6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Африка тағунына юлдар ябыҡ
07.08.08


       Сусҡаларҙың Африка тағуны менән ауырыуы бөтә Рәсәйҙе аяҡҡа баҫтырҙы. Был ауырыу тиҙ тарала, хайуандарҙы бер аҙна эсендә һәләк итә һәм ҙур иҡтисади зыян килтерә. Ҡош киҙеүенә ҡаршы вакцина ла бар, уға ҡаршы эш итеү саралары ла эшләнелгән. Ә Африка тағуны алдында кешеләр көсһөҙ. Вакциналар, дауалау өсөн препараттар ҙа юҡ. Был вирусҡа ҡаршы тороуҙа берҙән-бер ысул - кәртәләргә, тыйырға, юҡ итергә, яндырырға, дезинфекцияларға.
       Рәсәйҙә Африка тағуны менән зарарланыу сығанағы тураһында мәғлүмәт 25 июлдә булды. Ырымбур өлкәһендә сусҡаларҙың Африка тағуны менән ауырыуы асыҡланды.
       "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында "Россельхознадзор"ҙың БР буйынса идаралығы һәм республиканың Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Ветеринария идаралығы вәкилдәре ҡатнашлығында үткән матбуғат конференцияһы Африка тағунына арналды.
       Баҡтиһәң, вирус беҙгә Кавказ артынан килгән икән. Ырымбур өлкәһенә Армәнстандан ҡунаҡтар туйға килә. Әлбиттә, бүләктәр, һый-хөрмәт менән. Һый сифатында сусҡа ите лә була. Ошонан башлана ла инде - ит зарарланған булып сыға. Туй барған йорт хужалығында сусҡалар була, уларҙы ҡалдыҡтар менән "һыйлайҙар". Беренсе ҡорбандар - 30 баш сусҡа. Аҙаҡ был вирус сусҡасылыҡ комплексына күсә. Халыҡ карантин иғлан иткәнсе, Африка тағуны сусҡаларҙың бер өлөшөн аяҡтан йыға. Комплекстағы башҡа сусҡаларҙы юҡҡа сығаралар
       Был ниндәй йоғошло ауырыу һуң? Белгестәр һөйләүенсә, был вируслы ауырыу, ул йорт сусҡаларына һәм ҡабандарға тарала. Хайуандар зарарланған ваҡытта уларҙың тән температураһы күтәрелә, үпкәләре, аш һеңдереү тракты, бөтә ҡан системаһы, ҡан барлыҡҡа килтереүсе органдары зарарлана. Ауырыу киҫкен үтә. 7 -10 көн эсендә мал үлә.
       Кеше һаулығы өсөн сусҡаларҙың Африка тағуны ҡурҡыныс янамай. Әммә ул ҙур иҡтисади зыян килтерергә һәләтле. Ырымбур өлкәһе күргән зыян миллиардтар менән иҫәпләнә. Ырымбур өлкәһе карантин арҡаһында санитар ҡамауҙан тыш, иҡтисади блокадаға эләкте. Күп кенә сауҙа операциялары тыйылды. Өлкәлә сусҡа итенең ҙур күләме етештерелә, ә Африка тағуны сусҡасылыҡ хужалыҡтарына һәм ит эшкәртеүселәргә ҙур юғалтыуҙар килтерҙе.
       Быны Черноречье территорияһы, вирус табылған ер, һәм ауырыу сығанағын локалләштереү өсөн ҡаты саралар ҡулланылған беренсе карантин зонаһы башҡаларға ҡарағанда нығыраҡ тойҙо.
       Черноречье Ырымбурҙан 30 километр йыраҡлыҡта урынлашҡан. Башҡортостандың сигенә тиклем - 300 километр тирәһе. Республиканың ун районы Ырымбур менән сиктәш.
       Бәлә-ҡазаның республикаға таралыуына юл ҡуймау өсөн ашығыс саралар ҡабул ителә. Беренсенән, санитар кәртәләр ҡуйылды.
       Икенсенән, ғәҙәттән тыш комиссия булдырылды һәм саралар планы уйланылды.
       Бөгөнгө көндә Ырымбур өлкәһе менән сиктәш булған райондарҙа 25 пост булдырылды, улар тәүлек әйләнәһенә эшләй. Маҡсат - йоғошло ауырыуҙы индермәҫкә, шуға күрә Ырымбур яғынан Башҡортостанға килеүсе бөтә машиналар ҙа дезинфекциялана, тауарҙар, шулай уҡ ҡул йөгө тикшерелә.
       Һуңғы тәүлектә санитар постар Ырымбурҙан килгән биш машинаны "кире борған" - водителдәрҙән тыйылған продукциялар алынған. Дөйөм алғанда, пост аша тәүлегенә 1075 машина үткән. Башҡортостанға килгән бөтә транспорт, шулай уҡ пассажирҙар дезинфекцияланған. Автомобилдәрҙең тәгәрмәстәре һәм аяҡ кейемдәренең табандары махсус иретмә менән эшкәртелгән.
       - Беҙҙә бөтә кәрәкле әйберҙәр бар: 52 тонна дезинфекциялаусы средстволар, бөжәктәргә ҡаршы препараттар, техника, материалдар, - ти Хәлил Борһанов. - 2008 йылда республика бюджетынан эпизоотик сараларға ҡаршы 27 миллион һум аҡса бүленгән. Кәрәк булһа, өҫтәмә средстволар бүленәсәк.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал