6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Сәнғәт һарайы юбилейы
06.06.08


       Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы юбилейын - асылыу көнөнән алып 40 йыллығын билдәләне. 1968 йылдың 5 июнендә музыка һәм театр факультеттары, ә һуңынан художество факультеты менән дә, Өфө дәүләт сәнғәт институты асыла. 2003 йылда институт беренсе ректоры, СССР-ҙың халыҡ артисы Заһир Исмәғилев исемендәге академия ителә.
       Ә тарих төпкөлөнә күҙ һалһаң, Башҡортостанда музыка сәнғәте традициялары сәнғәт институты асылғанға тиклем үк һалыныуын билдәләргә кәрәк. 1961-1968 йылдарҙа Өфөлә юғары квалификациялы Мәскәү һәм Өфө педагогтары плеядаһы менән данлыҡлы Гнесиндар исемендәге институт филиалының консультация пункты эшләй.
       Вуз эшләй башлаған тәүге йылдарҙа педагогтар коллективы, башлыса, Гнесиндар исемендәге Мәскәү музыка институтын, Суриков исемендәге Мәскәү институтын, Репин исемендәге Ленинград художество институтын тамамлаусыларҙан тора. Хәҙер ул академияла үҙен тамамлаған күптәр уҡыта.
       Ленин урамында урынлашҡан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы бинаһы күптәргә билдәле. Был ХIХ быуат архитектура ҡомартҡыһы. Шулай уҡ ул тарихи ҡомартҡы ла - элекке Дворяндар йыйылышы бинаһы. Етмәһә, унда йәш Федор Шаляпин сығыш яһаған, был турала Шаляпин концерт залы, фасадтағы таҡтаташ һәм бөйөк артисҡа яңыраҡ асылған һәйкәл дә иҫкәртә.
       Был бинала Рәсәйҙең бөйөк композиторы Дмитрий Шостакович та булып киткән, ҡалабыҙҙа уның күп һанлы исемдәренә, Башҡортостандың халыҡ артисы, тигән исем дә өҫтәлгән. Ә быға лайыҡ булырға кәрәк бит.
       Беҙ ҙә Өфө дәүләт сәнғәт академияһына юлланайыҡ. Ректор Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов кабинет ишектәрен киң асып, эскә үтергә саҡыра. Ул - БР Фәндәр академияһының ағза- коореспонденты, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ишмөхәмәт Ғилметдин улы бик мөләйем, асыҡ кеше. Ун биш йыллап Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләгәнендә мин уны шундай итеп күргәйнем. Ул саҡта Ғәләүетдинов миңә таныш булмаған предметтар - археография, текстология, башҡорт әҙәби теленең, балалар фольклорының үҫеш тарихы менән шөғөлләнә ине. "Башҡорт әҙәби теленең ике быуаты" монографияһын әҙерләне. Ул шулай уҡ һәләтле ҡурайсы булараҡ та хәтерҙә ҡалған. Ул йылдарҙағы гәзиттәрҙә Учалы егете тураһында ғалим һәм ҡурайсы булараҡ яҙып сыҡҡайнылар.
       Юбилей алдынан И.Ғ. Ғәләүетдинов менән һөйләшеү бик оҙаҡ булманы. Юғары уҡыу йорто тарихы тураһында һөйләп, ул һандар, факттар, мәғлүмәттәр килтерҙе. Мине нимәнелер бутап ҡуймаһын типтер инде, академияның 35 йыллығына сығарылған буклет бүләк итте.
       Хәҙер Өфө дәүләт сәнғәт академияһы музыка, театр һәм һынлы сәнғәт өлкәһендә белгестәр әҙерләй. Академия составында биш факультет. Көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 15 специальность буйынса уҡытыу алып барыла. Уҡытыусылар араһында һигеҙ фән докторы һәм 28 фән кандидаты. 1972 йылдан педсостав дүрт мең ярымдан ашыу белгес әҙерләп сығарҙы. Республика драма театрҙары актерҙарының 90 процент тирәһе - театр факультетын тамамлаусылар. Күп кенә тамамлаусылар Рәсәй һәм сит илдәр театрҙары афишаларын биҙәй.
       Осрашыуҙан һуң бик йылы һаубуллаштыҡ. "Шаляпин Өфөлә" тигән китап әҙерләргә кәрәк, тигән уртаҡ фекергә килдек, артистың ижади биографияһы тап беҙҙең ҡалала, хәҙерге академияның концерт (Шаляпин) залында башланған бит.
       Күп төбәктәр көнләшеп ҡараған уҡыу йорто бинаһында академик таҙалыҡ, бөхтәлек. Ҡайһы берҙә яңғырауыҡлы тауыштар күнегелгән тынлыҡты боҙа - кабинеттарҙа дәрестәр бара. Академияла ныҡышмалы хеҙмәттә, уҡыуҙа киләсәктә Башҡортостанды ла, Рәсәйҙе лә шатландырасаҡ яңы ысын йондоҙҙар тыуа.
       Иркен коридорҙар, фойе буйлап үтәм. Стендта - академия ветерандары портреттары. Улар араһында күптәнге танышым Мәжит Алкиндың йөҙө. Баҡһаң, ул хәҙер педагог, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы икән. Күптәр, моғайын, уның йомшаҡ тембрлы матур тауышын хәтерләйҙер. Ул Рәсәйҙә, Болгарияла сығыш яһағайны. Күҙ алдына килтерегеҙ әле, мин Мәжит Алкиндың портреты алдында баҫып торам, ә ул йылмайып минең ҡаршыма килә, бер аҙ аҡһаңҡырай. Ниндәйҙер мистика. Урамға сыҡтыҡ, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры эргәһендәге скверҙа оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул сәнғәт академияһындағы ижади, эшлекле атмосфера хаҡында һөйләне. Уның уҡыусылары араһында атҡаҙанған артистар, халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары бар. Ул үҙе уҡытыусылар өсөн кәрәкле тиҫтәләгән уҡыу-методик материалдары яҙған һәм баҫтырып сығарған.
       Башлыса, тормош хаҡында һөйләштек. Әңгәмә барышында, студенттар араһында самородоктар һәм генийҙар бармы, тип ҡыҙыҡһындым. Аҡыллы, ауыр яҙмыш һынауы үткән Мәжит Алкин, һуңғы ваҡытта генийҙар осрамай, һәләтле уҡыусылар бар, әммә улар йыш ҡына уҡыуҙа ялҡау, тип яуап бирҙе. Ә уҡытыусылар, Алкиндың фекеренсә, уларҙы уҡырға, дәрескә йөрөргә мәжбүр итергә тейеш түгел. Мәжит Сәмиғулла улына ышанам, сөнки ул һуғыштан һуңғы йылдарҙа мәктәп-интернатта уҡыны.
       ...Өфө дәүләт сәнғәт академияһы юбилейы алдынан мин ректор И.Ғ. Ғәләүетдинов һәм педагог М.С. Алкин менән бик йылы осрашыу үткәрҙем. Бик матур тәьҫораттар ҡалды. Академия түңәрәк юбилейға - 50 йыллыҡҡа курс ала.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал