6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Сысҡан биҙгәге һәм сальмонеллез тураһында
29.08.08


       Бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк республика халҡына ҡурҡыу һалыуын дауам итә. Быйыл геморрагик биҙгәк менән ауырыу күрһәткесен, әлбиттә, бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк ауырыуына "уңышлы" - 1997 йыл күрһәткесе менән сағыштырып булмай, ул ваҡытта беҙҙә ун меңдән ашыу кеше ауырыған (100 мең кешегә 287 ауырыу тура килгән). 2008 йылда бындай ауырыуҙар һаны ун тапҡырға аҙыраҡ.
       "Роспотребнадзор"ҙың БР буйынса идаралығы етәксеһе Роберт Такаев һүҙҙәренә ҡарағанда, геморрагик биҙгәк буйынса эпидемиологик хәл Волга буйы федераль округының бөтә административ òерриторияларында һаҡлана. Округтың бөтә 14 субъектында ла бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк ауырыуының 1500 осрағы теркәлгән. Волга буйы федераль округы буйынса ауырыу күрһәткесе һәр 100 мең кешегә 4,9 кеше тәшкил иткән. Был Рәсәйҙә теркәлгән геморрагик биҙгәк ауырыуының 85 проценты.
       Күрәһең, ерән ҡыр сысҡанына - хәүефле вирусты таратыусыға, Волга буйы федераль округында йәшәргә иркен. Ә Башҡортостанда - бик тә яҡшы. Беҙҙә ҡыр сысҡандары өсөн климат шарттары һәйбәт.
       Шуға күрә беҙ Волга буйы федераль округының башҡа субъекттары араһында геморрагик биҙгәк менән ауырыусылар һаны буйынса тәүгеләр рәтендә киләбеҙ. 2008 йылдың тәүге яртыһында Башҡортостан 100 мең кешегә 17-нән күберәк кеше тура килгән күрһәткес менән Удмуртстанды (һәр 100 мең кешегә - 11) һәм Мари Илен (100 мең кешегә - 6) артта ҡалдырҙы.
       Бөгөнгө көндә геморрагик биҙгәк ауырыуына юë ҡуймауҙа төп сара - дератизация (кимереүселәргә ҡаршы көрәш саралары комплексы), ҡыҫҡаһы, сысҡандарға айырыуса бай территорияларҙы ағыулы химикаттар менән эшкәртергә.
       - Геморрагик биҙгәк ауырыуы оҙаҡ дауам итә һәм был сирҙе эләктергән кешене дауалау ҡиммәткә төшә, - ти БР баш дәүләт санитар врачы Роберт Такаев. - Һәм был ауырыу хәүефле вирус менән зарарланыусының һаулығын ҡаҡшата, ул кешене инвалид яһай. Үкенескә ҡаршы, бөгөнгө көндә бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк ауырыуына вакцина юҡ, шуға күрә был ауырыуҙы иҫкәртеү юлы булып дөйөм санитар һәм кимереүселәрҙе ҡырып бөтөрөү саралары тора.
       Әйтергә кәрәк, кимереүселәрҙе ҡырып бөтөрөү өсөн йыл һайын республика бюджетынан байтаҡ сумма бүленә. Урындағы бюджеттар ҙа сысҡандар менән көрәшеү эшенә үҙ өлөшөн индерә.
       Роберт Такаев фекеренсә, был мәсьәләләрҙә төп ярҙамсы - Өфө ҡалаһы. 2007 йылда баш ҡала бюджеты средстволары иҫәбенә 15 гектар эшкәртелгән, ә башҡа муниципаль райондар һәм ҡала округтары бюджеттары иҫәбенә - һигеҙ мең гектарҙан ашыу.
       Дөрөҫ, бөтә райондар ҙа кимереүселәргә ҡаршы көрәшкә үҙҙәренең средстволарын йүнәлтеп бармай.
       - Бөрө, Белорет, Октябрьский, шулай уҡ Асҡын, Миәкә, Мишкœ һәм Благовещен райондарында бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк ауырыуы күрһәткестәре юғары булыуына ҡарамаҫтан, дератизация саралары өсөн урындағы бюджеттарҙан бөтөнләй аҡса бүленмәй, - ти Роберт Такаев. - Геморрагик биҙгәк ауырыуы буйынса традицион беренсе урында торған Благовещен районы кимереүселәрҙе бөтөрөү сараларын финанслауҙы тик республика ҡаҙнаһы средстволары иҫәбенә өмөтләнә. Республиканың Шишмә, Краснокама, Дүртөйлө, Ғафури һәм башҡа райондары (был райондарҙа геморрагик биҙгәк ауырыуы күрһәткестәре түбән), Благовещен районына ҡарағанда, унда йәшәгән халыҡтың һаулығы тураһында ҡайғырта, кимереүселәрҙе ҡырып бөтөрөү сараларын үткәреү өсөн аҡса таба.
       Төбәк өсөн тағы ла бер хәл итеүе ауыр мәсьәлә - эсәк инфекцияһы. Башҡортостанда киҫкен эсәк инфекцияһы һаны буйынса бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк ауырыуы һанына тиң. Роберт Такаев һүҙҙәренә ҡарағанда, 2008 йылдың ете айында республиканың 8500 кешеһе эсәк ауырыуы менән ауырыған. Дизентерия менән ауырыу үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда яртылаш күтәрелгән. Ә башҡа эсәк инфекциялары 12 процентҡа артҡан.
       Өфөләр өлөшө эсәк инфекциялары менән яфаланыусыларҙың дөйөм республика исемлегендә 40 процентҡа тиклем етә, сальмонеллез менән - 60 процентҡа тиклем, дизентерия менән - 75 процентҡа тиклем.
       Һорау тыуа - эсәк инфекцияларын төп таратыусы кем ул? Әлбиттә, беҙҙең аҙыҡ, магазиндарҙа, баҙарҙарҙа һатылған, кафе һәм ресторандарҙа тәҡдим ителгән бөтә аҙыҡтар.
       "Роспотребнадзор"ҙың БР буйынса идаралығы үткәргән тикшереүҙәр һөҙөмтәләре борсоуға һала. Урындарҙағы тикшереүҙәр хәүефле инфекциялар барлыҡҡа килтереүселәрҙе асыҡлау менән тамамланған.
       Миҫал өсөн, сальмонеллез менән ауырыусыларҙың 70 проценты ауырыу фактын үҙебеҙҙә етештерелгән, шулай уҡ илдең башҡа төбәктәренән килтерелгән аҙыҡ-түлекте, ҡош-ҡорт продукцияларын ҡулланыу менән бәйләй.
       Борай районында юбилей тантанаһында гриль-тауыҡ итен ауыҙ итеүселәр (13 кеше) сальмонеллез менән ауырый. Тауыҡ Нефтекаманың "Магнит" магазинында һатып алынған була. Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре магазинды тикшергән ваҡытта бик күп етешһеҙлектәр асыҡлана.
       Йәмәғәт туҡланыуы нөктәләренә килгәндә, Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре яғынан шелтәләр бар. Тикшереү барышында уларҙа ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан продукттарҙың булыуы асыҡланған, салаттарҙа һәм икенсе блюдаларҙа эсәк таяҡсаһы төркөмө бактериялары табылған, сей һәм бешкән иттең бергә һаҡланыуы асыҡланған, йә булмаһа һыуытҡыс булмай сыҡҡан...
       Санитария нормаларын боҙоуҙар киҫкен эсәк ауырыуҙарын барлыҡҡа килтерә һәм республика граждандары Роспотребнадзорға нигеҙләнгән ялыуҙар менән мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығына ике меңдән ашыу мөрәжәғәт ингән, шуның 40 проценты продукттарҙың сифатына һәм йәмәғәт туҡланыуын ойоштороуға бәйле.
       2008 йылдың тәүге яртыһында Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре туғыҙ тоннанан ашыу сифатһыҙ һәм хәүефле аҙыҡ-түлек продукттарын яраҡһыҙ тип тапҡан. Боҙоҡ тип табылған продукцияларҙың è¾ күп күләме икмәк һәм кондитер изделиеларына тура килә - 25 процент, аҙаҡ ит һәм ит продукттары - 18 процент, унан һуң килә һөт һәм һөт продукттары - 13,5 процент.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал