6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Яғыулыҡ-энергетика комплексы

Анатолий Туленков: "Мин бер ваҡытта ла үҙ уйлап табыуҙарымды иҫәпләмәнем!"
27.06.08


       Күбебеҙ тирә-яҡҡа күҙ һалып, уны нисек бар, шулай, үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ хәл кеүек ҡабул итә. Әммә һәр нәмәгә анализ яһап: "Ә ни өсөн ысынбарлыҡ тап шулай булырға тейеш? Уны бит яҡшыртырға мөмкин!" - тип уйлаусылар ҙа бар. Шул уҡ ваҡытта улар быны нисек эшләргә кәрәклеген дә беләләр. Ҡағиҙә булараҡ, әйберҙәргә башҡаса күҙлектән ҡараусы кешеләр уйлап табыусы һәм рационализаторҙар булып китә. Анатолий Туленков тап шундайҙарға инә.
       Хәҙер Анатолий Сергеевич 70-те уҙған. Һәм ул производствола эшләмәй. Әммә уның менән һөйләшеп һәм янып торған һоро күҙҙәренә ҡарап, уның эштән бик иртә китеүенә инанаһың - уның башында идеялар элекке кеүек бер-бер артлы тыуа. Ә элек ул үҙенсәлекле заявкаларын ике айға бер тапҡыр теркәп торған. Хәйер, үҙ уйлап табыуҙарының иҫәбен белмәй ҙә.
       - Мин бер ваҡытта ла уларҙы иҫәпләмәнем! - ти Туленков. - Башымда ниҙер тыуһа, мин тиҙ генә Бөтә Рәсәй уйлап табыусылар һәм рационализаторҙар йәмғиәтенең Патенттарҙы өйрәнеү институтына яҙып ебәрә инем. Бында мин бер генә маҡсатты күҙ уңында тоттом - үҙемдең кимәлдәме, түгелме икәнлегемде белергә. Әгәр миңә уйлап тапҡан әйберемде өс ай элек ГФР-ҙа индерелгән йәки элгәре йыл АҠШ-та, йә Францияла, йә Англияла патент алынған, тип яуап бирһәләр, минең күңелем була торғайны - тимәк, мин кимәлдә.
       Хәйер, әгәр илебеҙҙә башҡа төрлө иҡтисади шарттар булһа, ихтимал, ул саҡта уйлап табыусылар үҙ эшкәртмәләренә шулай еңел ҡарамаҫтар ине. Хәҙер уйлап табыуға патентыңды уртаса 400 мең долларға һатырға мөмкин. Ләкин СССР-ҙа патент бирмәнеләр, уйлап табыусылар авторлыҡ танытмалары алды, уның өсөн уларға бер кем дә түләмәне. Хәҙер илебеҙҙә патенттар бар, әммә Туленков әйтеүенсә, уларҙы һатып алыусылар юҡ.
       Туленковтың уйлап табыу эшмәкәрлеге сығанаҡтарын бала сағынан эҙләү кәрәктер. Ул Өфөлә тыуған һәм бәләкәй сағынан, дүрт йәшенән алып, көн һайын улар йәшәгән урамда урынлашҡан слесарь-ҡурғашлау оҫтаханаһына йөрөгән.
       - Унда ут, төтөн, миңә ҡыҙыҡ! Оҫтаханала дағстандар эшләне, улар примустарҙы, самауырҙарҙы йүнәтте һәм бер ваҡытта ла миңә, хатта ҡамасаулаған хәлдә лә, нисек эшләгәндәрен ҡарап тороуҙы тыйманылар. Мин уртаға барып баҫам да ҡарап торам, ә оҫталар мине этәрмәй, урап үтә. "Буласаҡ ир, малай килгән, ул металл менән нисек эшләүҙе аңларға тейеш, уға ҡамасауларға ярамай! Әгәр уны "Теймә!" тип ҡыуып сығарһаң, ул ҡыҙыҡһыныуын юғалтасаҡ, башҡа килмәйәсәк!" - тип иҫәпләне улар. Оҫталар алтын менән дә эшләне, ҡиммәтле таштар менән матур йөҙөктәр яһай торғайнылар.
       Ә Толяға 10-12 йәш тулғас, ул үҙе металл менән нимә кәрәк, барыһын да эшләне. Өләсәһенең суйын һауыт-һабаһын йүнәтеп бирер, тимерлектә конькиҙа йөрөгәндә машинаға эләктереү өсөн ырғаҡ эшләп алыр ине. 14 йәшендә инде Анатолийҙы һәм уның дуҫтарын оҫтаханала ярҙам итергә саҡыра торғайнылар.
       Мәктәптә Туленков бигерәк тә аныҡ фәндәр менән ҡыҙыҡһынды. Ул программанан тыш, үҙ аллы институттың беренсе-икенсе курсында өйрәнелгән аналитик геометрияны, органик булмаған химияны, физиканы өйрәнде.
       Мәктәптән һуң Туленков Өфө авиация институтына (хәҙерге ӨДНТУ) уҡырға инде, уҡыу уға бик еңел бирелде, ә уҡытыусылар менән аралашыуҙа байтаҡ ҡыҙыҡлы моменттар булды. Мәҫәлән, химия кафедраһында Анатолийҙан коэффициенттарҙы ҡуйып сығырға ҡушалар, ул уны шунда уҡ үтәй, иҫе киткән уҡытыусы: "Химияға йөрөмәҫкә лә мөмкин!" - ти уға хайран ҡалып.
       Ҡул менән эшләү планында ла проблема булмай. Мәҫәлән, ҡыпсыуыр яһарға кәрәк була.
       - Беҙгә заготовкалар бирҙеләр, мин нисек эшләргә кәрәклеген уйланым да эшләй башланым. Кафедра мөдире килде лә: "Эйе-е, боҙғанһың!" тине. Һуңынан эштәрҙе тапшыра башлағас, бөтәһе лә уға ҙур ҡыпсыуырҙар килтерҙе, ә мин бәләкәй генә, уңайлы, матур итеп яһағайным. Ул ҡараны ла: "Маладис!" тине, өҫтәленең йәшниген асып, үҙенә һалып ҡуйҙы.
       Өсөнсө курс студенты Туленков практикала саҡта үҙенең беренсе рационализаторлыҡ тәҡдимен индерә. Завод цехтарының береһендә һаңғырау-телһеҙҙәр эшләй, сөнки унда түҙеп торғоһоҙ шау-шыу була. Деталдәрҙең береһе ҡулдан бик хәүефле һәм ауыр ысул менән етештерелә. Бер нисә үлсәү, иҫәпләп сығарыуҙар яһап, Анатолий шул уҡ эште еңел һәм хәүефһеҙ үтәрлек механизм уйлап таба.
       Хеҙмәт эшмәкәрлеген Туленков оборона заводтарының береһендә башлай. Һуңынан Халыҡ хужалығы советы тәҡдиме буйынса авиацион технологиялар ғилми-тикшеренеү институтына күсерелә, бында ул өр-яңы изделиелар - һығылмалы металл еңсәләр индерә. 60-сы йылдар башында "Башкирэнерго" проект-конструкторҙар бюроһына күсә. "Үҙгәртеп-ҡороу"ға тиклем бюроның техно-механик секторы начальнигы булып эшләй. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, һәр ваҡыт "Баштехинформ" Республика ғилми-техник һәм мәғлүмәт комплексы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уйлап табыусыларҙың һәләттәре һәм тәҡдимдәре күп ваҡыт тейешле ҡулланыу тапмай. Күптән түгел Туленков, бәләкәй энергетиканы үҫтереү буйынса Президент программаһына ярашлы, традицион булмаған бәләкәй ГЭС-тар уйлап табыуға патент ала. Анатолий Сергеевич, плотиналар һәм башҡа гидроҡоролмалар төҙөмәйенсә, һыу ташыуҙар менән көрәшмәйенсә, бәләкәй ГЭС төҙөргә мөмкин, тип иҫәпләй. Традицион бәләкәй ГЭС-тар төҙөлөшө менән сағыштырғанда, Туленковтың проектында сығымдар ҙур түгел һәм тиҙ үҙ-үҙен ҡаплаясаҡ. Ләкин был проект әле булһа ҡулланыу тапмаған.
       Был фекер Туленковта телевизорҙан йыл әйләнәһенә ҡала халҡын яңы йәшелсә-емеш менән тәьмин итеүсе "Алексеевка" совхозы тураһында тапшырыу ҡарағандан һуң тыуа. Йәшелсәләрҙе үҫтереү өсөн теплицаларҙа йылы һәм яҡты булырға тейеш.
       - Был йылылыҡ та, был яҡтылыҡ та бар! - ти Анатолий Сергеевич, - тик уны сығарып ташлайҙар! Уны бит бушҡа алырға мөмкин, ләкин был бер кемгә лә кәрәкмәй! Эйе, башланғыс инвестиция һалырға кәрәк, әммә йыл ярым эсендә ул үҙен ҡаплаясаҡ, ә һуңынан бушлай энергия алырға мөмкин. Ләкин бер кем дә бының менән шөғөлләнмәй!
       Йыш ҡына алдынғы фекерҙең ҡулланыу тапмауы - был нисектер дөрөҫ түгел. Хәйер, икенсе яҡтан, йәмғиәттең төп өлөшө элек-электән ынтылышһыҙ булды, һәм һәр ваҡыт был йәмғиәткә яҡтылыҡ һәм йылылыҡ илтеүсе кешеләр табылды. Йәмғиәт уларҙы шунда уҡ ҡына аңламай. Беренсе булыу ауыр шулай ҙа!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал