6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефһеҙлек

Машиналар күберәк, авариялар аҙыраҡ: ЮХХДИ-ла йылға йомғаҡ яһалды
01.02.08


       Өфөнөң бер Сипайлово биҫтәһендә генә бөтә республика автопаркының ун процент тирәһе теркәлде. Был ҙур булмаған, уның ҡарауы, Өфөнөң иң тығыҙ йоҡо районы халҡында 110 меңдән ашыу транспорт иҫәпләнә. Башҡортостанда иһә бөтәһе бер миллион ике йөҙ меңдән ашыу транспорт сараһы теркәлгән. Был турала Эске эштәр министрлығы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының БР буйынса идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов ведомствоның 2007 йылдағы эш йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһында һөйләне.
       - Транспорт саралары иҫәбе буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында, Нижегородка өлкәһен уҙып, беренселекте биләй, - тип белдерҙе ЮХХДИ башлығы. - Бөгөнгө көнгә республикабыҙ был күрһәткес буйынса Мәскәүҙән һәм Мәскәү өлкәһенән, Санкт-Петербургтан һәм Краснодарҙан ғына ҡалыша. Свердловск өлкәһендә транспорт берәмеге һаны беҙҙең республика менән бер кимәлдә.
       2007 йылда төбәк автопаркы 80 мең транспорт сараһына тулыланды, уларҙың өстән бер өлөшө - яңы сит ил машиналары. 2006 йыл менән сағыштырғанда үҫеш 14 процент тәшкил итте. Башлыса, еңел автомобилдәр - улар 900 меңгә яҡын. 130 меңдән ашыуын йөк машиналары тәшкил итә, 23 мең тирәһе - автобустар, 137 мең - мотоциклдар.
       Машиналар күбәйгәс, тимәк, кешеләр ҙә яҡшы йәшәй, тигән һығымта яһайҙар дәүләт автоинспекцияһында. Әммә йәшәү кимәленең яҡшырыуы водителдәрҙең тәрбиә культураһында аҙ сағыла. ЮХХДИ-ла элеккесә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмауҙарына зарланалар һәм яза биреүҙе ҡатыландырыу ярҙамында ғына тәртип урынлаштырырға иҫәп тоталар. Динар Ғилметдинов әйтеүенсә, административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар тураһында РФ Кодексына төҙәтмәләрҙең беренсе блогы көскә инеү менән һөҙөмтәләр күренә лә инде.
       - Былтыр авгусҡа тиклем ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ҡаршы яҡ полосаға сыҡҡан өсөн көн һайын 700-800 водителде туҡтата торғайны. Бөгөн иһә бындай ҡағиҙә боҙған өсөн элекке кеүек штраф юҡ, ә водитель танытмаһынан мәхрүм итәләр, һөҙөмтәлә уларҙың һаны өс тапҡырға тиерлек кәмене, - тип миҫал килтерҙе республиканың баш дәүләт автоинспекторы.
       Быйыл республика Дәүләт автоинспекцияһында авариялар һаны артабан кәмеүен көтәләр. Сөнки Административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар тураһында Кодексҡа төҙәтмәләрҙең икенсе блогы 2008 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инде. Был юлы светофорҙың тыйыусы сигналына үтеү, страховка полисыһыҙ йөрөү, хәүефһеҙлек ҡайышын элмәү, водитель танытмаһыҙ рулгә ултырыу һәм идара итеүҙе бындай танытмаһы булмаған кешегә тапшырыу, праваһынан мәхрүм ителгән кешенең рулгә ултырыуы, тиҙлек режимын боҙоу кеүек юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яза биреүҙәр ҡатыланды.
       Һөҙөмтәлә ғинуар айында авариялар ысынлап та кәмене. Юл- транспорт һәләкәттәре кәмеү менән бер рәттән административ ҡулға алынған водителдәр һаны артыуы күҙәтелә. Йыл башынан алып 15 тәүлеккә ҡулға алыу формаһында яза биреү юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың ике төрө өсөн ҡаралған: праваһынан мәхрүм ителгән водителдең транспортҡа идара итеүе һәм идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән йәки праваһы булмаған кешенең медицина тикшереүенән баш тартҡаны өсөн. 30 ғинуарға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса Башҡортостанда 589 водитель административ ҡулға алыуға тарттырылған. Судтар, ҡағиҙә булараҡ, уларға ике-дүрт тәүлек бирә. Максималь яза - 15 тәүлеккә әлегә республиканың ике кешеһе генә тарттырылған.
       Үрҙә телгә алынған хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар өсөн шулай уҡ биш мең һум күләмендә штраф та ҡаралған - был юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған өсөн иң ҙур штраф. Ләкин ул, ҡағиҙә булараҡ, ҡулға алыу язаһын ҡулланып булмаған кешеләргә һалынасаҡ. Был категорияға балиғ булмағандар, ауырлы ҡатындар, 14 йәшкә тиклем бала тәрбиәләгән әсәйҙәр, I һәм II төркөм инвалидтары. Шуны ла әйтеп үтәйек: ҡулға алынған водителдәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар булманы.
       Быйылғы тағы ла бер йоғонтоло яңылыҡ булып хәүефһеҙлек ҡайышын элмәгән өсөн яза биреү тора. Штраф биш тапҡырға артты - элекке 100 урынына хәҙер 500 һум. Ай уртаһында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре "Хәүефһеҙ ҡайыш" акцияһы үткәрҙе - ҡағиҙә боҙоусыға яза биреү маҡсатында түгел, ә кешеләр ҡайыш менән файҙаланырға күнекһендәр өсөн, ти улар. Эксперттар күптән инде, хәүефһеҙлек ҡайышын эләктереү авария ваҡытында үлем осраҡтарын ике тапҡыр кәметә, тип иҫәпләп сығарҙы. Транспорт сараһы конструкцияһы тарафынан ҡаралған бөтә осраҡтарҙа ла ҡайышты эләктерергә кәрәк, тип билдәләнеләр матбуғат конференцияһында. Был шулай уҡ "бәләкәй" маршрут таксийы кабинаһында барған пассажирҙарға ла ҡағыла. Маршрутка водителе пассажирҙан ҡайышты эләктереүен талап итергә тейеш, юҡһа, ул 500 һумын юғалтасаҡ.
       - Пассажирҙарға иһә закон буйынса уларға ла штраф һалыу ҡаралыуын иҫәпкә алырға кәрәк. Был осраҡта уларға 100 һум штраф һалынасаҡ, - тип билдәләне Эске эштәр министрлығы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының БР буйынса идаралығының Юл-патруль хеҙмәте бүлеге начальнигы Александр Рымарь.
       Дөрөҫ, бөгөнгә республикала был практика ҡулланылғаны юҡ әле, тип таныны ул.
       Дәүләт автоинспекторҙарының үҙҙәренә килгәндә, ҡағиҙәләр уларға хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәҫкә рөхсәт итә.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал