6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Тикшереүҙәр

Милиционерҙарҙы үлтереүселәр суд көтә
20.02.08


       Башҡортостанда уҙған йылдағы иң шау-шыулы енәйәтте тикшереү тамамланды. Һүҙ бында Стәрлетамаҡ районынан милиционерҙарҙы үлтереү тураһында бара.
       Унда 2007 йылдың 16 сентябрендә булған фажиғә бөтә илде тетрәтте. "БАШвестЪ" хәбәр итеүенсә, 41 йәшлек милиция капитаны Ғаяз Сәғиҙуллин һәм 29 йәшлек прапорщик Алмас Шәмсетдинов вазифауи бурыстарын үтәгәндә һәләк була. Стәрлетамаҡ районы буйынса эске эштәр бүлегенең участка уполномоченныйҙары мал урлауҙарҙы иҫкәртеү буйынса операция үткәрә. Һыбай китеп барған дүрт кешене күреп ҡалып, милиционерҙар уларҙы тикшерергә була, ләкин тегеләр ҡаса башлай. Тәртип һаҡсылары һәм урындағы кешеләрҙән өс ярҙамсы ат ҡараҡтары артынан "Нива" машинаһында ҡыуа төшә. Боҫҡон ҡороп, һыбайлылар эҙәрлекләүселәргә һунар мылтығынан ата һәм ҡаса. Ике милиционер ҙа, Южный ҡасабаһында йәшәгән 57 йәшлек ир ҙә шунда уҡ вафат була. Бигәнәш ҡасабаһынан 30 йәшлек ирҙең иңбашы үтәнән-үтә яралана һәм ул дауаханаға һалына. Был хәл тураһында милицияға ҡыуыуҙа ҡатнашыусы, атыш ваҡытында берҙән-бер имен ҡалған бишенсе кеше хәбәр итә.
       Фажиғә тураһында хәбәр тирә-яҡта тиҙ тарала. Үлтереү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Башҡортостан милицияһының меңгә яҡын хеҙмәткәре, шулай уҡ күрше төбәктәрҙән - Ырымбур өлкәһенән һәм Татарстандан уларҙың коллегалары енәйәтселәрҙе тотоуға йүнәлтелә. Үлтереүселәр ат ҡараҡтары ғына булмауы аңлашыла.
       Ҡасаҡтарҙы бишенсе тәүлегенә, 21 сентябрҙән 22-һенә ҡарата төндә тоталар. Уларҙы эҙләү һәм тотоу буйынса операция хәрби хәрәкәт төҫөн ала. "Мин Төньяҡ Кавказда ҡыҙыу нөктәлә булдыммы ни", - тип иҫкә ала матбуғат конференцияларының береһендә БР буйынса Эске эштәр министрлығының Енәйәтте тикшереү идаралығы начальнигы Владислав Горкавцев.
       Ат ҡараҡтары-кеше үлтереүселәрҙе Ырымбур өлкәһе территорияһында урманда тоталар. Улар был юлы ла ут асып, әүҙем ҡаршылыҡ күрһәтә. Милиционерҙарҙың береһенә пуля тейә: Башҡортостан ОМОН-ы снайперы 29 йәшлек милиция прапорщигы Сергей Гудковтың сирағы һәм беләге үтәнән-үтә яралана. Әлеге мәлдә уның ғүмеренә ҡурҡыныс янамай. Ҡасаҡтар үҙҙәре бер ниндәй зыян күрмәй. Уларҙың дүртәүһе лә - 23-27 йәшлек ике ир-егет һәм ике ҡатын-ҡыҙ - Татарстандан булыуы асыҡлана. Башҡортостан территорияһына улар ғәҙел хөкөмдән йәшеренеп килеп сыға. Егеттәрҙең икеһе лә ваххабизм динен тотҡан һәм 2002 йылдан "Ислам джамааты" законһыҙ ҡораллы формированиеһында торған була. 2004 йылдан уларҙы террористик һәм экстремистик эшмәкәрлеккә ҡатнашы булыуҙа ғәйепләп эҙләү иғлан ителгән. Енәйәтселәрҙе тотҡан ваҡытта Татарстандың Юғары судында уларҙың фекерҙәштәренә ҡарата процесс барған булған.
       Бөтә был ваҡыт эсендә ҡасаҡтар үҙ ҡатындары менән, урман һәм яландарҙа йәшеренеп, ил буйлап күсеп йөрөгән. Былтыр августан улар Белорет районында урлаған дүрт атта һыбай йөрөгән, бишенсеһенә әйберҙәрен тейәгәндәр. Кәрәк-яраҡ әйберҙәрҙән һәм аҙыҡ-түлектән тыш, һыбайлыларҙың рюкзактарында бер нисә атыу ҡоралы, боеприпастар, навигация приборҙары, Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәренең ентекле географик карталары табыла.
       Ырымбур өлкәһенән был ике ғаилә пары Өфөгә килтерелә. Башҡортостан баш ҡалаһында уларға ҡарата ғәйепләү исемлеге ныҡ ҡына киңәйә һәм 29 том тәшкил итә, уларҙың алтауһы ғәйепләү һығымтаһынан тора.
       Һуңғы вариантта был ирҙәргә ҡарата ғәйепләү һығымтаһы "Урлашыу", "Хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәренең ғүмеренә хаслашыу", "Кеше үлтереү", "Законһыҙ ҡорал һаҡлау", "Законһыҙ хәрби формирование ойоштороу йәки унда ҡатнашыу", "Юлбаҫарлыҡ" статьяларын, шулай уҡ "Террорсылыҡ" һәм "Экстремистик ойошма эшмәкәрлеген ойоштороу" кеүек Татарстан статьяларын индерә. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡоралды законһыҙ һаҡлауҙа, юлбаҫарлыҡта, хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәренең ғүмеренә хаслашыуҙа ғәйепләнә. Дөйөм алғанда, өлкән тәфтишсе Тимур Исмәғилев әйтеүенсә, тикшереү барышында ғәйепләнеүселәр, террорсылыҡтан башҡа, бөтә ғәйепләүҙәрҙе таныған. Эш материалдары Башҡортостандың Юғары судына тапшырылған. Әлеге ваҡытҡа ғәйепләнеүселәрҙең үҙҙәрен присяжныйҙар ҡатнашлығында хөкөм итеүҙәрен юллауҙары хаҡында билдәле булды.
       Р.S. 2007 йылдың 14 февралендә Татарстан Юғары суды "Ислам джамааты" законһыҙ ҡораллы формированиеһы ағзаларына ҡарата хөкөм сығарҙы. Унда ҡатнашыусы 16 кеше өс йылдан 12 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителде, ә төркөм башлыҡтарының береһе ғүмерлеккә төрмәгә ябылды.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал