6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Алтын ҡуллы оҫта
03.10.08


       Һәр ҡатын-ҡыҙ үҙенсәлекле булырға хыяллана. Хәҙер һәр ҡала- ауылда төрлө магазиндар һәм өҫ кейемдәре салондары асылған, шуға күрә лә матур кейем һайлап алыу ҡыйын түгел. Ләкин һеҙгә фигурағыҙға тап килгән, бик килешле эксклюзив әйбер кәрәк икән, ул саҡта таныш тегенсегеҙгә йәки ательеға мөрәжәғәт итегеҙ. Туҡымаларҙың һәм аксессуарҙарҙың йәнең теләгәнен һайлап алырға мөмкин булған хәҙерге заманда матур күлдәк йәки байрам костюмы тектереү һис тә проблема түгел. Тик бына эш шунда: ательела һинең заказыңды үтәрлек оҫта табылырмы? Хеҙмәтләндереүҙәр өлкәһе үҙенең рентабелһеҙлеге арҡаһында тарҡала бара, бөтә яҡшы оҫталар ҡасып бөткән, тигән фекер йөрөй бит. Тегенсенең эш хаҡына ғына йәшәп буламы ни хәҙер?
       Бәхеткә ҡаршы, матур кейем тектерергә йәки йүнәттереп алырға мөмкин булған ательелар ҡалған икән әле. Шундай бер салонға Гүзәл Вачаева етәкселек итә, уға совет заманында уҡ әле "РСФСР Халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү министрлығының иң яҡшы рационализаторы" һәм "Оҫта - алтын ҡулдар" исемдәре бирелгән. 1976 йылда Гүзәл Узар ҡыҙы Мәскәү технология институтын тамамлаған һәм башта "Башшвейбыт" берекмәһендә эксперимент цехы инженер-технологы, һуңынан техник бүлек начальнигы булып эшләгән. Кооператив хәрәкәт үҫешә башлаған үҙгәртеп ҡороу йылдарында "Йүрүҙән" сауҙа үҙәге тегеү цехына договор буйынса эшкә күсә. 1992 йылда уны бизнес-сервис салоны производствоһы буйынса директор итеп һайлайҙар.
       - Әгәр һатыу һәм компьютер техникаһы сервис хеҙмәтләндереүе булмаһа, беҙҙең тегеү производствоһы ябылған булыр ине, - ти Гүзәл Узар ҡыҙы. - Бинаны ҡуртымға алған өсөн беҙ, көнкүреш хеҙмәтләндереүе предприятиеһы булараҡ, льготалы хаҡ түләһәк тә, өҫ кейеме тегеү һәм ремонтлау иҫәбенә генә йәшәй алмаған булыр инек.
       Хәҙерге ваҡытта коллективта 24 кеше эшләй, уларҙың яртыһы - тегенселәр. Оҫта белгес һәм етәксе Гүзәл Вачаева эшкә иң яҡшы оҫталарҙы - бесеүселәрҙе һәм тегенселәрҙе йәлеп итә, ижад ҡомарын һәм тегеү оҫталығының юғары ҡанундарын һаҡлай алған. Салон хеҙмәткәрҙәренә һәр ваҡыт өҫ кейемендәге милли традицияларға һаҡсыл мөнәсәбәт һәм уларҙы хәҙерге заман мода тенденциялары менән оҫта берләштереү хас.
       1997 йылдан предприятие ҡала һәм республика фестивалдәрендә, конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә, мода форумдарында ҡатнашып, дипломдар һәм призлы урындар яулай. Гүзәл Узар ҡыҙы коллективында профессионалдар эшләүе менән ғорурлана. Рәссам-модельер Ләйлә Салауатова элек Модалар йортонда эшләгән. Конструктор Лариса Максимова "Башшвейбыт"тың эксперимент цехынан килгән. Тегенселәр араһында берҙән-бер ир - тегенсе Вячеслав Афанасьев - киң профилле белгес, ысын универсал. Ул "ауыр" туҡымаларҙы яҡшы бесеү генә түгел, күндән изделиеларҙы оҫта ремонтлай ҙа.
       Былтыр коллективтың өс хеҙмәткәре "Оҫта - алтын ҡулдар" республика конкурсында еңеүсе булған. Улар Ирина Озорнина, Лариса Максимова һәм Екатерина Кириллова.
       Гүзәл Вачаева үҙе - "Йыл ҡатын-ҡыҙ-директоры" VII Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе, уның финалында 2004 йылда диплом һәм миҙалға лайыҡ булды. Икенсе йылына уның тураһында материалдар "Ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙар. Рәсәйҙең алтын фонды" баҫмаһының IV томында баҫылды. 2006 йылдың мартында уға "БР-ҙың атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре" тигән почетлы исем бирелде.
       Гүзәл Вачаева йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә шөғөлләнә: ул Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙар ассоциацияһы Советы ағзаһы булып тора.
       Етәксене иң борсоғаны - кадрҙар етешмәү. Тегеү салоны хеҙмәтләндереүҙәре киң һорау менән файҙалана, оҫталар бер ваҡытта ла буш ултырмай, ә бына йәш белгестәр көнкүреш хеҙмәтләндереүе өлкәһенә бик теләп килмәй. Күрәһең, был эште абруйлы тип иҫәпләмәйҙәрҙер. Ә юҡҡа. Ҡатын-ҡыҙ өсөн тегә белеү һәм ҡул эшенә оҫталыҡ элек-электән төп шөғөлдәренең береһе булған. Беренсенән, ул үҙе һәр ваҡыт матур кейенәсәк, икенсенән, ғаилә ағзалары ла кейемле буласаҡ.
       - Һуңғы ваҡытта бер юлы өс хеҙмәткәребеҙ декрет отпускыһына китте, - тине Гүзәл Узар ҡыҙы. - Хәҙер уларҙы кем менән алмаштырырға икән тип баш ватам. Иғлан да бирҙем инде, тик бер фәтеүә лә юҡ. Беҙҙең эштә быуындар күсәгилешлеге булһын ине, тип бик тә теләйем. Беҙҙең ҡорамалдарыбыҙ яҡшы, бик белеп етмәһә, өйрәтеп ебәрербеҙ. Заказын сифатлы итеп башҡарған өсөн клиенттың ихлас рәхмәте - беҙҙең өсөн иң яҡшы награда.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал