6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Урталыҡҡа ҡарап тигеҙләнеү
25.04.08


       Бер нисә йыл элек кенә милли проекттар идеяһына шикләнеп ҡараусылар йәки ышанмаусылар күберәк ине. Һәм быға һис тә ғәжәпләнерлек түгел. Тотош быуат буйына тиерлек бөйөк дәүләтебеҙҙең бер-береһен алмаштырған лидерҙары ҡыҫҡа ваҡыт эсендә "яҡты киләсәк" төҙөргә йомарт вәғәҙә итте бит. Һәм бына һиңә: шығырлай-шығырлай булһа ла, милли проекттар эшләп китте!
       "Һаулыҡ", "Мәғариф", "Агросәнәғәт комплексын үҫтереү", "Рәсәй граждандарына арзан һәм уңайлы торлаҡ"... Бөгөн властарҙың ошо мөһим өлкәләргә иғтибары бер кемде лә ғәжәпләндермәй. Шул уҡ ваҡытта был проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡыйынлыҡтар етерлек әле: йәшәү кимәле түбән булыуы, финанслау етешмәүе... Һәр башланғыстың (хатта иң изгеһенең дә) тамырына балта сабыусы мәңгелек проблемалар.
       Был ҡаршылыҡты нисек хәл итергә һуң? Юлы бар, буғай, һәм ул йәмғиәтебеҙҙә һуңғы бер-ике йылда ғына тыуҙы.
       Асыҡланыуынса, бер дәүләт тә, иҡтисадҡа быға тиклем булмағанса йоғонто яһаусы ниндәйҙер ҡеүәтле көс ярҙамынан тыш, үҫешә, алға китә алмай. Был ниндәй көс һуң һәм уның исеме бармы? - тип һорарһығыҙ һеҙ. Яуап бирәбеҙ - әлбиттә, бар. Уның производствоға индергән өлөшө етмеш процентҡа еткән илдәрҙә был көс урта синыф тип атала.
       Шулай итеп, Рәсәйҙә урта синыф бармы? Ошо көндәрҙә Өфөлә үткән Башҡортостан Республикаһының "Рәсәйҙең урта синыфын формалаштырыу нигеҙе булараҡ эшҡыуарлыҡ" III асыҡ форумында ҡатнашыусылар ошо һорауға яуап бирергә маташты.
       Үткәрелгән форум, һис шикһеҙ, төбәк һәм тотош ил тормошонда бик мөһим ваҡиға булды. Уның маҡсаты булып эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙе тотҡарлаусы проблемаларҙы тикшереү, ил иҡтисадында эшҡыуарлыҡ ролен күтәреү стратегияһын эшкәртеү, шулай уҡ быйылдан алып 27 апрелдә билдәләнәсәк республика Эшҡыуарҙар көнөн байрам итеү торҙо.
       Бында бер аҙ ситкә китеп, ни өсөн тап эшҡыуарҙар урта синыф нигеҙе итеп һайланған һуң, тигән һорау бирергә кәрәктер.
       Сәбәптәре бер нисә. Уларҙың беренсеһе - тап ошо кешеләр күп, һөҙөмтәле һәм сифатлы эшләргә һәләтле булыуылыр. Улар, башлыса, үҙ-үҙенә генә иҫәп тотҡан һәм ысын мәғәнәһендә икһеҙ-сикһеҙ инновацион ҡеүәткә эйә булған үҙ аллы, инициативалы, ижади, яуаплы шәхестәр. Тап эшҡыуарҙар йәмғиәт табышының ҙур өлөшөн етештереүе һәм бер үк ваҡытта ҙур ҡулланыусылар, инвесторҙар һәм һалым түләүселәр булып тороуы бер кемгә лә сер түгел.
       Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә курс бөгөн иң юғары дәүләт кимәлендә яңғырауы үтә мөһим. Һайланған президент Дмитрий Медведев айырып билдәләгәнсә, "дәүләт сәйәсәте урта синыф өлөшөн тотороҡло үҫтереүгә йүнәлтелергә тейеш, ә быға бәләкәй һәм урта бизнес өсөн ярашлы шарттар булдырыу аша ғына өлгәшергә мөмкин".
       Был лозунгты ишеткәс, бизнес-йәмғиәтебеҙ өсөн шатланырға ғына мөмкин кеүек. Ахыр килеп, Рәсәй эшҡыуарҙарының эше көйләнәсәк!
       Ләкин бөтәһе лә ябай ғына түгел шул. Был өлкәлә етди проблемалар ҙа етерлек, улар хаҡында Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ, енәйәти, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт комитеты рәйесе урынбаҫары, республика Президенты ҡарамағындағы Стратегик тикшеренеүҙәр үҙәгенең күҙәтеү советы рәйесе Андрей Назаров һөйләне.
       Беренсе проблема - ул хәҙерге йәмғиәттә эшҡыуарлыҡтың абруйы. Бөгөн бер кем дә эшҡыуарға "спекулянт"ҡа ҡараған кеүек ҡарамаһа ла, бизнесмен статусы әле булһа башҡа һөнәрҙәр статусынан түбәнерәк тора. Ни өсөндөр эшҡыуарға ихтирам һаман да, уның башҡаларға ҡарағанда аҡсаһы күберәк, тигән ҡарашҡа нигеҙләнә. Эшҡыуарҙың эшмәкәрлеге иһә иҫәпкә алынмай. Ә бит бизнесмендың эше бөгөн башҡа һәр һөнәр вәкиленеке кеүек үк ауыр һәм технологик сығымлы. Рәсәй бизнесмендары иҡтисади әүҙем һәм социаль-иҡтисади системала билдәле бер урын биләй, ул үҙ яҙмышын ил яҙмышынан айырып ҡарамай. Тап шуға күрә улар ҙа мөһим, дәүләт һәм йәмғиәт тарафынан талап ителгән үҙ хеҙмәте өсөн ихтирамға лайыҡ.
       Икенсе проблема - бизнес алып барыу хәүефһеҙлеге. Бында һүҙ контроллек итеүсе органдарҙың бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына артыҡ ҡыҙыҡһыныу күрһәтеүе, шулай уҡ үҙ эшеңде асыу кеүек ауыр процедура хаҡында бара. Әйтергә кәрәк, бөгөн Рәсәйҙә продукцияның 1400 төрө сертификатланырға тейеш, һәм был эшкә властың 16 органы йәлеп ителгән! Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов үҙ сығышында билдәләп үтеүенсә, бындай контролдән әлегә тулыһынса баш тартырға ярамай. Шул уҡ ваҡытта тикшереүсе органдар иҫәбен кәметеү һәм был процесты оптималләштереү бик урынлы булыр ине, күптән түгел был турала юғары дәүләт органдарында әйтеп үтелде лә инде.
       Хәл итеүҙе талап итеүсе тағы бер проблема - эшҡыуарҙарҙың төрлө ресурстарға - ер, финанс, кадрҙар, офис биналары ресурстарына үтә алыуы. Күсемһеҙ милекте арендалау мәсьәләһе айырыуса мөһим булып тора. Мәҫәлән аренда договорҙарының уртаса срогы бөгөн бер-ике йыл ғына тәшкил итә, өҫтәүенә аренда договорҙарын оҙайтыу, етештереү майҙандарын арендаторҙарҙа һаҡлап ҡалыу гарантиялары юҡ. Төҙөлөшкә рөхсәт алғанда бизнес байтаҡ проблемаларға осрай - был эш 1,5-2 йылға һуҙыла! Был өлкәлә яраштырыусы органдар һәм инстанциялар ғына 30-ҙан ашыу бит. Былар барыһы ла, һис шикһеҙ, эшҡыуарҙарҙы тотороҡлолоҡтан, иртәгәһе көнгә ышаныстан мәхрүм итә.
       Эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә иң "ауыртҡан" урындарҙың береһе - бәләкәй бизнесҡа һалым һалыу тураһында ла телгә алып китергә кәрәктер. Бында һүҙ, беренсе сиратта, өҫтәмә хаҡҡа һалым - НДС-ты кәметеү тураһында бара, быға инде беҙҙең иҡтисад министрлыҡтарыбыҙ һәм ведомстволарыбыҙ бик теләмәй генә бара. Андрей Назаров билдәләүенсә, был тулыһынса федераль мәсьәлә, шулай ҙа төбәк инициативаһы ла кәрәк.
       Шулай итеп, форумда ҡатнашыусылар был проблемаларҙы хәл итеү өсөн ниндәй саралар тәҡдим итә һуң?
       БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры Борис Колбин әйтеүенсә, беренсе сиратта, "Урта синыфты үҫтереү нигеҙе булараҡ эшҡыуарлыҡ" милли проектын булдырыу тураһында мәсьәлә ҡуйырға кәрәк.
       Милли проект нигеҙендә бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереүҙең Федераль программаһын әҙерләргә тәҡдим ителә, тине Борис Колбин. Был РФ субъекттарына төбәк сәйәсәтен федераль сәйәсәт менән яраштырырға ярҙам итәсәк.
       Бынан тыш, "Агросәнәғәт комплексын үҫтереү" милли проектындағы кеүек, бәләкәй һәм урта бизнестың финанс ресурстарына үтеү механизмдарын булдырыу планлаштырыла. Бында һүҙ процент ставкаларын субсидиялаштырыу, микрофинанс ойошмалары төҙөү тураһында бара.
       Һалым кодексына ла үҙгәрештәр кәрәк, атап әйткәндә, эшҡыуарҙарҙы үҙ эшен асҡандан һуң беренсе йылында һалымдан азат итергә. Бындай "һалым каникулдары" башланғыс стадияла бәләкәй бизнесҡа һиҙелерлек ярҙам булыр ине, тип көтөлә.
       Шулай уҡ яҡын арала бәләкәй бизнесҡа, беренсе сиратта, производствоны ойоштороу өсөн ер участкаһы бүлеү тәртибен ябайлаштырыусы регламент билдәләнәсәк. Эшҡыуарҙарҙың төҙөлөшкә рөхсәт алыу менән бәйле әлеге ваҡыттағы проблемаларын иҫәпкә алғанда, был да бик мөһим.
       Тағы бер дәүләт инициативаһы - намыҫлы эшҡыуарҙың арендаға алған, муниципаль йәки дәүләт милкендә торған бинаны, өс йыл үткәс, һатып алыу хоҡуғын законлаштырыу.
       Бында эшҡыуарлыҡты яҡлау программаһының дөйөм лейтмотивы булып бәләкәй бизнесты үҫтереүгә ҡаршылыҡ итеүсе төрлө органдар һәм инстанциялар һанын мөмкин тиклем кәметеү торорға тейеш. Мортаза Рәхимов билдәләгәнсә, Башҡортостанда, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһында бындай инициатива эшлекле кешеләргә "йәшел ут" бирергә, шулай уҡ эшҡыуарлыҡ юлында төрлө бюрократик ҡаршылыҡтарҙы юҡ итергә булышлыҡ итәсәк. Бөгөн был һис ҡасан булмағанса актуаль бит.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал