6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Өфө биатлон элитаһына ыңғайлай
16.07.08


       Өфө ҡышын биатлон буйынса донъя чемпионатын көтә. Был турала хәбәрҙар булмаусыларға әйтеп үтәйек, был пәрҙә артына икенсе кимәлдәге халыҡ-ара турнир йәшеренгән. Йәғни унда беренсе кимәлдәге йондоҙҙар түгел, ә үҙ илдәре йыйылма командаларының төп өлөшөн алмаштырасаҡ спортсылар ғына ҡатнашасаҡ. Улар, башлыса, йәштәр, әлбиттә.
       Икенсе кимәлдәге биатлонсылар турнирына ни өсөн шундай яңғырауыҡлы исем бирҙеләр һуң? Матур яңғыраһын өсөн, әлбиттә. Дублерҙар турнирҙары бер кемгә лә кәрәкмәй, ә "Европа чемпионаты" тигән исем ҙур ҡыңғырау тауышылай яңғырай.
       Турнир үткәреү - бик сығымлы әйбер. Шуның менән бәйле, Өфөлә Республика йортонда Министрҙар кабинетын һәм ҙур предприятиелар директорҙарын йыйҙылар.
       Әлбиттә, һәр етәксе үҙ предприятиеһы иҫәбен еңеләйтеүгә теләп риза булмай, ләкин бында бер ҡайҙа ла ҡаса алмайһың. Әгәр фирма республика территорияһында аҡса эшләй икән, ул төбәк сәскә атһын өсөн нимәлер эшләргә тейеш.
       Республикабыҙҙың сәскә атыуы уның баш ҡалаһында икенсе кимәлдәге ярыштар үткәреүгә нисек бәйләнгән һуң? Аңлатам.
       "Евроспорт" каналында тура трансляциялар ойоштороу Иҫке Донъяла спорттың был төрөн яратыусыларҙың барыһын да беҙҙең биатлон үҙәге менән таныштырасаҡ. Унда ярыштар ни тиклем йышыраҡ үткәрелһә, шул тиклем күберәк кешеләр республика тураһында белергә, ә бәлки, килергә лә теләк белдерәсәк. Ә Башҡортостанда ҡунаҡтарға күрһәтерлек нәмәләр бар, етмәһә, Өфөлә генә түгел.
       Иң мөһиме - был чемпионат Башҡортостанға Өфө донъяның иң яҡшы биатлон үҙәктәренең элиталы ғаиләһенә инеү буйынса тағы бер ышаныслы аҙым яһаһын өсөн кәрәк. Юғары "А" лицензияһы алынған да инде - республиканың биатлон үҙәге һәм баш ҡалаһы спортсыларҙы һәм көйәрмәндәрҙе тейешле кимәлдә хеҙмәтләндерә алыуын барыһына ла күрһәтергә ҡалды. Ҡунаҡсыллыҡҡа беҙгә өйрәнәһе түгел - инфраструктураны һәм ярыштарға әҙерлек системаһын шымартаһы ғына ҡалды.
       БР Хөкүмәте Премьер-министры, Европа чемпионатының республика ойоштороу комитеты рәйесе Раил Сарбаев үткәргән ултырышта тап әҙерлек тураһында һүҙ алып барылды ла.
       БР физик культура, спорт һәм туризм буйынса министры Владимир Самородов төп моменттарҙы билдәләп үтте. Ул, финанслау республика яғынан ғына түгел, федераль үҙәк һәм халыҡ-ара биатлон федерацияһы яғынан да күрһәтеләсәк, тине. Чемпионаттан туранан-тура трансляцияны Өфөлә уҙған йәйге биатлон чемпионатында эшләгән "Сургут-Информ-ТВ" телекомпанияһы тәьмин итәсәк. Раил Сарбаев, трансляция өсөн техниканы үҙебеҙгә һатып алыу һәм бөтәһен дә үҙебеҙҙең урындағы телевидение хеҙмәткәрҙәре көсө менән үткәреү күпкә отошлораҡ һәм файҙалыраҡ булыр ине лә бит, тип билдәләне.
       Самородов әйтеүенсә, алда байтаҡ эштәр тора - ҡатнашыусылар индергән ҡорал һәм боеприпастарҙы виза һәм таможня теркәүен, Мюнхен - Өфө - Мюнхен чартер рейстарын ойоштороуҙы, спортсыларҙы, тренерҙарҙы һәм чемпионат ҡунаҡтарын урынлаштырыу һәм ашатыуҙы, чемпионат логотибын һәм талисманын эшләүҙе, сувенир продукцияһы таратыуҙы тәьмин итергә кәрәк.
       "Инвестиция-төҙөлөш комитеты" муниципаль унитар предприятиеһы директоры Рәиф Әбдрәхимов Европа беренселеген үткәреү өсөн кәрәкле "Биатлон" спорт- сәләмәтләндереү комплексының өсөнсө сираты төҙөлөшө тураһында хәбәр итте. Күбеһе инде төҙөлгән, яҡшыртып эшләп, барыһын да юғары стандарттарға еткерәһе генә ҡалды.
       Мәҫәлән, "Биатлон"да атыу һәм саңғы трассалары өсөн стадионды өҫтәмә яҡтыртыу, уҡыу үҙәге төҙөү, һыу үткәргес һалыу планлаштырылған. Яңы йыйылма-һүтеү трибуналары, почетлы ҡунаҡтар өсөн өйҙәр төҙөләсәк, трассаларға ҡар өҫтәү өсөн аппараттар, бәләкәй спорт залы реконструкцияланасаҡ һәм биналарҙың береһе инвентарь, ҡорамалдар һәм ҡорал ремонтлау өсөн оҫтахана ителәсәк. Трассала тамашасылар һәм телевидение өсөн күҙәтеү майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк, йәйәүлеләр өсөн тағы өс күпер һалынасаҡ.
       Европа чемпионаты Өфөлә 2009 йылдың 26 февраленән 5 мартына тиклем үтәсәк. Әле үк Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән туристар көтөлә. Әлбиттә, өфөләр ҙә ситтә ҡалмаясаҡ һәм үҙҙәренекеләр - рәсәйҙәр һәм, бәлки, урындағы мәктәп тәрбиәләнеүселәре өсөн дә көйөргә киләсәк. Турнирҙы көтөп, уға әҙерлек барышын күҙәтәсәкбеҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал