6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Бер остан - икенсеһенә
12.03.08


       "Салауат Юлаев" Хабаровскиҙың бигүк яҡшы хоккейсыларҙан тормаған "Амур" командаһын көскә еңде. Үҙ өйөндәге ике ауыр еңеүҙән һуң "юлаевсылар" Алыҫ Көнсығыштан 2:3 иҫәбе менән еңелеп ҡайтты. Серияның дүртенсе матчында ғына, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө - 8 мартта, Өфө клубы, ярышташын 7:2 иҫәбе менән еңеп, сирек финалға сыға алды.
       Әгәр өйҙәге ике матчтан һуң Рәсәй регуляр чемпионаты лидеры илдең алыҫ көнсығыш осона - Хабаровскиға барып килһә, был юлы уларҙы бөтөнләй ҡаршы яҡ - Череповецтан көнбайыш "Северсталь" көтә. Өфө командаһы "Северсталь"де еңә алырмы-юҡмы? Әгәр еңһә, "Салауат Юлаев" үҙенә бронза миҙалды тәьмин итер ине.
       Әлбиттә, "Северсталь" плей-оффта бик ҡурҡыныс ярышташ түгел. Ул икенсе һигеҙ команда иҫәбенә инә. Хәҙерге өсөнсө тренерҙары Асташев был коллективты яҡшы белә. Шулай ҙа Череповец клубы "Амур"ға ҡарағанда тилберерәк уйнай.
       "Өфө-Арена" кассаһына шылтырата алырмын тимә. "Салауат Юлаев"тың рәсми сайтында мин нисек билет алырға мөмкин булыуы тураһында бер ниндәй ҙә иғлан тапманым. Кассала телефонды бер кем дә алмай. Хәлде асыҡлау өсөн генераль директорҙың ҡабул итеү бүлмәһенә шылтыратам. Секретарь ҡыҙ:
       - Мин бер нәмә лә белмәйем, был айҡанлы шылтыратыуҙар күп. Шуныһын ғына әйтә алам, билет хаҡы элеккесә буласаҡ. Касса эргәһендә сират ҙур - билет һата башлағандар, күрәһең, - тине.
       Ярай, хоккейҙың үҙенә әйләнеп ҡайтайыҡ. "Северсталь" менән матчта күп нәмә ҡапҡасыларҙан торасаҡ. Милан Гниличканың "Амур"ға ҡаршы өсөнсө матчтағы уңышһыҙлығы ҡабатланырға тейеш түгел.
       Төп персоналийҙар буйлап күҙ һалып үткәндә, бер нисәһен генә билдәләп китергә мөмкин. Олег Твердовский бөтә миҙгел буйына йоҡланы, ауырыны, тик һуңғы матчтарҙа ғына ул үҙен ҡулға алып, боҙҙа лидер булып китте. Әгәр артабан да шулай барһа, йыйылма команда тренерҙары Канадаға донъя чемпионатына барыр алдынан уны ҡайтанан ҡарарға тейеш.
       Кирилл Кольцов. Уны составтан сығарғандар ине, шунда уҡ һаҡта ахтунг кәмене. Был юғары класлы һөжүм итеүсе "ярым һаҡсыны" тигеҙ составта һәм күпселектә файҙаланыуҙы дауам итергә мөмкин булыр ине, тип уйлайым. Дөрөҫ, хәҙерге тренерҙар штабы бындай ҡатмарлы операцияға һәләтлеме икән, тигән һорау тыуа.
       Александр Пережогин. Плей-оффта уның бер шайба ла ташламауы бик насар. Пережогин менән ҙур контракт төҙөлгән һәм ул тап плей-оффта бөтә тырышлығын һалырға тейеш, юҡһа, уға түгелгән аҡсаны буш сығым тип танырға тура киләсәк.
       Константин Кольцов - дүртенсе матчта "Амур" ҡапҡаһына дубль хабаровскиҙар өсөн үлемесле яра булды.
       Игорь Волков. Уның һөҙөмтәлелеге, тырышлығы, һалҡын ҡанлылығы - маҡтауға, ә "Амур" менән серияның дүртенсе матчында уның хет-тригы алҡыштарға лайыҡ. Элек тынып ҡалған форвардтың уйындағы яҙғы көсөргәнеше тик ыңғай һыҙаттарға ғына эйә.
       Вадим Тарасов. Был ҡапҡасының "Амур"ға ҡаршы берҙән-бер, әммә бик матур еңеү матчы бер генә һорау тыуҙырҙы. Нимәгә Өфөгә шул тиклем күп аҡса түгеп, өсөнсө ҡапҡасы - Милан Гниличканы килтерергә инде?
       Александр Еременко. Юғары кимәлдәге ике матч, әммә һис бер кәмселекһеҙ, тип әйтеп булмай. Ынтылыр урын һәм көрәшер маҡсат бар - мин бында Рәсәй йыйылма командаһын һәм донъя чемпионатын күҙ уңында тотам, әлбиттә. Һәм был ҡапҡа һаҡсыһы Еременкоға ғына ҡағылмай. Һәр уйынсы шуны башына һеңдерергә тейеш - ул плей-оффта үҙен ни тиклем яҡшыраҡ күрһәтһә, команда ни тиклем алғараҡ үтһә һәм ҙурыраҡ уңышҡа өлгәшһә, Канадаға донъя чемпионатына барыу мөмкинлеге шул тиклем ҙурыраҡ буласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал