6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Капитан Дема таранға бара
18.06.08


       Был хәл 1943 йылдың 18 июнендә, гвардия капитаны Леонид Васильевич Деманың тап тыуған көнөндә (1916 йылдың 18 июнендә тыуған) була. Беҙҙең ике пар истребителдәребеҙ Кубандә Краснодар крайының Крымский станцияһы районында хәрби заданиены үтәй. Летчиктар һауанан ер өҫтө ғәскәрҙәренең һөжүмен ҡаплай. Истребителдәрҙең береһенә Леонид Дема командалыҡ итә.
       Был хәлде үҙ күҙҙәре менән күреүселәр, ҡапыл "Фокке-Вульф" килеп сыҡты, тип һөйләй. Капитан Дема һөжүмгә инә. Фашист самолетының ҡойроғонан инеп, бер-бер артлы сират ебәреп, ул уны ергә ҡыҫырыҡлай. Бына ҡорһағы менән ерҙе һөрөп, "Фокке-Вульф" тынып ҡала. Әммә шатланырға иртәрәк була. Өҫкә күтәрелгәс, Дема офоҡҡа ҡарай. Ә унда дошмандың 12 "Юнкерс"ы. Дема уңайын тура килтереп, фашисты сәпкә ала. Әммә пулеметтар өндәшмәй: бөтә патрондар тотонолған!
       - Таранға барам! - тип хәл итә ҡыйыу летчик.
       "Юнкерс", фронт һыҙығын аша үтергә һәм эҙәрлекләүҙән ҡасырға маташып, пикеға күсә. Әммә бер нисә йөҙ метр бейеклектә капитан Деманың "ыласыны" дошманды ҡыуып етә һәм винт менән ҡойроғона һуға. Ҡанатына әйләнеп, фашист ергә барып ҡаҙала.
       Шулай итеп, Стәрлетамаҡ районының Михайловка ауылынан яҡташыбыҙ Леонид Васильевич Дема Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һауа тараны яһаған 400 яугирҙың береһе була.
       Леонид Дема үҙенең үлемһеҙ батырлығына оҙаҡ бара. 1941 йылдың июлендә Ҡыҙыл Армияға саҡырылғанға тиклем ул Магнитогорскиҙа слесарь булып эшләп өлгөрә. Аэроклубта, һуңынан Ҡазан хәрби летчиктар мәктәбендә уҡый, Силәбе аэроклубында курсанттарҙы өйрәтә.
       Леонид Васильевичҡа Көнбайыш, Сталинград, Көньяҡ, Төньяҡ Кавказ, Воронеж, I һәм II Украина фронттарында хеҙмәт итергә тура килә. Шуға күрә уның тәжрибә һәм хәрби сынығыуы етерлек була.
       Билдәле булыуынса, фашистар беҙҙең ҡаһарман летчигыбыҙ, һуңынан өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы Александр Покрышкиндан бик ныҡ ҡурҡҡан. Ул һауаға күтәрелһә, немецтар үҙ летчиктарын: "Ахтунг! Ахтунг! Һауала Покрышкин!" тип иҫкәрткән.
       Леонид Дема ла һауаға күтәрелһә, эфирҙа "Ахтунг! Ин химмель Дема! Ахтунг! Ин химмель Дема!.." тигән иҫкәртеүҙәр яңғыраған, тип һөйләйҙәр. Бәлки, былар фронт лаҡаптарылыр, ләкин ул саҡта улар бик тә ысынға оҡшаған. Һәр хәлдә, был турала Л.В. Дема тере саҡта уҡ (ул 2004 йылдың 17 декабрендә Магнитогорскиҙа вафат була) "Уральский следопыт" яҙып сыға. Әйткәндәй, үҙебеҙҙең алты хөкүмәт наградаһынан тыш, Дема Чехословакия хөкүмәте исеменән ике хәрби орденға һәм АҠШ президенты Рузвельт исеменән бер "Хәрби осош ҡаҙаныштары өсөн тәре"гә лайыҡ була.
       Һауа баһадиры Л.В. Дема Днепр эргәһендәге һуғыштарҙа ла, ғәскәрҙәребеҙгә һауанан ярҙам тәьмин итеп, ҙур батырлыҡ күрһәтә. Бында уның командалығындағы истребителдәр, үҙҙәре бер ниндәй юғалтыу кисермәй, дүрт дошман самолетын бәреп төшөрә.
       Ләкин һауа алыштары һәр ваҡыт шулай уңышлы ғына тамамланып тормай.
       Бер ваҡыт аяуһыҙ алышта Деманың "ыласыны" яндырыла. Ялҡынды баҫырға маташып, летчик үҙ аэродромына йүнәлә. Бына ултырыу майҙансығы ла күренә. Әммә ут бензин бактарына барып етә. Ерҙең өҫтөндә генә шартлау яңғырай. Деманы кабинанан алып ырғыта. Иҫенә килгәндә ул янып бөтөп барған "ыласынын" һәм илауҙан шешенгән врач ҡыҙҙың йөҙөн күрә, уны бөтә летчиктар яратып "беҙҙең капитан Вера" тип йөрөткән була.
       - Нимә булды һеҙгә, беҙҙең капитан? - тип шаярырға маташа летчик һәм яңынан иҫен юғалта...
       Бөйөк Ватан һуғышы ахырына яҡынлаша. Командование иң яҡшыларҙан яҡшыларҙың хәрби ҡаҙаныштарын билдәләргә тырыша. Леонид Васильевич Деманың нисек һуғышҡанын күреп, наградлау ҡағыҙы төҙөйҙәр. Унда шулай тип яҙыла:
       "112-се гвардия истребителдәр авиация полкы (10-сы гвардия истребителдәр авиация дивизияһы, 10-сы истребителдәр авиация корпусы, II һауа армияһы, II Украина фронты) командирының һауа-уҡсылар хеҙмәте буйынса ярҙамсыһы гвардия капитаны Л.В.Дема 1941 йылдың октябренән 1944 йылдың июленә тиклем дошман коммуникацияларын һәм ғәскәрҙәрен штурмлау һәм бомбаға тотоу, штурмовиктарҙы, ер өҫтө ғәскәрҙәре һөжүмен оҙатыу һәм ышыҡлау, дошман самолеттарын эләктереү һәм немец ғәскәрҙәренә разведка яһау буйынса 273 уңышлы хәрби осош яһай. Был осорҙа Л.В. Дема 38 һауа һуғышында ҡатнаша, улар ваҡытында үҙе генә - 17 һәм төркөм составында биш дошман самолетын бәреп төшөрә".
       Тағы ла - Деманың үҙе тураһында: "...штурмовиктарҙы оҙатыу һәм ер өҫтө ғәскәрҙәрен ышыҡлау өсөн 8-10 самолеттан торған истребителдәр төркөмөн оҫта йөрөтә, хәрби тәртип ойоштора белә, радио аша һауа һуғышы менән оҫта етәкселек итә. Дема командалығындағы төркөм оҙатыуында дошман истребителдәре һөжүменән штурмовиктарҙы юғалтыу осраҡтары булманы..."
       Ошондай хәрби ҡаҙаныштары өсөн Л.В. Дема 1944 йылдың 26 октябрендә Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. 1946 йылда ул запасҡа сығарыла. Һуңғы гвардия полковнигы исеме алғанға тиклем Дема Ставрополь аэроклубында, Камчаткала һәм Заполярьела граждандар авиацияһында эшләй. Ә 1962 йылда тыуған Магнитогорскийына килеп урынлаша. Шунда йәшәй һәм эшләй. Ошонда уны һуңғы юлға оҙаталар. Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн - 22 июнь алдынан Геройҙы Магниткала ла, Башҡортостанда ла хөрмәтләп иҫкә алалар.

Юрий Узиков
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал