6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Шашкалар

"Донъяны тетрәткән" ун көн
01.07.08


       Июнь айында Өфөлә шашка буйынса донъя ярыштары үтте. Өфө ҡыҙы Тамара Танһыҡҡужина Киевтан килгән Дарья Ткаченконан 12 төп һәм дүрт "тиҙ уйнау" партияларының барыһында ла отолоп, 0:3 иҫәбенә еңелде. Бер кем дә, моғайын, бындай "драматургия" көтмәгәндер. Ләкин бынан артыҡ драма яһау кәрәкмәҫ, ә хаталарҙы ентекле тикшереү менән Тамара үҙе һәм уның тренерҙар штабы шөғөлләнһен әйҙә.
       Тамара Танһыҡҡужинаның тренерҙарының береһе Алексей Чижов:
       - Был матчтың һөҙөмтәһе менән, әлбиттә, ҡәнәғәт түгелмен. Ткаченко беҙ көткәнсә, беҙ әҙерләнгәнсә уйнаны. Бөтәһе лә Тамараның үҙенә бәйле ине, ул позиция уйыны менән шатландырҙы, әммә тактик айырмаларҙа йомшағыраҡ булып сыҡты.
       Дарья Ткаченко:
       - Миңә бик йыш осрамаған төрлө варианттарҙы һынап ҡарау, көслө ярышташ менән уйнау мөмкинлеге бирелде, был бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды. Әлбиттә, беҙ төрлө идеялар, пландар, матчҡа варианттар әҙерләнек. Ләкин миңә университетта уҡыу, әле мин шөғөлләнгән ғилми эш тә булышлыҡ иткәндер, тип уйлайым. Тәғәйен шашка планында түгел, ә ғалимдар мөхите - интеллектуаль хеҙмәт йәшәү ысулы булып торған фән докторҙары һәм кандидаттары, профессорҙар - шулай уҡ күнектерә, интеллектуаль эшмәкәрлек ҡиммәте тураһында ҡараш формалаштыра, етди эшкә көйләй.
       Хәҙер кадеттарға киләйек. Рәсәйҙә тәүге тапҡыр ошондай масштабтағы беренселек үткәрелде. Уны ҡабул итеү Өфөгә эләгеүе бик ҡыуаныслы, әлбиттә. Рәсәйҙән, Украинанан, Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан, Латвиянан, Польшанан, Франциянан, Бразилиянан, Монголиянан һәм Голландиянан 20 спортсы ун көн буйына шашка уйнап кинәнде. Әйтергә кәрәк, көнкүреш планында улар бер ниндәй ҙә уңайһыҙлыҡ кисермәне - бағыусыларҙың "тырышлығы" күренеп тора.
       Турнир өлөшөнә килгәндә, беренсе тур башынан алып өс лидер - өфөлө Айнур Шәйбәков, яҡут Николай Никаноров (икеһе лә - Рәсәй) һәм голланд Рул Боомстра - көслө булыуҙарын күрһәтте. Йә береһе, йә икенсеһе алға сыҡты, йә өсөһө лә турнир таблицаһының иң үренән урын алды.
       Бына башҡорт көйәрмәндәрен шатландырып, Шәйбәков алға сыҡты - туғыҙынсы йомғаҡлау туры алдынан 2005 йылда Украинаның Днепродзержинск ҡалаһында донъя еңеүсеһе тәмен татыған йәш шашкасыбыҙ Коля менән Рулдан бер мәрәйгә өҫтөнлөк алды (12 мәрәйгә ҡаршы 13).
       Бомстра яҡташы Ван дер Брукты ҡаралар менән уйнап еңә, Никаноров монгол Билег Баасандава менән проблемаһыҙ ғына уйнай. Ә Шәйбәков турнир барышында Бомстранан ғына еңелгән бразилиялы Аллан Силва менән уйнай. Рәсәй-Бразилия матчы ике яҡтың да еңмәүе менән тамамлана. Өсәүһе лә - Айнур, Рул һәм Николай 14-әр мәрәй йыя, һәм өҫтәмә күрһәткестәрҙе ҡушып иҫәпләйҙәр. Ғәжәпкә ҡаршы, улар ҙа тигеҙ килеп сыға. Судьялар, бер аҙ баш ватҡас, блицҡа - был егеттәр тиҙ уйында ярышһын, тип хәл итә.
       Бында яҡут Никаноров оҫталығын күрһәтә - был мәлдә ул психологик яҡтан көслөрәк булып сыға. Уйын залында ауыр көрһөнөү ишетелә: Николай - беренсе, Рул - икенсе, ә Шәйбәков - өсөнсө генә. Батшабикә Тамараға кеүек, Айнурға ла тыуған йорт стеналары ярҙам итмәнеме? Юҡ, тренерҙар "регламентта блиц үткәреү тураһында яҙылмаған" тип, протест белдерҙе. Ҡыҙыҡ, турнир башланғанға тиклем "был варианттың мөмкин булмауы" тураһында һөйләшеп килешеп булмаған микән ни?
       Классик өлөштән һуң тиҙ уйнау блицы буйынса рәсми турнир үткәрелә. Унда Шәйбәков еңә, икенсе Никаноров була, ә "бронза"ны әлеге бразилиялы Силва тартып ала.
       Бына барыһы ла тамамланды. Бөтәһе лә ике турнирҙың ябылыуын көтә. Башҡортостандың физик культура, спорт һәм туризм буйынса министры Владимир Самородов һәм кадет беренселегенең баш судьяһы Монголиянан Чимендорж Бат-Эрдене әфәнде Дарьяның муйынына миҙал элә, сәскәләр һәм Кубок тапшыра. Ни өсөндөр бер ниндәй тантаналылыҡ тойолмай. Тамара үҙенең көмөш миҙалын ала - бында ла артыҡ шатлыҡ күҙәтелмәй.
       Һәм бына ул - сиселеш. Бат-Эрдене тағы ла сәхнәлә, уның һүҙҙәре аяҙ күктә күк күкрәгәндәй яңғырай: "Беҙ протест алдыҡ. Уны ҡараныҡ. Өсәүһенә лә "алтын" тапшырырға ҡарар иттек. Зал геү итеп ҡалды. Барыһы ла бәхетле (айырыуса протест белдереүселәр). Турнир талсымы булып торған Бөрйән бал ҡортон шатлыҡлы хәбәр килтергән Бөйөк Монголға бүләк итәләр.
       Беҙҙең спорт министрының йомғаҡлау телмәренән резюмеһы түбәндәгенән ғибәрәт: Дарья хаҡлы рәүештә "алтын" яуланы. Тамараның "көмөшө" - юғары пробалы металл өсөн көрәшеү стимулы. Кадеттарҙың алтын триумвираты - ул көйөнөү өсөн сәбәп түгел, ә бөтә өс йондоҙҙоң: рәсәйҙәрҙең һәм голландтың юғары кимәле дәлиле. Беҙгә Атлантика аша үҙ аллы, тренерһыҙ осоп килгән һәм бында барыһына ла ныҡышмалы характерын күрһәткән бразилиялы ла афарин егет. Донъя беренселеге барған был ун көн буйына аралашыу унда ҡатнашыусылар йөрәгендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырасаҡ...

Дмитрий Слезин.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал