6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Трахтенберг монстр түгел, ул арыған
02.04.08


       Роман Трахтенберг минең өсөн һәр ваҡыт ҡурҡыныс, имәнес бер әҙәм булып күҙ алдыма баҫа ине. Радио аша уның тауышын ишетһәм, тиҙерәк икенсе тулҡынға күсерергә ашыҡтым, телевизорҙан уны ҡарамаҫҡа тырыштым. Юҡҡа ғына уны оятһыҙ, ҡот осҡос, монстр тип атамайҙарҙыр тип иҫәпләнем...
       Был ни бары уның имиджы ғына, ә ысынында иһә ул бик һәйбәт кеше, тип әйтеүҙәре минең фекеремде үҙгәртә алманы. Быға ышаныуҙан мин ҡырҡа баш тарттым. Шуға күрә Роман Трахтенберг менән осрашыуға барғанда, тағы уның туҙға яҙмаған "һаҡаллы" анекдоттарын тыңларға тура килер инде, тип уйлап барҙым, унан бер ниндәй ҙә аҡыллы нәмә көтмәнем. Баҡһаң, мин хаҡлы булмағанмын икән...
       Минең алда бик мөләйем кеше ултыра ине. Ул бик арыған ҡиәфәттә, ә күҙҙәре моңһоу, әммә изге. Роман һәр ваҡыттағыса ерән, ләкин нимәһе ҡыҙыҡ - телевизорҙан күргәндәге кеүек йыуан түгел.
       Роман һәр ваҡыттағыса иң элек:
       - Мин элеккесә Трахтенберг, һәм элеккесә фамилиям һеҙ уйлағанса тәржемә ителмәй, - тине.
       Бының менән ул барыһының да күңелен күтәреп ебәрҙе. Ләкин уның: "Хоҙайым үҙе шаһит, мин журналистарҙы күрә алмайым!" тип әйтеүенән мин бер аҙ шаңҡып ҡалдым. Хәйер, был һүҙҙәре менән ул мине генә түгел, осрашыуға килгән башҡа журналистарҙы ла аптыратты. Роман журналистарҙы рәнйетергә теләгәндән улай тип әйтмәне, ул һары матбуғат биттәрендә үҙе тураһында уйлап сығарып яҙылған төрлө ғәйбәттәрҙән йонсоған.
       - Журналистар минең турала төрлө хәшәрәттәр уйлап сығара, - ти Роман Трахтенберг. - Мин халыҡты һары матбуғатты уҡымаҫҡа саҡырам. Ышанығыҙ, мин һеҙгә дөрөҫөн әйтәм!
       Эйе, Роман ысынлап та арыған. Хәйер, уның урынында башҡа кеше лә шулай арыр ине. Үҙең тураһында туҡтауһыҙ "ғифрит", "оятһыҙ", "аҙғын" кеүек эпитеттар ишет әле... Ихтыярһыҙҙан һин дә журналистарҙы күрә алмай башларһың.
       Роман Трахтенберг бөтә көсөнә һары матбуғатҡа ҡаршы көрәшә. Әммә уның "алдына сығырлыҡ түгел". Шуға күрә матбуғат баҫмалары биттәрендә һәм интернетта даими рәүештә Романдың кем менән һуғышыуы, кем менән йоҡлауы, кемде рәнйетеүе хаҡында хәбәрҙәр баҫылып торасаҡ.
       - Илебеҙҙә нимә менәндер ҡыҙыҡһынған, китап уҡыған, театрға йөрөгән кешеләр аҙайғандан-аҙая, ә күптәр "Форсаж", "Кеше-үрмәксен" кеүек фильмдарҙы ҡарай, - тип иҫәпләй Роман. - Күптәр хәҙер һары матбуғатты уҡый, һәм был гәзит шәрәмәтендә яҙылғандарға ышана. Кешеләр ысынлап уларҙы киң мәғлүмәт саралары тип иҫәпләй. Мин тулы ышаныс менән, быларҙың барыһы ла алдыҡ, тип әйтә алам. Тап шуға күрә лә күп кешеләр минең турала насар фекерҙә, мине оятһыҙ, аҙғын, тип уйлай. Тик ышанығыҙ, һис тә улай түгел.
       Роман Трахтенберг ысынлап та ундай кеше түгел, тип мин дә һеҙҙе ышандыра алам.
       Ул һәр яҡлап үҫешкән кеше. Шоумен, радио һәм телевизион тапшырыуҙар алып барыусы ғына түгел, ул яҙыусы ла булып киткән. Уның өс китабы сыҡҡан, хәҙер дүртенсеһе өҫтөндә эшләй.
       - Беренсе китабым ("Путь самца") буйынса сериал төшөрөлә, 15 серияның икәүһе әҙер ҙә инде. Әлегә барыһы ла яҡшы килеп сыға, тип әйтә алмайым. Шуға ҡарамаҫтан "Путь самца" китабын кешеләр теләп һатып ала, ул күп тапҡырҙар ҙур тираждар менән ҡабаттан баҫылып сыҡты, - тип һөйләй Роман.
       Әйткәндәй, Роман үҙен яҙыусы тип иҫәпләмәй:
       - Беҙҙең һәр беребеҙҙең тормошонда, артабан нисек йәшәргә, тип аптырап ҡалған мәлдәр була. Бер яҡтан, был насар булһа, икенсе яҡтан, кеше тап шундай мәлдәрҙә асылып, ижад итә башлай. Кеше башы менән уйлай башлай һәм әлегә тиклем үҙен һынап ҡарамаған өлкәлә лә асыштар яһай. Мин ошо мәл аша үтеп, китап яҙа башланым. Шуға күрә, Трахтенберг - яҙыусы, тиһәләр, был һис тә улай түгел. Минең китаптарым һис ҡасан Рәсәй әҙәбиәте өлгөһө булмаясаҡ, уларҙы бер ваҡытта ла мәктәптә өйрәнмәйәсәктәр, ләкин улар һиҙелерлек файҙа килтерәсәк. Минең сайтҡа кешеләр даими рәүештә китаптарым тураһында үҙ фекерҙәрен яҙып ебәрәләр. "Гастролер" исемле китабым да кешеләрҙе уйланырға мәжбүр итә икән. Китап бик күңелле килеп сыҡты.
       Роман Трахтенбергтың "Вы хотите стать звездой?" тигән китабы Рәсәй шоу-бизнесы серҙәре тураһында һөйләй.
       - Мин Рәсәйҙә шоу-бизнес, йондоҙҙар булмауы хаҡында яҙам. Мин бөтәһе кеүек үк ҡәҙимге кеше, һәм мин, һәр кем үҙ эше менән генә шөғөлләнһен ине, тип уйлайым. Төп бурыс - үҙ өлкәңдә бейеклектәргә өлгәшеү. Шулай уҡ мин Рәсәй шоу-бизнесында бер кем дә әле ҙур аҡса эшләп алғаны булмауы хаҡында ла әйтәм. Был бик бысраҡ эш. Мин кешеләрҙе бысранмаҫҡа өйрәтәм. Ә бит беҙ барыбыҙ ҙа матбуғат ярҙамында бысранабыҙ. Әгәр шоу-бизнесҡа эләгәһең икән, үҙеңде билдәле бер ҡағиҙәләр сиктәрендә тоторға кәрәк. Был китап һайлаған һөнәреңдә карьераға өлгәшергә өйрәтә, һәм уны һәр өлкәлә лә ҡулланырға мөмкин. Китап беҙҙең әҙәпһеҙ донъяла бирешмәҫкә ярҙам итә. Бирешмәү генә түгел, кеше булып ҡалырға кәрәк бит.
       Роман Трахтенберг үҙе карьераһын башлағанда эргәһендә ярҙам итерлек, яҡларлыҡ кеше булмауына үкенә. Ләкин ул үҙенең уңыш серҙәрен барыһы менән дә уртаҡлашырға әҙер.
       - Һәр кеше уникаль, һәр береһе нимәләлер башҡаларҙан яҡшыраҡ, - ти Роман. - Кеше шуны аңлағас ҡына күтәреләсәк, ижади берәмеккә әйләнәсәк. Бер философ әйтмешләй, бер һаны ғына миллиондарҙың нулдәрҙән тороуын белә. Күп һанлы нулдәр йыйылмаһы булғансы, ошо бер һаны булырға кәрәк. Бөтә проблемалар кешеләрҙең бер-береһенә оҡшарға тырышыуынан, үҙ индивидуаллеген юғалтыуҙан килеп сыға. Тик ошоно барыһы ла аңлаһын ине.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал