6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Тикшереүҙәр

Банкомат ғәйепле түгел
09.04.08


       Өфөлә банкомат ялған аҡсаларҙы танымаған осраҡтан һуң "БАШвестЪ" уҡыусыларында, аҡыллы машиналар яһалма купюраларҙы ҡабул иткәс, тимәк, банкоматтан ялған аҡса ла ҡабул итергә мөмкинме, тигән һорауҙар тыуҙы. Өфөләге коммерция банкыларының береһенең техник бүлек начальнигы әйтеүенсә, борсолорға кәрәкмәҫ. Банкоматта ҡабул ителгән купюралар бер резервуарға эләгә, ә таратыу өсөн тәғәйенләнгәндәре - икенсеһенә. Икеһе лә даими инкассирлана, бынан һуң бөтә купюралар, банкоматта ҡуйылған детекторҙар тарафынан нөсхәлеккә тикшереү үтһә лә, ҡайтанан тикшерелә. Әгәр таратыу өсөн лотокка күрәләтә йәки ҡарап еткермәү арҡаһында ялған аҡса эләкһә инде - башҡа эш.
       ...Быйыл март аҙағында Өфөлә йәшәүсе бер ҡатын "Русский стандарт" банкының бер юлы өс банкоматына ялған купюралар һалған. Шул юл менән йүнсел ҡатын үҙ кредитын ҡапларға иҫәп тотҡан. Дөйөм алғанда, ул банкоматтарға 500 һумлыҡ 250 купюра, йәғни 125 мең һум һалған. Ялған аҡсаларҙы кассир ҡайтанан иҫәпләгәндә белеп ҡала. Банкоматты алдаған ҡатынды шунда уҡ табалар: күҙәтеү камералары һәм банкоматты көйләү ярҙам итә. Был ҙур булмаған коммерция фирмаһы башлығы була. Өйөнә тентеү менән барғас, оперативниктар уның фатирында аҡса етештереү буйынса тотош бер лаборатория таба: компьютер, ноутбук, төҫлө принтер, ҡағыҙ ҡырҡыу өсөн машина. Әҙер аҡсалар ҙа табыла: 200 мең 500 һумлыҡ банкнота һәм 100 һумлыҡ 600 купюра. Дөйөм алғанда, был йөҙ миллион һумдан ашыу ялған аҡса - әлегә тиклем Өфөлә ялған аҡсаларҙың был тиклем ҙур партияһы асыҡланғаны юҡ ине, тип билдәләнеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
       - Ялған аҡсалар компьютер техникаһын файҙаланып, өй шарттарында әҙерләнгәнгә оҡшай. Хәҙер бөтә аппаратура тартып алынды. Иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш буйынса идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре енәйәттә ҡатнашыусыларҙы билдәләү буйынса саралар үткәрә. Ихтимал, бындай ҙур партия илдең төрлө төбәктәренә, шул иҫәптән республикабыҙҙа ла, таратыу өсөн тәғәйенләнгәндер, - ти БР буйынса Эске эштәр министрлығының Иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш буйынса идаралығы начальнигы Рим Ҡәйүмов.
       Ялған аҡса эшләүсегә ҡарата 186-сы статьяның 2-се өлөшө "Ҙур күләмдә ялған аҡса әҙерләү йәки таратыу" буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.
       Шулай ҙа нисек банкоматтар ялған аҡсаларҙы йотҡан һуң, етмәһә, ул тиклем юғары сифатлы ла түгел. БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте вәкиле Максим Родионовтың әйтеүенә ҡарағанда, аҡсалар өй шарттарында төҫлө принтерҙа әҙерләнгән, уның ялған икәнен ябай күҙ менән дә билдәләргә мөмкин. Етмәһә, сит илдә етештерелгән банкоматтар Рәсәй шарттарына яраҡлаштырылған, улар һумдан бигерәк, ялған долларҙарҙы ҡабул итер ине кеүек. Ә бит Рәсәй аҡсаһы оҡшатып яһауҙан яҡлау кимәле буйынса донъяла иң ышаныслыларҙың береһе булып танылған. Өҫтәүенә, банкоматтар етди NCR фирма-етештереүсеһенән, Рәсәйгә индерелгән банкоматтарҙың күбеһе унан килә.
       Беҙҙең эксперт фекеренсә, бында, ихтимал, банкоматты көйләгән һәм хеҙмәтләндергән кешеләрҙең ғәйебелер.
       - Банкомат - ул тимер, машина, ул көйләүгә аныҡ буйһона,- тип билдәләне ул. - Шулай булғас, бында кеше факторы үҙ ролен уйнағандыр.
       Уның әйтеүенсә, ҡалала банкоматтарҙы техник хеҙмәтләндереү буйынса яҡшы белгестәр бик аҙ, шуға ҡарамаҫтан, әлегә тиклем бындай осраҡ булғаны юҡ ине.
       - Хатта әгәр кемдер банкоматҡа ялған аҡса һалырға маташһа, ул уны төкөрөп сығарасаҡ. Банкоматты алдап, язаһыҙ ҡалыуға иҫәп тоторға маташыу - ул ахмаҡлыҡ. Хатта йәнәштә күҙәтеү камералары булмаған хәлдә лә, банкомат уның менән файҙаланыусылар хаҡында тулы мәғлүмәт алырлыҡ итеп көйләнгән.
       - Әлбиттә, был күңелһеҙ хәл беҙҙе борсоуға һалды. Бәхеткә ҡаршы, был берҙән-бер осраҡ, һәм уны эшләүселәр тотолдо ла инде, - тип хәлде аңлатты БР Милли банкының эштәр менән идара итеү начальнигы Шамил Әминев. - Техник белгестәргә килгәндә, Өфөлә банкоматтар селтәре даими киңәйә бара, шуға күрә уларҙы хеҙмәтләндереүсе кешеләр етешмәүе лә ихтимал. Уның ҡарауы, кассирҙарҙың профессиональ кимәлен күтәреү буйынса эшебеҙ үҙ емештәрен бирә: беҙҙең бурыс - ялған купюраларҙы артабан әйләнешкә үткәрмәү бит.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал