6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Бәхетле райондар
16.10.08


       Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә йылдың төп ваҡиғаһына - республика медсоветына аҙ ғына ваҡыт ҡалды. 17 октябрҙә һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса Республика Советының дүртенсе күсмә ултырышы үткәрелә.
       Сираттағы медсоветтың ентекле иғтибар зонаһына эләккән райондарҙы "бәхетле райондар" тип атағы килә. Уларҙың дауалау-профилактика учреждениеларына байтаҡ сумма һалына бит, тимәк, иҫке һаулыҡ һаҡлау объекттары реконструкциялана, яңылар төҙөлә. Тағы килеп, заманса дауаханалар проекттарын стационарҙарҙы дөйөм ятаҡ тибында төҙөгән совет заманындағылар менән сағыштырырлыҡ түгел инде. Бындай уйламай төҙөүҙең сағыу миҫалы - беҙҙең онкодиспансер.
       Бөгөн төҙөлгән дауалау-профилактика учреждениелары бөтөнләй башҡа. Бында аҙ урынлы палаталар ҙа, иң күбе дүрт кешелек палаталар ҙа бар, уларҙа бөтә уңайлылыҡтар булдырылған, иң заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Айырманы тояһығыҙмы?
       Бына шуға күрә лә республика медсоветы ултырыштары үткән райондарҙы бәхетле тип атайым да. Медицина яғынан цивилизация төпкөлгә ҡасан барып етә әле. Ә бына бөтә төбәк медиктарының абруйлы йыйылышы районды күтәрә. Дауаханалар яңы йөҙ ала, дауалау кимәле күтәрелә. Бына ул - эргәлә генә, файҙалан әйҙә, һәм заманса ҡорамалда тикшеренеү үтеү өсөн Өфөгә йә тағы ҡайҙалыр күп тапҡырҙар барып ҡайтыу өсөн тир түгеп тапҡан аҡсаңды сарыф итмә...
       Быйыл урындағы һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу өлөшөндә бәхетле билетты Архангел, Белорет һәм Бөрйән райондары тартып сығарҙы. Тап уларға 865 миллион һум аҡса һалынды, бының 28 миллионы ғына федераль бюджетҡа тура килә. Финанслауҙың төп өлөшөн республика ҡаҙнаһынан бүленгән средстволар, шулай уҡ бюджеттан тыш сығанаҡтар тәшкил итте.
       БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Зөфәр Мортазин әйтеүенсә, Архангел, Белорет һәм Бөрйән райондарының һаулыҡ һаҡлау системаһын күтәреү өсөн бүленгән 865 миллион һум аҡсанан яңы объекттар төҙөүгә 408 миллионы тотонолдо ла инде, ә был объекттарҙы йыһазландырыу өсөн яңы ҡорамалдар һатып алыуға әлегә 230 миллион һумы тотонолған. Күреүебеҙсә, суммалар бик ҙур. Башҡортостандың өс районы халҡы тиҙҙән заманса медицина хеҙмәтләндереүенең бөтә ыңғай яҡтарын үҙҙәрендә тойор, тип ышанғы килә. Унда кимәл бөтөнләй икенсе буласаҡ бит...
       Традиция буйынса күсмә медсовет-2008-ҙә, элекке йылдарҙағы кеүек, республиканың юғары етәкселеге, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, үҙәк ҡала һәм район дауаханаларының баш врачтары, шулай уҡ күрше өлкәләрҙән, Силәбе һәм Ырымбурҙан ҡунаҡтар ҡатнашасаҡ.
       Әйткәндәй, күршеләр үпкәләмәһен, әммә медсовет ойоштороу һәм үткәреү - тик Башҡортостан традицияһы ғына. Бындай ҙур күсмә форумдар, һәр хәлдә, Волга буйы федераль округында үткәрелмәй. Ә юҡҡа - бик һәйбәт идея бит. Медицина бөтә райондарҙа бер юлы күтәрелмәһә лә, иң мөһиме, алға хәрәкәт бар бит. Аҡрынлап, медсовет бөтә райондарҙа ла үтәсәк, кешеләргә сифатлы һәм ваҡытында медицина ярҙамы алыуҙан шатлыҡ бүләк итәсәк.
       Әйткәндәй, медсовет-2008-гә илдең һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры Татьяна Голикованың килеүе көтөлгәйне, әммә ул килә алмай. Өҫтәмә дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса ашығыс селектор кәңәшмәһе үткәреләсәк, унда Рәсәйҙең бөтә төбәктәре ҡатнашасаҡ, тиҙәр. Хәйер, күрһәтеү өсөн төҙөлмәне бит, ә һәр көн файҙаланыу өсөн.
       Һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса Республика Советының күсмә ултырышында ҡатнашыусылар маршруты билдәле, ул Архангел районынан башланасаҡ, бында бер юлы бер нисә фельдшер-акушер пункты төҙөлдө. Бында Архангел үҙәк район дауаханаһының хирургия корпусын асҡанда символик ҡыҙыл таҫманы киҫеү, реконструкцияланған иҫке поликлиникаға барыу планлаштырыла.
       Һуңынан медсоветта ҡатнашыусылар Белорет районына, бер юлы бер нисә һаулыҡ һаҡлау объектына юл тотасаҡ. Уларҙың иң мөһиме - күптән түгел һаҡаллы төҙөлөш булған - 121 бала табыусыға иҫәпләнгән Белорет бала табыу йорто. Майҙаны буйынса ул иҫке бинанан дүрт тапҡырға ҙурыраҡ, ә иң мөһиме, бөтә санитар нормалар буйынса төҙөлгән.
       Бөрйән районына килгәндә, Иҫке Собханғол ауылында Бөрйән үҙәк район дауаханаһының хирургия корпусы төҙөлдө. Эргәлә, Байназар ауылында ауыл врач амбулаторияһы һәм шәфҡәт туташы тәрбиәһе дауаханаһы төҙөлдө.
       Был күсмә медсоветта ҡатнашыусылар ҡараясаҡ дауалау объекттарының тулы исемлеге түгел әле. Киләһе йыл һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса Республика Советы-2009 күсмә ултырышының иғтибар зонаһына өс түгел, ә дүрт район эләгер, тип ышанайыҡ. Сөнки йортонан алыҫ түгел сифатлы һәм тулы медицина ярҙамы алыуҙы Башҡортостанда йәшәүсе һәр кеше теләй.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал