6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Велоспорт

Педалгә баҫ
15.05.08


       Төп башҡорт велосипедсыһы Ринат Латипов нимәһе менәндер Остап Бендерҙы хәтерләтә. Әгәр Ильф менән Петровтың персонажы шахмат баш ҡалаһы Нью-Васюки картиналарын төшөрһә, "Ағиҙел" велоүҙәге директоры мөмкин тиклем күберәк өфөләрҙе ике тәгәрмәсле педаль-сылбырлы хәрәкәт итеү сараһына күсереп ултыртырға, бигерәк тә, ҡояшлы Башҡортостан баш ҡалаһын донъя шоссе велоспорты баш ҡалаһы итеп тә яһарға хыяллана, буғай.
       Күҙ алдына килтерегеҙ әле - Өфөлә барыһы ла велосипедта ғына китеп бара. Бер ниндәй газ, транспорт тығылышы ла юҡ. Ҡот осҡос авариялар юҡ. Ҡайһы берҙә йығылыуҙар булыуы ихтимал, әлбиттә, уның һөҙөмтәһендә берәй ереңде күгәртеүең генә мөмкин, ә ремонт иһә бик арзанға төшәсәк. Ҡиммәтле автомобилдәргә аҡса тотонорға кәрәкмәйәсәк, торлаҡ һатып алыуға аҡса күберәк ҡаласаҡ. Ҡала үҫә, сәскә атасаҡ.
       Ринат Латипов Италияла төндәрен тап ошондай матур төштәр күрәлер, тип уйлайым. Юҡҡа ғына ул йылына бер тапҡыр Өфөлә "автотранспортҡа ҡаршы зоналар" ойоштормайҙыр бит, был саҡта бер юлы бер нисә урам ябылып, спортсы-велосипедсылар ҡарамағына тапшырыла.
       Европала "Тур де Франс", "Джиро д'Италия", "Вуэльта" һәм башҡа төрлө велоуҙыштар үткәрелә. Ринат Латиповтың ихтыярына ҡуйһаң, ул да беҙҙә "Тур де Башкирс", "Джиро д'Уфа", бик тә булмаһа, "Черниковкаэльта" үткәрер ине.
       Ләкин өфөләр велосипедтарға үҙҙәренең көндәлек тормошона үтеп инергә юл ҡуя торғаны бармы инде. Беҙҙең ҡалала күптәр миллион һумдан кәмерәк торған автомобилдәрҙе һанға ла һуҡмай. Ҡиммәтле машина хужалары ғына түгел, ҡәҙимге намыҫлы эшсе йәки студент та бер ваҡытта ла велосипед хаҡына үҙенең "алтынсы модель" машинаһынан баш тартмаясаҡ.
       Ысын велосипед тормошо профессиональ спортсыларҙа ғына. Улар өсөн Европаның иң яҡшы юлдарын ябалар, уларҙы полиция һаҡлай, допинг-контроль ентекле күҙәтә.
       "Ағиҙел" велоүҙәгенең иң яҡшы тәрбиәләнеүселәре - кемдәр улар? Уларҙы башта бөтә ил буйлап йыйҙылар, һуңынан Өфөлә үҫтерҙеләр һәм даими рәүештә Италияға сборға алып барҙылар. Юғары халыҡ-ара кимәлгә бик аҙҙар ғына етте - хәҙер улар пелотондар составында бөтә Көнсығыш Европа буйлап йөрөй һәм шуның менән аҡса эшләй. Әлеге мәлдә "Джиро д'Италия" ярышы бара. Данлыҡлы күп көнлөк велоуҙыш Палермола 10 майҙа башланды, унда 198 спортсы стартҡа сыҡты. Ярыштар 1 июнгә тиклем барасаҡ һәм Миланда финишҡа килеп етәсәктәр.
       "Джиро д'Италия" 91-се тапҡыр үткәрелә инде. Быйылғыһы айырым старт менән этаптарға бай буласаҡ. 23 уҙыш көнөндә спортсыларға ике генә көн ял биреләсәк.
       Алһыу төҫтәге лидер майкаһында Миланға етеүгә төп дәғүәселәр булып традиция буйынса итальян велосипедсылары - "Джиро"ла ике тапҡыр еңеүсе Джилберто Симони һәм үҙ титулын яҡлаясаҡ Данило Ди Лука, шулай уҡ "Тур де Франс"та еңеүсе испан Альберто Контадор тора. Икенсе тапҡыр был уҙышта Рәсәй командаһы ла ҡатнашасаҡ - "Тинькофф. Кредит системалары" командаһында рәсәйҙәр Евгений Петров (Өфөнөң "Ағиҙел" велоүҙәге тәрбиәләнеүсеһе), Павел Брутт, Михаил Игнатьев, Сергей Климов, Николай Трусов, белорус Василий Кириенко, шулай уҡ итальяндар Альберто Лоддо һәм Лука Маццанти сығыш яһаясаҡ.
       Рәсәй командаһының спорт директоры Орландо Маини:
       - Төп бурыстарыбыҙҙың береһе - этаптарҙа еңеү өсөн көрәшеү. Был маҡсатты спринтер Лоддо, шулай уҡ Игнатьев, Кириенко һәм Петров тормошҡа ашырасаҡ. Бөтә команда дөйөм иҫәптә Петровҡа ассистентлыҡ итәсәк: уның былтырғы күп көнлөк йомғаҡтары буйынса яулаған етенсе урынын яҡшыртыу мөмкинлектәре бар, - тине.
       "Ағиҙел"дә тәрбиәләнеүсе үҙе 26 майҙа, икенсе ял көнө алдынан, үтәсәк 13 километрлыҡ тау "сиген" айырып күрһәтте:
       - Был бик ауыр этап буласаҡ. Шул тиклем ҡатмарлы участкалар бар, улар, был көнгә арыуҙы иҫәпкә алып, күп уҙышсылар өсөн ҡотолғоһоҙ буласаҡ.
       Әлегә был ҡатмарлы трассаға тиклем алыҫ әле. 183 километр оҙонлоғондағы дүртенсе этап ҡына үтте әле. Лидерлыҡты Рик Вербрюгге яуланы, ул баштан уҡ тиерлек бер үҙе айырылып алға китте. Ҡайһы берҙә Вербрюггеның ярышташтарынан өҫтөнлөгө ун минут тәшкил итте. Һуңғы күтәрелешкә тиклем шулай дауам итте.
       "Ағиҙел" велоүҙәге тәрбиәләнеүсеһе Евгений Петров финишҡа 66-сы булып килде, Өфөлә үҫкән икенсе спортсы Владимир Гусев 73-сө булды.
       Дөйөм иҫәптә көстәр бүленеше үҙгәрмәне - Франко Пелицотти (Италия, Liquigas командаһы) беренсе, секундҡа ғына артта ҡалып икенсе урында Кристиан Вандевельде (АҠШ, Slipstream) килә, Данило Ди Лука өсөнсө (Италия, LPR Brakes).
       "Ағиҙел"дә тәрбиәләнеүсе Гусев (Рәсәй өсөн сығыш яһай, Astana командаһынан) дөйөм иҫәптә лидерҙан 54 секундҡа ҡалыша - был бөтә "Джиро д'Италия" велоуҙышсылары араһында 32-се һәм бөтә рәсәйҙәр араһында иң яҡшы һөҙөмтә. Петровтың да (Рәсәй, "Тинькофф. Кредит системалары") яҡын һөҙөмтә - лидерҙан бер минут та 11 секундҡа ҡалышып, 43-сө урын.
       Бөгөн беҙ яңы ғына йәштәр составы менән Италиянан ҡайтҡан "Ағиҙел" велоүҙәге директоры Ринат Латипов менән бәйләнешкә индек. "Джиро д'Италия" барышын ентекле күҙәтеп барған кәңәшсе-тәрбиәсе бына нимәләр хәбәр итте:
       - Был ҡатмарлы күп көнлөктә беҙҙең ике тәрбиәләнеүсебеҙ - Евгений Петров менән Владимир Гусев ҡатнаша. Гусев быға тиклем Швейцарияла яҡшы сығыш яһағайны. Уның өсөн Италиялағы күп көнлөк - Пекинда үтәсәк Олимпиада уйындарына мөһим әҙерлек этабы.
       "Тур де Франс"та еңеүсе испан Контадор, шулай уҡ немец Клозен "Астана" командаһында лидерҙар буласаҡ. Ә Владимир Гусев уларҙың береһенә еңергә ярҙам итер, тип уйлайым. Евгений Петров яҡшы һөҙөмтә өсөн көрәшә ала. Уның командаһында ул - лидерҙарҙың береһе.
       Гусев та, Петров та - универсалдар. Улар тауҙа ла, тигеҙ урында ла үҙҙәрен яҡшы тоя. Владимир Гусевтың төп көсө - айырым старт менән уҙышта.
       "Джиро д'Италия"ла бөтәһе лә алда әле. Ара бик ҙур - 3500 километрға яҡын. Ысын көрәш 19-ынан һуң башланасаҡ. Мин үҙем йәштәребеҙ менән яңы ғына унан килдем - унда һауа торошо яҡшы, йылы, ҡояшлы. Тиҙҙән яңынан унда китәм, һуңғы этаптарға өлгөрөргә кәрәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал