6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Тикшереүҙәр

Үлтерелгән ғашиҡтарҙы йәнәш ерләнеләр
14.02.08


       Өфөлә шау-шыу тыуҙырған енәйәтте тикшереү дауам итә. Бер нисә көн элек бында ике йәш кеше, егет менән ҡыҙ юғалды. Машина менән сығып киткән йәштәр кире әйләнеп ҡайтманы. Күпмелер ваҡыттан һуң уларҙы үлтереүҙәре асыҡланды. Енәйәтселәр, ихтимал, егеттең ҡиммәтле автомобиленә ҡыҙыҡҡандыр.
       ...23 йәшлек Кәрим Ғимаҙисламов менән 20 йәшлек Елена Мартынюк ҡәҙимге ғашиҡ парҙар була һәм студенттарға хас йәшәү рәүеше алып бара: киноға йөрөй, дуҫтары менән осраша. 31 ғинуарҙа Кәрим үҙенең "Хонда-Аккорд" автомобилендә Ленаны инеп ала. Улар йөрөгән саҡта Таш кисеүҙә көрткә бата. Үҙ аллы сығарырға маташыу файҙа бирмәгәс, йәштәр ярҙам һорап эргәнән үтеп барыусы ике егеткә мөрәжәғәт итә. Мыҡты кәүҙәле егеттәр машинаны этәреп сығара һәм үҙҙәрен Дуҫлыҡ Монументына тиклем илтеп ташлауҙарын үтенә. Водитель, әлбиттә, риза була.
       - Юлда егеттәрҙең береһе Ғимаҙисламовҡа пистолетын терәй ҙә уға ҡул бығауы кейҙерә, - тип һөйләне "БАШвестЪ"ҡа РФ Прокуратураһы ҡарамағындағы Тикшереүҙәр комитетының БР буйынса тикшереүҙәр идаралығының Өфө ҡалаһы буйынса үҙәк район-ара тикшереү бүлеге өлкән следователе Вадим Хәбибуллин.
       Енәйәтселәр егет менән ҡыҙҙың ҡиммәтле әйберҙәрен тартып ала, шунан һуң уларҙың береһе үҙе рулгә ултыра һәм дүртәүләп Өфөнөң Шаҡша биҫтәһе яғына китә. Унда студенттарҙы быуып үлтереп, кәүҙәләрен гараждарҙың береһенә йәшерәләр.
       Был 1 февралгә ҡарата төндә була. Иртәнсәк ата-әсәләре милицияға хәбәр итә, һәм уларҙы эҙләй башлайҙар. Студенттарҙың фотографиялары бөтә ҡала буйлап йәбештерелеп сығыла.
       Йәштәр машина менән бергә юғалғас, уның номерын һәр милиционер белә. Рәсәй урамында торған Кәримдең "Хонда"һын 9 февралдә табалар. Засада яһап, көтөп алып, оперативниктар автомобиль руле артына ултырыусыны тоталар. Ул Өфөлә йәшәүсе 1979 йылғы эшһеҙ ир була. Уның өҫтөндә Кәримдең курткаһы була. Шул уҡ көндө ҡулға алыныусының күрһәтеүе буйынса тәртип һаҡлаусылар үлтерелгән егет менән ҡыҙҙың мәйеттәрен таба.
       Хәҙерге ваҡытта элек урлашыуҙар өсөн дүрт тапҡыр хөкөм ителгән Евгений Фадеев тикшереү изоляторында тотола. Тикшереүселәр енәйәт фабулаһын уның һүҙәренән яҙып ала. Ул студенттарҙы еңел табыш алыу маҡсаты менән үлтереүҙәре хаҡында һөйләй. Уларҙың телефондарын һатҡандар, ә бына машинаны һатырға өлгөрмәгәндәр.
       - Үлтерелгән егет менән ҡыҙға икеһенә лә ыңғай характеристика бирәләр, - ти Хәбибуллин. - Уҡығандар, эшләгәндәр, наркотик һәм алкоголь ҡулланмағандар. Уларҙың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын ысын күңелдән уртаҡлашам.
       Фадеевтың иптәше - Владимир Шеефер, 1980 йылғы, әле тотолмаған. Әгәр Фадеев бер ерҙә лә эшләмәһә, Шеефер, рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса, Өфөнөң шәхси предприятиеларының береһендә һаҡсы булып эшләгән. Үлтергәндән һуң ул эшкә йөрөүен дауам иткән, Фадеев тотолғас, ҡасҡан.
       105-се статьяның 2-се өлөшө "а" пункты буйынса "Ике кешене үлтереү" енәйәт эше ҡуҙғатылды. Әммә ҡулға алыныусыға әлегә рәсми ғәйепләү күрһәтелмәгән.
       - Әлеге ваҡытта тикшереүҙәр алып барыла, дәлилдәр туплау бара. Был аҙнала беҙ енәйәттең квалификацияһын билдәләп, ғәйепләү күрһәтергә әҙер буласаҡбыҙ, - тине Хәбибуллин.
       ...Кәрим менән Еленаны йәнәш ерләнеләр. Уларҙы һуңғы юлға оҙатыуға халыҡ шул тиклем күп йыйылды, хатта Көньяҡ зыярат районында күпмелер ваҡытҡа транспорт хәрәкәте ауырлашты.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал