6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Еңел атлетика

Богомолова алдан бер нәмә лә һөйләмәй
28.07.08


       Белоретҡа - Башҡортостан еңел атлетикаһының таулы баш ҡалаһына тағы бер күҙ ташлайыҡ. Был юлы иғтибар үҙәгендә бәләкәй, әммә бик сыҙамлы ҡыҙыҡай - Галина Богомолова - Уйындарҙың иң абруйлы дисциплинаһында - марафон йүгереүендә Олимпиада миҙалына ныҡлы дәғүә итеүселәрҙең береһе.
       Хәҙер Богомолова уйҙары менән Пекинда инде. Ул Кисловодскиҙа сборҙа булды, бер көндә Мәскәүҙә кәрәк-яраҡ алып өлгөрҙө һәм хәҙер өйөндә - Белоретта күнекмә яһай.
       Тыуған Башҡортостанында әҙерләнеүгә бер аҙна тирәһе ваҡыт китәсәк. Хәбәр итеүебеҙсә, спортсыға автомобиль хәрәкәте ҡайнап торған трасса буйлап йүгерергә тура килә. Белореттың көслө стайер мәктәбе йүгереү ҡулсаһы булған үҙ стадионына һәм айырым юлдарға ихтыяж кисерә, ләкин әле булһа бер кем дә уны төҙөргә уйламай.
       Старт алдынан Богомолова Иркутскиҙа милли команда менән осрашасаҡ, һәм унан Пекинға осасаҡ.
       Хәҙер Галина матбуғат вәкилдәре менән осрашырға һәм ниндәй ҙә булһа интерью бирергә тырышмай.
       - Бына ярыштар бөтһөн дә - шул саҡта аралашырбыҙ, - ти ул. - Старт алдынан мин бер ниндәй ҙә интервью бирергә теләмәйем.
       - Мәскәүҙә биргән форма тураһында булһа ла һөйләгеҙ әле.
       - Телевизорҙан күрерһегеҙ, - ти Галина.
       Шуға ҡарамаҫтан, Богомолова менән туранан-тура аралашмаһаҡ та, беҙ марафон йүгереүсеһенең план буйынса әҙерләнеүен, үҙен яҡшы тойоуын һәм үҙ конкуренттарының нисек йүгереүен, ҡайҙа сығыш яһауын күҙәтеп барыуын белдек.
       Төп ярышташы итеп Галина инглиз ҡыҙы Пола Рэдклиффты күрә. Уның имгәнеүе тураһында хәбәр итеүҙәренә ҡарамаҫтан, Боломолова Поланың аяҡҡа баҫып, көс йыя аласағына ышана.
       Башҡортостанға, бигерәк тә Белоретҡа, Пекинда Уйындар барышында көйәр кешеһе бар. Лилиә Шобухова ла, Галина Богомолова ла хәҙер миҙалға дәғүәселәр булып тора һәм бер ниндәй көслө ярышташтары ла йүгеректәребеҙҙе ҡурҡытмай.
       Шуны айырып билдәләп үтергә кәрәк, Белорет, күнекмә яһау өсөн йүгереү юлдары һәм стадион формаһында кәрәкле еңел атлетика инфраструктураһы булмауға ҡарамаҫтан, яңы таланттар менән шатландырыуын дауам итә.
       Еңел атлеттар тренеры Евгений Сенченконың әйтеүенә ҡарағанда, йәш Гөлшат Фазлетдинова ҙур өмөт уята. Һуңғы ваҡытта ул 3000 метрлыҡ дистанцияла лидер булып тора. Тәүҙә Рәсәй мәктәп уҡыусылары араһында еңеп килә ине, хәҙер ҡыҙҙар араһында беренсе урында килә.
       Тағы ла бер буласаҡ лидер - Егор Николаев. Һуңғы Рәсәй чемпионатында ул, еңел атлетика үлсәме буйынса юниор йәшенә, 20 йәш, ҡарамаҫтан, 1500 метрлыҡ дистанцияла юғары бишенсе урынды яулай алды.
       - Фазлетдинова әле үк миңә бик көслө, хатта әлеге лидерҙарға ҡарағанда ла перспективалыраҡ булып күренә, - ти Сенченко. - Ә Егор Николаев, ғөмүмән, айырылып тора. Элек беҙҙә көслө стайерҙарҙы, сыҙамлылыҡҡа йүгереүселәрҙе генә үҫтерә ала инек, ә ул ҡыҫҡа дистанцияла уңышҡа өлгәшә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал