6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

МакSим: "калуш кейгән шаян ҡыҙ"
06.05.08


       МакSим хәйләләп тормай, туранан-тура, бер концерт майҙансығы ла мине Өфөләге кеүек ҡабул итмәй, тип белдерҙе. Май байрамдарында йырсы ҡалабыҙҙа өсөнсө тапҡырына сығыш яһаны, ә бит уның икенсе килеүенән һуң ярты йылдан аҙ ғына ашыуыраҡ ваҡыт үткәйне. МакSимды бында нимә йәлеп итә һуң һәм Өфөләге уның тамашасылары кемдәр?
       МакSимдың фанаттары араһында, башлыса, йәш ҡыҙ балалар - улар әле концерттарға ата-әсәһе менән бергә барыу йәшендә генәләр. МакSим быны яҡшы белә, шуға күрә бала-сағаны сәләмләгәндә, тауышында өмөт сатҡыһы менән, "ә йәштәр, ғаилә парҙары концертҡа килгәнме һуң?" тип һорап ҡуйҙы. Шунда уҡ зал дәррәү рәүештә "Эйе-е!" тип күтәреп алды. Былай ҙа күтәренке кәйефле МакSимдың йөҙөндә бәхетле йылмайыу балҡыны. Ул шунда уҡ үҙе менән бергә йырларға тәҡдим итте. Ләкин уның "Трудный возраст", "Нежность", "Любовь", "Сон", "Ветром стать" кеүек хиттарын тамашасылар тын ғына тыңланы. Дөрөҫ, һәр композицияны, тәүге өс нотаһынан уҡ хатаһыҙ билдәләп, алҡышлап ҡаршы алды. Әммә МакSим "Отпускаю", "Знаешь ли ты", "Мой рай" йырҙарын башлау менән зал инде дәррәү ҡушылды.
       МакSим бик алсаҡ булып сыҡты. Йырҙар араһында тәнәфестә ул тамашасылар менән иркен әңгәмә алып барҙы һәм барыһын да үҙенең дуҫтары тип атаны.
       - Ә концерттан һуң ҡайҙа бараһығыҙ? - тип ҡыҙыҡһынды ул.
       - Күңел асасаҡбыҙ! - тине шунда уҡ залдан кемдер һәм МакSимды үҙҙәренә ҡушылырға саҡырҙы.
       - Мин бит бер үҙем түгел, дуҫтарым менән киләсәкмен, - тип МакSим да яуабын көттөрмәне. - Йә, шунан тағы нимә йырлайбыҙ?
       Тамашасылар бер-бер артлы яратҡан композицияларын атаны. МакSим ғәжәпләнеп ҡаштарын һикертте, музыканттар менән ниҙер шыбырлашты, әммә йырҙарҙы шулай ҙа үҙе һайланы. Уның әле яңы ғына яратырға өйрәнгән йәш йөрәктәрҙе тетрәтерлек мөхәббәт тураһындағы йырҙары һағышҡа бирелергә, уйландырырға тейеш ине. Шуға күрә тамашасылар менән еңелсә шаярып алыуы хәлде йомшартты. Шат күңелле МакSим үҙ концертында күңел төшөнкөлөгөнә юл ҡуя алманы, шуға күрә тамашасыларҙы төрлөсә шаяртты, көлдөрҙө, ғәжәпләндерҙе. Ул үҙен "калуш кейгән шаян ҡыҙ" тип атаны - ҡарағыҙ әле, бына миндә ниндәй үксәһеҙ модалы аҡ итектәр! Йырсының концерт башланғанда сәхнәгә кейеп сыҡҡан күлдәге лә шуға ярашлы ине. Әммә ҡыҫҡа ғына тәнәфес ваҡытында ул кейемен алыштырырға ла өлгөрҙө - ҡыҫҡа ғына майка һәм джинсы кейеп сыҡты. Залда хуплап геү итеп ҡалыуҙарына ҡарағанда, бындай МакSим уларға нығыраҡ оҡшай ине.
       Тамашасылар йырсыға һоҡланыуҙан арыманы һәм уға бер-бер артлы бүләктәр тапшырҙы. Күп һанлы прожекторҙар яҡтыртыуы аҫтында балҡып, МакЫим ҡосаҡ-ҡосаҡ сәскәләр ҡабул итте, бигерәк тә ул ромашкаларға һәм ялан сәскәләренә шатланды.
       - Әйтерһең, бөгөн минең тыуған көнөм! - тип рәхмәтен белдерҙе ул тамашасыларға һәм залдан сәхнәгә осоусы йомшаҡ уйынсыҡтарҙы сос ҡына тотоп алды. Тамашасылар концерт ваҡытында туҡтауһыҙ тапшырған бөтә хаттарҙы уҡып сығырға ла вәғәҙә итте.
       Концерт башында ул, күңел асыу таң атҡансы дауам итәсәк, тип дәртләндергәйне. Барыһы ла кисәнең оҙаҡ дауам итәсәгенә иҫәп тотто. Әммә шат күңелле, алсаҡ МакSим сығышын бик оҫта тамамланы ла.
       - Бөттө! Беҙ гастроль турыбыҙҙы тамамланыҡ, хәҙер инде ҡайтабыҙ, - тине йырсы.
       Барыһы ла шунда уҡ башҡаса йырҙар булмаясағын аңланы. МакSим арыны. МакSим өйөнә ҡайта.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал