6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

On-line уҡыу: тормош түгел, әкиәтме?
18.02.08


       Мәктәп һәм студент йылдарында һәр кемебеҙ, моғайын, өйҙән сыҡмайынса ғына аттестат йәки диплом алыу тураһында хыялланғандыр. Даими ашығыуҙар, теңкәгә тейеүҙәр, класташтар йәки группалаштар менән һүҙгә килеүҙәр, юлға күпме ваҡытыңды юғалтыу арыта бит ул. Етмәһә, берәй күңелһеҙ предмет булһа йәки уҡытыусы һине ни сәбәптәндер яратмаһа, ул ваҡытта уҡыу түгел, ә "әкиәт" инде...
       Бына шундай кешеләрҙе шатландыра алам. Хәҙер интернет буйынса уҡырға мөмкин, был ваҡытта уҡыу әсбаптары һәм заданиелар һеҙгә туранан-тура электрон почтаға ебәреләсәк. Заданиеларҙы ваҡытында үтәргә генә кәрәк буласаҡ. Етмәһә, әгәр нимәлер килеп сыҡмаһа, уҡытыусынан он-лайн консультация алырға йәки башлы группалаштарыңдан һорашырға мөмкин. Бындай практика илдең күп төбәктәрендә ҡулланыла ла инде, һәм бына ул беҙгә лә килеп етте.
       "Дистанцион белем биреү бер ваҡытта ла традиционды алмаштыра алмаясаҡ!" - тиерһегеҙ һеҙ. Моғайын, хаҡлыһығыҙҙыр ҙа. Ысынлап та, дистанцион белемгә ҡаршылар бик күп. Улар, уҡытыусы менән студент араһында тере аралашыу булмағас, ысын белем алып булмай, дистанцион белем "ҡатырға" ғына кәрәк булған ялҡауҙар өсөн ҡулай, тип иҫәпләй.
       Инга, 29 йәш, бухгалтер:
       - Дөрөҫөн әйткәндә, мин дистанцион белем биреүҙән мәғәнә тапмайым. Миңә ҡалһа, ул кемгә диплом ғына кәрәк, шулар өсөн файҙалы. Улай тиһәң, диломды һатып алыу ғына ҡулайыраҡ түгел микән?
       Был ысынында ла шулай микән?
       Йәштәр араһында үткәрелгән һорау алыу һөҙөмтәһендә, "БАШвестЪ" уларҙың яртыһы тиерлек, интернетты файҙаланып, "өйҙә" уҡыуҙан баш тартыуын асыҡланы.
       Александр, 25 йәш, PR-менеджер:
       - Мин, киләсәктә дистанцион белем биреү популярлашасаҡ, тип уйлайым. Был бик уңайлы бит. Юлға ваҡыт әрәм итергә, үҙеңә оҡшамаған кешеләр менән аралашырға, имтиханда күсереп маташырға кәрәк булмаясаҡ. Бындай белем биреү бурыс, яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләй. Өҫтәүенә, кеше ниндәй предметты өйрәнергә кәрәклеген һайлай аласаҡ. Дөйөм алғанда, мин риза.
       Рәсәйҙә виртуаль белем биреү хеҙмәтләндереүҙәрен тәҡдим итеүсе төрлө уҡыу үҙәктәре асылды ла инде. Төрлө дәүләт юғары уҡыу йорттарында ла дистанцион уҡырға мөмкин.
       Донъя практикаһына килгәндә, дистанцион уҡытыу унда ҡәҙимге күренеш. Уҡытыуҙың бындай формаһы үҙең теләгән төбәктә, илдә уҡырға мөмкинлек бирә, етмәһә, бөтә ҙур ҡалаларҙа үҙ уҡыу үҙәктәре бар. Иң мөһиме: юғары уҡыу йортон, һөнәрҙе, предметты һайлау мөмкинлеге бар. Һиңә бер ниндәй ҙә сик ҡуя алмайҙар. Һинең алда тотош донъя асыла.
       Әлеге ваҡытта дистанцион рәүештә үҙең теләгән белемгә эйә булырға мөмкин. Был ҡыҫҡа ваҡытлы курстар ҙа булыуы мөмкин, теләһәгеҙ, тулы юғары белем дә ала алаһығыҙ. Уны тамамлағас, һеҙгә тейешле диплом да тапшырыласаҡ.
       Әдилә, 20 йәш, студент:
       - Мин хәҙер университетта көндөҙгө бүлектә уҡыйым. Специальносым химия менән бәйле. Тик минең буласаҡ һөнәрем менән ҡыҙҙарға эш табыуы ҡыйын. Шуға күрә параллель рәүештә мин Мәскәү бизнес-мәктәбендә дистанцион белем алам. Әйткәндәй, был бик уңайлы. Бер ергә барырға кәрәкмәй. Буш ваҡытта уҡырға мөмкин. Иң мөһиме, барыһын да ваҡытында тапшырырға һәм түләүҙе тотҡарламаҫҡа кәрәк.
       Әммә уҡыуҙың бындай формаһы бөтәһенә лә һәм бөтә осраҡтарҙа яраҡлы түгел. Дистанцион белем алыуға өҫтөнлөк бирер алдынан үҙ аллы уҡый ала-алмауығыҙ тураһында яҡшылап уйлағыҙ. Бындай уҡыу кешенән юғары әүҙемлек һәм фекерләү ҡеүәһе талап итә бит. Әгәр уҡыу китаптарын уҡырға ялҡауың килә һәм үҙеңде эшкә тотонорға мәжбүр итә алмайһың икән, маташыуҙан фәтеүә булмаясаҡ.
       Евгения, 24 йәш, реклама буйынса менеджер:
       - Холҡом менән мин бик алсаҡ, аралашыусан кешемен. Миңә даими рәүештә кем менәндер кәңәшләшергә кәрәк. Етмәһә, бер урында ултырып сыҙай алмайым. Шуға күрә дистанцион уҡыу миңә күңелһеҙ буласаҡ.
       Күп уҡыу йорттары уҡытыусылары, дистанцион рәүештә өҫтәмә белем генә алырға мөмкин, ә төп белемгә уҡытыусы менән уҡыусының туранан-тура аралашыуы һөҙөмтәһендә генә эйә булырға мөмкин, тигән фекер яҡлы. Сөнки был осраҡта килеп тыуған һорауҙарҙы уҡытыусы менән ваҡытында тикшерә, хәлде тәғәйен миҫалда аңлатыуҙы һорай алмаясаҡһығыҙ. Тәжрибә уртаҡлашыу өсөн уҡыусыларға коллегалары - студенттар менән аралашыу ҙа етешмәйәсәк.
       Андрей, 41 йәш, уҡытыусы:
       - Минеңсә, төп юғары белемде университетта көндөҙгө бүлектә уҡып алырға кәрәк. Бер ниндәй ситтән тороп, етмәһә, дистанцион белем алыуҙы мин хупламайым.
       Был турала оҙаҡ бәхәсләшергә мөмкин. Иң мөһиме, белемеңде киләсәктә ҡулланыу менән проблема тыумаһын. Шуға күрә Өфө предприятиеларының береһенең етәксеһенә мөрәжәғәт иттек.
       - Вячеслав, һеҙ виртуаль белем алған кешене эшкә алыр инегеҙме?
       - Дөрөҫөн әйткәндә, эшкә алғанда миңә кешенең ниндәй уҡыу йортон тамамлауы мөһим түгел. Иң мөһиме, уның белеме, яуаплылығы һәм башы урынында булһын.
       - Йәғни һеҙ дипломға ғөмүмән күҙ һалмайһығыҙмы?
       - Улай түгел. Әлбиттә, абруйлы вуз тамамлаған, юғары белемле кешеләр эшкә урынлашырға килһә, мин шатланам ғына. Шулай ҙа теге йәки был кандидат файҙаһына һуңғы һығымта яһау өсөн миңә кеше менән әңгәмәләшергә кәрәк. Дипломды һатып алырға мөмкин ул, ә белемде - бер нисек тә!

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал