6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Партия һәм хәрәкәттәр

Һайлауҙар: ҡасан, кемде һәм нисек
14.01.08


       Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутатлығына кандидаттарҙы теркәү процесы тамамланды. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәйек: төбәктең юғары закондар сығарыу органына һайлауҙар Рәсәй Президентын һайлау менән бер үк ваҡытта - 2 мартта үтә. Һайлау алды кампанияһының барышы тураһында БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Барый Кинйәғолов һөйләне.
       Кемде һайлаясаҡбыҙ?
       Беренсенән, дәүләт башлығын. Ғәмәлдәге президент Владимир Путин - Рәсәйҙең икенсе президенты - был вазифаға рәттән ике тапҡыр - 2000 һәм 2004 йылдарҙа һайланды.
       Икенсенән, Дәүләт Йыйылышы депутаттарын. Башҡортостан парламентына һайлауҙар биш йылға бер тапҡыр үткәрелә. Быйыл дүртенсе саҡырылыш Ҡоролтайҙың депутаттар корпусы составы билдәләнә.
       Өсөнсөнән, Башҡортостандың ҡайһы бер ҡала округтарында, ҡала биләмәләрендә һәм ҡайтанан ойошторолған ауыл биләмәләрендә, шул иҫәптән республика баш ҡалаһында ла был көндө урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына һайлауҙар үтәсәк. Ике бюллетень - ул ике исемлек. Сөнки быйыл республика парламентына һайлауҙар тәүге тапҡыр ҡатнаш система буйынса үтәсәк: элек улар бер мандатлы округтар буйынса ғына үткәрелде. Хәҙер депутат корпусының яртыһын - бер мандатлы округтар буйынса, ә икенсе яртыһын партия исемлектәре буйынса һайлаясаҡтар.
       Бюллетендәр, ғәҙәттәгесә, өс телдә баҫтырыласаҡ: башҡортса, русса һәм татарса.
       Кемдәрҙән һайлаясаҡбыҙ?
       Бөгөнгө көндә Рәсәй президенты вазифаһына биш кандидат дәғүә итә: Геннадий Зюганов, Владимир Жириновский, Дмитрий Медведев, Михаил Касьянов һәм Андрей Богданов. Һуңғы исемлек 27 ғинуарҙа билдәле буласаҡ.
       Башҡортостан Ҡоролтайының 120 депутат мандатына 698 кеше дәғүә итә.
       Шуларҙың 527-һе - дүрт сәйәси партия вәкилдәре: 182 - "Берҙәм Рәсәй"ҙән, 150 - КПРФ-тан, 122 - "Ғәҙел Рәсәй"ҙән, 73 - ЛДПР-ҙан. Партияларҙан кандидаттарҙың сифат составына килгәндә, улар иҫәбендә 85 ҡатын-ҡыҙ һәм 442 ир. Яртыһынан ашыуы - 312 кеше - 40 йәштән 59 йәшкә тиклемге кешеләр. 74 кандидат - 30 йәштән кесерәк, 92-һе - 30 йәштән өлкәнерәк, әммә 40 йәштән кесерәк, ә 49-ы инде 60 йәшен билдәләгән. 432 кандидат юғары белемле, 11-енең - тамамланмаған юғары белем, 64 кеше урта махсус белемле, 19-ы дөйөм урта белемле, бер кеше башланғыс белемгә эйә. 162 кандидат - иҡтисад өлкәһендә, 94 - закон сығарыу органдарында, 79 кеше фән һәм мәғариф өлкәһендә эшләй, 35 - йәмәғәт ойошмаһынан, 23 дәғүәсе - һаулыҡ һаҡлау, етәүһе - киң мәғлүмәт саралары һәм реклама өлкәһенән, бишәү - һаулыҡ һаҡлау структуралары хеҙмәткәрҙәре, ҡалғандары - эшмәкәрлектең башҡа өлкәләренән. Социаль хәле буйынса күбеһе ойошмалар етәкселәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары - 320, хеҙмәткәрҙәр - 88, эшселәр - 20, уҡыусылар, студенттар - 11, пенсионерҙар - 34, ваҡытлыса эшләмәүселәр - 37, шәхси эшҡыуарҙар - 17.
       Һигеҙ ҡатын-ҡыҙ һәм 163 ир - был 171 кандидат бер мандатлы округтар буйынса. Улар иҫәбендә 101-е дүрт партия вәкиле (57 - "Берҙәм Рәсәй"ҙән, 25 - КПРФ-тан, 18 - "Ғәҙел Рәсәй"ҙән, берәү - ЛДПР-ҙан) һәм 70 үҙ-үҙен күрһәтеүсе. Бында төп масса
       - 125 - 40 йәштән 59 йәшкә тиклемгеләр. Алтауһының 30 йәше тулмаған әле, 28 кандидат - 30-39 йәштәгеләр, 12-һе 60-ты уҙған. 151 кандидат юғары белемле, икеһенең тамамланмаған юғары белем, 10 - урта махсус, биш - урта, өсәү башланғыс белемле. 67 кеше - иҡтисад, 21 - фән һәм мәғариф, 12 - закондар сығарыу, ете - һаулыҡ һаҡлау, өс - мәҙәниәт, сәнғәт, спорт, икешәр - хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм киң мәғлүмәт саралары, бер - йәмәғәт берекмәһе, ҡалғандары - эшмәкәрлектең башҡа өлкәләренән. Бында шулай уҡ күбеһе - 131 - етәкселәр һәм урынбаҫарҙар; хеҙмәткәрҙәр - 23, пенсионерҙар - бишәү, ваҡытлыса эшләмәүселәр - дүртәү, шәхси эшҡыуарҙар - һигеҙ.
       Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының хәҙерге депутаттары бөтәһе лә парламентта үҙ урындарын һаҡларға йыйына.
       Электоратты нисек стимуллаштырасаҡтар?
       2 мартта республикала 3560 һайлау участкаһы асыласаҡ. Уларҙың һанын декабрь айында Дәүләт Думаһына һайлауҙар менән сағыштырғанда арттырырға ҡарар иттеләр, был, иң элек, һайлаусыларға уңайлыҡтар тыуҙырыу менән бәйләнгән. Объектив сәбәптәр менән үҙ һайлау участкаһына килә алмаусылар ( мәҫәлән, сирләп ятыусылар) өйҙә тауыш бирәсәк. Барый Кинйәғолов әйтеүенсә, 2 декабрҙәге һайлауҙарҙа һайлау комиссияһы ағзаларына өйҙә тауыш бирергә ҡарар итеүселәрҙең заявкаларын йөҙ процентҡа үтәү өсөн ваҡыт етмәй ҡалды.
       - Артабан быға юл ҡуймау маҡсатында беҙ закондарға һайлауҙан бер көн алда, йәғни шәмбе көнө, өйҙә тауыш биреүҙе рөхсәт итеү тураһында үҙгәреш индерергә тәҡдим итәбеҙ, - тип пландары менән уртаҡлашты БР Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы. - Ләкин һайлау датаһы билдәләнеү сәбәпле, ғәмәлдәге закондарға ниндәй ҙә булһа үҙгәреш индереү тыйыла. Шуға күрә беҙ үҙ инициативабыҙҙы киләһе һайлауға тиклем кисектереп торасаҡбыҙ, ә был юлы участка һайлау комиссиялары ағзаларының һанын арттырасаҡбыҙ.
       Йәшәгән урыны буйынса һайлау участкаһында тауыш бирә алмаусылар өсөн теркәүҙән төшөрөү танытмалары әҙерләйҙәр. Президент һайлауҙары өсөн әле үк 65 мең ошондай танытма алынған. Бындай танытмалар һайлаусының үҙенә паспорты буйынса ғына биреләсәк. 16 ғинуарҙан 10 февралгә тиклем бындай танытмаларҙы - территориаль һайлау комиссияһында, ә 11 февралдән участка һайлау комиссияһында алырға мөмкин буласаҡ.
       Ғәҙәттәгесә, һайлау участкаларында байрамса атмосфера булдырырға тырышасаҡтар. Музыка яңғыраясаҡ, буфеттар эшләйәсәк, сауҙа ойоштороласаҡ. Ә бына декабрь айында Дәүләт Думаһына һайлауҙағы кеүек һайлаусыларҙың әүҙемлеген күтәреү акцияһы үткәрелмәйәсәк.
       - Ташламаға купондар булмаясаҡ, беҙ туранан-тура участкала күберәк тауарҙар һатылһын өсөн хәстәрлек күрәсәкбеҙ, - тип билдәләне Кинйәғолов.
       Шулай уҡ "ҡыҙыу линия" ойоштоласаҡ, уға шылтыратып, һайлаусылар һайлау кампанияһы барышы менән бәйле һорауҙарын бирә аласаҡ.
       - Беҙ былтыр декабрҙә Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа урын алған бөтә етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә аласаҡбыҙ, - тип вәғәҙә итте Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы.
       Барый Кинйәғолов әйтеүенсә, агитация башланған да инде. Кандидаттар ҡултамғалар йыя, электорат менән төрлө осрашыуҙар үткәрә, плакаттар, листовкалар баҫтыра, концерттар ойоштора. Ә бына киң мәғлүмәт сараларында агитация тауыш биреүгә бер ай ҡалғас башланасаҡ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал