыш, репертуарҙа әле сәхнәлә барған "Йәйәүле Мәхмүт", "Йәләлетдин олатай" кеүек спектаклдәр бар. Театрҙың ижади труппаһы, киләсәктә лә Мостай Кәримдең ижадына мөрәжәғәт итәсәкбеҙ, тип раҫлай, уның әҫәрҙәре сәхнәләштереү өсөн бик уңайлы.
       - Театрҙың мәңгегә был бөйөк исем менән бәйләнгәнен тағы бер факт раҫлай, - ти Мөсәлим Ҡолбаев. - Бинаның фасадында "Молодежный" тигән яҙыу тап Мостай Кәримдең почеркы менән яҙылыуын бик аҙҙар белә. Шулай итеп, беҙҙең театрҙа талантлы шағир һәм шәхестең яҙыу өлгөһө лә мәңгеләштерелгән.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал