6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Сергей Владимировичтың юбилейы
13.03.08


       12 мартта барыһына ла билдәле "Дядя Степа" китабының авторы Сергей Владимирович Михалковҡа 95 йәш тулды. Ул 1913 йылдың 12 мартында хәлле ғаиләлә донъяға килә. 1927 йылда атаһы - сәнәғәт ҡошсолоғо өлкәһендә билдәле белгес - Пятигорскиға күсеп килә. Унда Сергей Михалков мәктәпте тамамлай, тәүге шиғырын баҫтыра. Былар барыһы ла 80 йыл элек була. Унан һуң Сергей Владимирович бик күп шиғриәт, проза, драматургия китаптары сығара. "Писатели Москвы" библиографик белешмәһе буйынса иҫәпләп сығарырға маташтым, ләкин осона сыға алманым. Ә барыһы ла 1936 йылда сыҡҡан беренсе "Дядя Степа" китабынан башлана. Нисәмә быуын совет кешеләре уның шиғырҙарын уҡып үҫте.
       Яҙыусының тормош юлы бик еңелдән булмай. Пятигорскиҙан Мәскәүгә әйләнеп ҡайтҡас, үҫмер Мәскәү туҡыу фабрикаһында төрлө эштә эшләй, геологтар менән Волгаға, Көнсығыш Ҡаҙағстанға экспедицияға китә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Көньяҡ фронтта хәрби хәбәрсе була. Һәм иң көсөргәнешле, ауыр ваҡытта ла, Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡыған осорҙа ла, фронтта ла яҙыуын дауам итә. Яңы китаптары барлыҡҡа килә.
       Шағир, драматург, йәмәғәт эшмәкәре С.В. Михалковтың Социалистик Хеҙмәт Геройы исемен йөрөтөүе, дүрт Сталин һәм Ленин премияһы лауреаты булыуы, бик күп ордендар менән наградланыуы хаҡында күптәр белә. Ләкин Сергей Владимировичтың тағы бер награда - "Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре" тигән почетлы исем менән ғорурланыуы тураһында бик аҙҙар белә. Был исем уға 1983 йылдың 17 февралендә башҡорт совет әҙәбиәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн бирелә.
       Сергей Михалков Башҡортостанға бер нисә тапҡыр килеп китә. Айырыуса 1982 йылдың сентябрендә Башҡортостанда Рәсәй әҙәбиәте көндәренә арналған шиғриәт байрамы иҫтә ҡалған. Әҙәбиәтселәрҙең ҙур төркөмөнә РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе С.В. Михалков етәкселек иткәйне. Мостай Кәрим менән бергә ул Нефтселәр мәҙәниәт һарайында шиғриәт байрамы кисәһен алып барҙы.
       - Хөрмәтле иптәштәр, - тине Сергей Михалков. - Бына икенсе көн инде рус әҙәбиәтенең һәм РСФСР-ҙың һигеҙ автономиялы республикаһы әҙәбиәттәренең иң яҡшы вәкилдәре изге башҡорт ерендә. Иртәгә улар республика нефтселәренең, таусыларының, игенселәренең, малсыларының, уҡыусыларының хеҙмәте һәм тормошо менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн Башҡортостан райондары буйлап тараласаҡ.
       Был көндәрҙә Рәсәй яҙыусылары әҫәрҙәре төрлө телдәрҙә яңғырай. Дуҫлыҡ тураһында, бәхет тураһында шиғырҙар. Улар һәр кемдең йөрәгенә яҡын һәм аңлайышлы, сөнки һәр береһе туғанлыҡ йылыһы, үҙ-ара аңлашыу һәм изгелек тойғоһо менән һуғарылған...
       Әҙәбиәт байрамы кисәһендә шағирҙар Лев Ошанин, Юлия Друнина, Назар Нәжми, Виктор Кочетков, Муса Ғәли, Рауил Бикбаев, Ғариф Ахунов һәм, әлбиттә, Сергей Михалков үҙ шиғырҙары менән сығыш яһаны.
       Сергей Владимирович Өфө авиация институтында (хәҙерге ӨДНТУ), моторҙар эшләү производство берекмәһендә булды.
       - 55 йыл мин балалар, өлкәндәр өсөн яҙам. Һәм мин бәхетле кешемен, сөнки бөгөн һеҙҙең арағыҙҙа ла үҙ уҡыусыларымды күрәм, - тине ул ӨМЭПБ-ның йыйыу цехы эшселәре менән осрашыу ваҡытында.
       1-се мәктәп-интернаты балаларына ҡунаҡҡа килеп, Сергей Михалков үҙ туған стихияһында булды. Балаларға ул иң етди әйберҙәр тураһында аҡыллы, хисле һәм аңлайышлы итеп һөйләне. Журналист Алла Докучаева ул осрашыу хаҡында матур итеп яҙып сыҡты.
       "... Сергей Владимирович үҙ бала сағынан осраҡтарҙы һәм балалар баҡсаларында йәки мәктәптәрҙә осрашыу ваҡытында булған хәлдәрҙе иҫенә төшөрөп һөйләне, ә залда ултырған балалар был ваҡиғаларҙа үҙҙәрен, үҙ иптәштәрен таныны һәм яратҡан яҙыусылары менән тормоштағы һәр, хатта иң ҡатмарлы һорауға ла китаптарҙа яуап табырға мөмкин булыуы менән ризалашты.
       - Ә һеҙҙең геройығыҙ Степа ағай (дядя Степа) нисек барлыҡҡа килде? - тип ҡыйыуһыҙ ғына һораны өсөнсө рәттән бер ҡыҙ бала. - Ул ысынлап та булғайнымы?
       Юҡ, шағир уны уйлап тапҡан. Ул йәш сағында үҙе оҙон буйлы була, һәм балалар уға: "Ағай, турғай тотоп бир әле", тип ҡысҡырыр булған. Бына 1935 йылда ул Степа тураһында шиғыр ижад итә лә.
       Бер ваҡыт балалар баҡсаһында бәләкәй генә малай Михалковтан: "Ә Степа ағайҙың балалары бармы?" - тип һорай. Шулай итеп, Степа ағайҙың улы Егорҙы уйлап сығарырға тура килә. Егор үҫеп етеп, космонавт була, ә Степа ағайҙың бәләкәй ейәнсәре тыуа. Был турала Михалковтың "Дядя Степа - ветеран" тигән яңы китабында яҙылған. Бына шулай яҙыусының фантазияһынан һәм бала-сағаның был геройға һөйөүенән тыуа һәм йәшәп китә Степа ағай".
       Беҙ үрҙә Сергей Владимирович Михалковтың бер нисә тапҡыр, Өфөлә, Башҡортостанда булып китеүе тураһында телгә алдыҡ. Ул 1982 йылдың февралендә лә килеп китә. Был юлы Өфөгә ни өсөн килеүе тураһындағы һорауға Михалков үҙе яуап бирҙе.
       - Иң элек, Александр Фадеевтың тыуыуына 80 йыл тулыуы һәм Башҡортостанға килеп китеүенә 50 йыл тулыу айҡанлы тантаналарҙа ҡатнаштым. Был киң билдәле яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәренең исеме минең өсөн икеләтә ҡәҙерле, сөнки 1938 йылда "Правда"ла Александр Александровичтың минең ижадыма арналған мәҡәләһе баҫылып сыға. Мин ул саҡта йәш яҙыусы инем, һәм өлкән иптәштең бындай ярҙамы минең өсөн сиктән тыш мөһим булды. Бөтә артабанғы йылдарҙа мине Фадеев менән дөйөм эш һәм йылы дуҫтарса мөнәсәбәттәр бәйләне.
       Әле Өфөлә булғанда мин БАССР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Рафаэль Сафинды ысын күңелдән 50 йәшлек юбилейы менән ҡотланым, күп башҡорт яҙыусылары менән осраштым. Мин Өфөлә беренсе тапҡыр ғына түгел, был ҡаланы һуғыш йылдарынан алып яҡшы беләм. Шуны әйтеп үтергә тейешмен: Башҡортостан - әҙәби республика, бында китап уҡырға яраталар һәм үҙ яҙыусыларын да, башҡа союздаш республикаларҙан яҙыусыларҙы ла хөрмәт итәләр. Александр Фадеевтың Өфөлә булып китеүе менән бәйле ике таҡтаташ асыу быны асыҡ иҫбатлай ҙа инде.
       Шағир Сергей Михалков башҡорт ерендә бынан алда ла булып китә. 1980 йылдың октябрендә ул "Янғантау" санаторийында ял итә һәм, һәр ваҡыттағыса, үҙ уҡыусылары - Салауат районы хеҙмәтсәндәре һәм уҡыусылары менән осрашыу мөмкинлеге менән файҙаланмай ҡалмай.
       Яҙыусы Сергей Михалков менән осрашыуҙар уның ҡатнашлығынан тыш та үткәрелә. Башҡортостан уҡыусылары уның әҫәрҙәрен башҡорт телендә лә уҡыйҙар. Уның 20-нән ашыу әҫәрен, шул иҫәптән "Дядя Степа"ны ла, Ҡадир Даян, Баязит Бикбай, Сәйфи Ҡудаш, башҡа шағирҙар һәм тәржемәселәр туған телгә тәржемә иткән. Телевизорҙан беҙ "Фитиль" сатирик киножурналы сығарылыштарын даими ҡарайбыҙ, Сергей Владимирович күп йылдар уның редакторы булды.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал