6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Эмма Ғатауллина: "Балалар менән эшләү - сикһеҙ ҙур яуаплылыҡ талап итеүсе хеҙмәт"
19.06.08


       2008 йылда "Мәғариф" милли проектына ярашлы ун мең уҡытыусы 100-әр мең һум аҡсалата дәртләндереү аласаҡ. Башҡортостанға 363 "педагогик" грант оҙатыла. "БАШвестЪ" биттәрендә беҙ профессионализмы Рәсәйҙең төп белгестәре тарафынан билдәләнгән һәм танылған, төбәгебеҙ ауылдарынан һәм ҡалаларынан математика һәм рус теле, физика һәм география, физкультура һәм һынлы сәнғәт уҡытыусылары хаҡында һөйләйәсәкбеҙ. Әйтергә кәрәк, грант яулау бик ҡатмарлы. Балдар системаһы педагогтан үҙ методик эшкәртмәләрен һәм төрлө Рәсәй һәм халыҡ-ара конференцияларҙа ҡатнашыуҙы талап итә, бында өлгөрөү проценты ла, уҡыусыларҙың белем сифаты ла иҫәпкә алына, уҡыусыларҙың олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа еңеүе мөһим булып тора, инновацион эшмәкәрлеге хуплана. Бөгөн беҙ республиканың алдынғы педагогтарына арналған материалдар серияһын башлайбыҙ.
       - Балаға ниндәй һөнәр яҡыныраҡ булыуын аңлы рәүештә билдәләү өсөн уның сабый саҡта нимә уйнауын белергә кәрәк. Әгәр инде сабыйҙың булған ҡеүәтенә төрлө яҡлы сифатлы белем, оҫталыҡ һәм күнекмә "өҫтәһәк", һәләтле кеше үҫтереп сығарырға мөмкин, - тип инана Подымаловонан география уҡытыусыһы Эмма Ғатауллина. Быйыл федераль грант яулаған педагог ошо көндәрҙә "БАШвестЪ"а ҡунаҡта булып китте.
       - Мин, мәҫәлән, бала саҡта мәктәп уйнай торғайным, - тип һөйләй әңгәмәсем. - Миндә дисциплина ҡаты була торғайны. Әсәйем быны иҫкә төшөрөп, әгәр Эмма мәктәп уйнаһа, беҙҙең ихатала бер бала ла ҡалмаҫ ине, бөтәһе лә дәрестә, тип шаярта торғайны.
       Эмма Әнүәр ҡыҙы үҙе генә инаныуы етмәй, быға уҡытыусыларҙы ғына түгел, бөтә ата-әсәләрҙе лә саҡыра: балаға һөнәр һайлауҙа, ҡарар ҡабул итеүҙә ҡамасауларға ярамай. Әгәр маҡсатығыҙ - шәхес тәрбиәләп үҫтереү икән, килешергә һәм ишетергә, бигерәк тә йүнәлеш бирергә өйрәнергә кәрәк.
       - Минең һөнәр һайлауыма ата-әсәйем шатланып риза булды, әсәйем үҙе география уҡытыусыһы. 35 йыл элек йәштәр араһында "Юҡ, мин мәктәпкә бармайым, унда аҙ түләйҙәр", тигән һүҙ булмай торғайны. Ә "булдыра алырмынмы?" тип борсолорҙар ине. Балалар менән эшләү - уҡыусыларың, уларҙың ата-әсәләре, коллегаларың, ахыр килеп, үҙеңдең алдыңда сиктән тыш ҙур яуаплылыҡ талап итеүсе хеҙмәт бит.
       Эмма Әнүәр ҡыҙы өсөн тап география менән мауығыу осраҡлы хәл булмай. Уның атаһы - хәрби кеше, ә был һөнәр, билдәле булыуынса, урындан-урынға күсенеүҙәр менән бәйле. Өлкәнән өлкәгә, ҡаланан ҡалаға күсенеп, һәр юлы ҡыҙыҡһыныусан һәм бик әүҙем бала, Эмма, яңы урын тураһында бөтәһен дә белергә тырыша. Шуға күрә героинябыҙҙың иҫтәлектәре сағыу буяуҙар менән һуғарылыуы һәм ентекле деталдәргә эйә булыуы һис ғәжәп түгел.
       Мәҫәлән, ата-әсәһе тыуған, бергә уҡыған, һуңынан инде өйләнешкән Салауат районының Лаҡлы ауылы тураһында һөйләгәндә балаларса паромсы образы сағылып китә:
       - Беҙҙең район республикала иң матур урындарҙың береһе. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, әсәйем дә, атайым да, мин дә һуңынан Башҡортостанға, Лаҡлыға Әй йылғаһына әйләнеп ҡайтырыбыҙҙы белә инек. Тыуған ер һәр ваҡыт үҙенә тарта бит. Беренсе сәйәхәтем ваҡытында (тап Салауат районына) мин ике айлыҡ ҡына булғанмын, ул саҡта атайым Тажикстанда хеҙмәт иткән, һәм беҙҙең ғаилә туғандарына ҡунаҡҡа ҡайтҡан. Һуңынан һәр йәй һайын мин каникулдарымдың күп өлөшөн республикала, йылға яры буйында үткәрҙем. Хәҙер Әй аша күпер һалынған, аңлашыла - был уңайлы. Ә ул саҡта беҙ "Паромсы-ы-ы!" тип ҡысҡырыуыбыҙ була, һыңар аяҡлы, ғәжәйеп изге күңелле паромсы беҙгә йөҙөүсе транспортты ебәрер ине. Бына шул саҡтағы хозурлыҡты цивилизация, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаҡлай алмаған.
       Ә көҙөн ҡыҙ Чкаловскиға әйләнеп ҡайта, был ҡаланы ла ул ярата. Уның менән мәктәпте тамамлаған 1972 йылда хушлаша, Эмма ҡасандыр әсәһе уҡыған БДУ-ның геофагына уҡырға инергә ҡарар итә.
       - Һөнәргә ҡыҙыҡһыныу ғына түгел, ә үҙ эшеңә ихтирам һәм һөйөүҙе миңә күп һанлы сәйәхәттәре, практикалары менән тап факультетыбыҙ бирҙе. Уҡыған йылдарҙа мин республикабыҙҙың бөтә ҡалаларында ла булдым. Ә Подымаловола йәшәргә ҡарар иттем - бында йүнәлтмә буйынса килгәйнем, шунда ҡалдым да. Хәтеремдә, дөйөм ятаҡта бергә йәшәгән ауыл ҡыҙҙары минән, ҡала ҡыҙынан: "Эм... ауылға ебәрһәләр, ни эшләйһең инде? Һыйыр һауырға өйрәнергә тура киләсәк бит", - тип шаяртып, көлә торғайнылар. Бөтәһенә лә өйрәндем, һыйырын һауырға ла - ауыл ялҡауҙарҙы яратмай.
       Ялҡауҙарҙы мәктәп тә яратмай. Эмма Әнүәр ҡыҙы географияны уҡытып ҡына ҡалмай (30 йылдан ашыу инде), директорҙың уҡытыу эше буйынса урынбаҫары ла булып тора.
       Ул үҙ уҡыусыларында ғына түгел, мәктәп һәм райондың башҡа уҡытыусыларында ла сәйәхәткә һөйөү уята алған. Педагогтың каникулдары алдан уҡ ентекле планлаштырылған: йәйен - Ҡырымға, ҡыш - Санкт-Петербургҡа, яҙ - Мәскәүгә, көҙ - Европаға. Әгәр ҡайҙалыр барырға тура килмәһә, ниндәйҙер яңылыҡ күрелмәһә - каникулдар бушҡа үткән, тимәк, тип иҫәпләй Эмма Әнүәр ҡыҙы.
       Героинябыҙ ысынлап та күп нәмәгә өлгөрә. Подымалово мәктәбе күп йылдар инде - Өфө районының инновацион белем биреү майҙансыҡтарының береһе. Мәктәп коллективы республикала беренселәрҙән булып профилле уҡытыу системаһын индерҙе, 1993 йылда уҡ башланғыс кластарҙың белем биреү курсына немец һәм инглиз телдәрен, шулай уҡ информатиканы индерҙе. Подымалово мәктәбе базаһында инновацион эксперимент - уҡыусыларҙың белемен рейтинг баһалау башланды. Ябайыраҡ итеп әйткәндә, башланғыс звено кластарының береһендә уҡыусылар үҙ яуаптары һәм башҡарған эштәре өсөн "биш" һәм "дүрт" билдәләре түгел, ә берҙән йөҙгә тиклем балл алды. Һуңынан сирек тамамланыуға был балдар йомғаҡлау баһаһына күсерелде, "күсереү" шкалаһын да новаторҙар үҙҙәре эшкәртте, бындай практика республикала башҡа ерҙә булманы. Һуңыраҡ белемде баһалауҙың бындай системаһы илдә берҙәм дәүләт имтиханы формаһында барлыҡҡа килде.
       Берҙәм дәүләт имтиханы күп кенә мәктәпте тамамлаусыларыбыҙға республиканың алдынғы вуздарына автоматик рәүештә уҡырға инергә мөмкинлек бирҙе. Әммә берҙәм дәүләт имтиханының етешһеҙ яҡтары ла бар, ул өлкән кластарҙа уҡытыу профиль буйынса алып барылған мәктәптәрҙә айырыуса ныҡ сағыла. Әлбиттә, база программаһын барыһы ла белергә тейеш. Әммә шуға ҡарамаҫтан, база белеменә генә эйә булған балалар ҙа, математиканы төп предмет булараҡ өйрәнгән уҡыусылар ҙа бер үк мәсьәләләрҙе сисеүе бигүк дөрөҫ түгел.
       Һис шикһеҙ, был проблема урындағы түгел, ә федераль кимәлдә хәл ителергә тейеш. Подымалово уҡытыусылары, үҙ сиратында, мәғариф системаһындағы яңылыҡтарҙы әүҙем яҡлап сығырға тырыша.

Елена Мужайлова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал