6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Парламентта

Тағы ла такси тураһында
02.07.08


       БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе Наил Ҡотлогилдин тағы ла пассажирҙарҙы йөрөтөү проблемаһына туҡталды. Дүртенсе саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Президиумы ултырышынан һуң Ҡотлогилдин журналистар менән БР Хөкүмәте тарафынан индерелгән "Башҡортостан Республикаһы территорияһында халыҡты пассажир автомобиль транспорты менән хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу тураһында" һәм Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет тарафынан индерелгән "Пассажирҙар һәм маршрут таксийы тураһында"ғы ике закон темаһына әңгәмәләште.
       - Беренсе уҡыуҙа тикшергәндән һуң беҙ закон проекттарын ике йәки бер концепцияның ғәмәлдә булыу предметына ҡараясаҡбыҙ. Моғайын, ике вариант та ҡалыр. Сөнки беҙ индергән пассажир һәм маршрут таксиҙары буйынса закон хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә, ташыу шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән, ә "Башҡортостан Республикаһы территорияһында халыҡты пассажир автомобиль транспорты менән хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу тураһында"ғы закон проекты - ул пассажирҙарҙы йөрөтөүҙе дөйөм ойоштороу. Унда республика һәм муниципаль органдарҙың вәкәләттәре, льготасыларға финанс ярҙамы күрһәтеү тәртибе билдәләнгән. Бюджет аҡсаһы нисек бүленер - был инде республика Хөкүмәте эше.
       Наил Закир улы федераль закон менән етди ҡаршылыҡтар булыуы хаҡында һөйләне. Уларҙы бөтөрөргә, килешелгән ҡарар табырға кәрәк. Әгәр депутаттар бындай ҡарар таба алмаһа, федераль законды үҙгәртеү инициативаһы менән сығасаҡ, сөнки башҡорт парламентарийҙарының закондар сығарыу маҡсаты - пассажирҙарҙы ташыу сифатын яҡшыртыу.
       - Кәрәк булһа, беҙ федераль законға төҙәтмәләр менән сығасаҡбыҙ, - тине Ҡотлогилдин. - Былай беҙ бит льготасыларыбыҙҙы, пенсионерҙарыбыҙҙы рәнйетәсәкбеҙ. Улар бит халҡыбыҙҙың иң ихтирамға лайыҡ өлөшө, ә беҙ уларға: "Социаль автобус килгәнен көтөп тороғоҙ!" - тиәсәкбеҙме?
       Сауҙалағы ҡырағай баҙарҙан киттек бит, - тип дауам итә комитет рәйесе. - Автомобиль транспорты менән пассажирҙарҙы йөрөтөүҙең ҡырағай баҙарынан да китергә тейешбеҙ. Әгәр аҡса түләйбеҙ икән, бөтә мәғлүмәттәре билдәле булған таҙа, йыйнаҡ водитель менән такси киләсәген белергә тейешбеҙ. Ул мотлаҡ һалым инспекцияһында иҫәптә торорға һәм һалым түләргә тейеш. Ә был бит бәләкәй сумма түгел. Бер ултырып йөрөү урыны өсөн айына 1600 һум түләү ҡаралған. Был ҙур аҡса. Өфөлә эксперт баһалауҙар буйынса ғына өс мең такси, ә ғәмәлдә иһә улар унан да күберәк, минеңсә. Бына иҫәпләп сығарығыҙ, күпме һалым йыйып еткерелмәй. Иң ҡыҙығы, пассажирҙарҙы йөрөтөүселәр үҙҙәре закон, тәртип булдырыу, бөтәһен дә аныҡ көйләү яҡлы, сөнки улар ҙа был башбаштаҡлыҡтан арыған - улар бер-береһенә янай, ысын мәғәнәһендә криминаль һуғыш бара.
       Ҡотлогилдин кәрәгенән дүрт тапҡырға артығыраҡ лицензия биргән федераль властар позицияһына аптырай.
       - Монстр булдырғандар ҙа, хәҙер үҙҙәре уның алдына сыға алмай, - ти ул. - Лицензиялар срокһыҙ, шуға күрә закон ҡабул итеү проблеманы хәл итмәй, өҫтәмә йоғонто яһау сығанаҡтары кәрәк. Беҙ хәҙер Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә лицензия биреү шарттарын үҙгәртһендәр, талаптарҙы көсәйтһендәр өсөн мөрәжәғәт әҙерләйбеҙ. Шунһыҙ беҙ бөгөн урамдарҙан артыҡ таксистарҙы сығара алмаясаҡбыҙ. Сөнки лицензия биреү тураһындағы положение үҙ машинаһында ғына түгел, ә ҡуртымға алынған машинала йөрөүҙе лә рөхсәт итә. Закон буйынса водителдең гаражы һәм механигы булырға тейеш, ләкин йыш ҡына быларҙың береһе лә булмай, ул гараж менән ҡуртым килешеүе төҙөй, ә машинаның техник торошон бер кем дә тикшермәй. Положение буйынса рейсҡа сығыр алдынан контроль үтеү өсөн водитель поликлиника менән килешеү төҙөй, ә закон буйынса водитель рейсҡа сығыр алдынан ғына түгел, шулай уҡ рейстан һуң да контроль үтергә тейеш. Водитель "Газелен" үҙ тәҙрә төбө аҫтына ҡуя, иртәнсәк тора ла, техник та, медицина тикшереүе лә үтмәйенсә, руль артына ултыра. Ул ял иткәнме, әллә эскәндән һуң башы ауыртамы, ә бәлки, наркотик укол ҡаҙатҡандыр - бер кем дә бер нәмә лә белмәй. Өфөлә тикшерелгән 600 водителдең 17-һе наркоман булып сыҡты бит.
       Ҡотлогилдин күҙәтеү хеҙмәте водителдәр менән судлашып, судта отолоп ҡалған осраҡтар йыш ҡына булыуы хаҡында һөйләне. Сөнки пассажирҙар йөрөтөүсенең лицензияһы бар, унда, бөтәһе лә тәртиптә, тип яҙылған. Әгәр ул бер тапҡыр тикшереү үтһә, "Һеҙ беҙҙе тикшерҙегеҙ инде!" тип, тикшереүсе органдарҙы яҡын да ебәрмәй. Хәҙер Салауатта өс ошондай бәхәсләшеү бара.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал