6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Акциялар

Ҡайышты эләктермәгән өсөн штраф арта
14.01.08


       Яңы йылдан хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән өсөн штраф күләме биш тапҡырға артты. Ике аҙна элек кенә бының өсөн 100 һум алалар ине, ә бөгөн инде - 500. Водителдәрҙе бындай перспективаға закондағы ярашлы үҙгәрештәр ғәмәлгә ингәнгә тиклем күп алдан әҙерләй башланылар. Бында барыһынан да бигерәк киң мәғлүмәт саралары һәм автоинспекторҙар тырышты. Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре, мәҫәлән, автомобиль хужалары менән яңы йылға тиклем бер ай алдан аңлатыу эше үткәрә башланы. Ә хәҙер водителдәр уларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалғанмы-юҡмы икәнлеген тикшерергә ҡарар иттеләр.
       9 ғинуарҙа республикала "Хәүефһеҙлек ҡайышы. Хәүефһеҙ быяла" акцияһы старт алды. 20 ғинуарға тиклем автоинспекторҙар хәүефһеҙлек ҡайыштарына, быялалары үтә күренмәгән машиналарға иғтибар бирәсәк.
       - ГОСТ талаптарына тап килмәгән тонировка өсөн штраф артманы, ул элеккесә 100 һум тәшкил итә. Әммә был иң таралған ҡағиҙә боҙоуҙарҙың береһе. Етмәһә, үтә күренмәгән быяла аша водителдең ҡайышты эләктергәнме-юҡмы икәнлеге күренмәй. Шуға күрә ике акцияны ла бер юлы үткәрәбеҙ, - тип аңлатты БР буйынса Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ идаралығының юл-патруль хеҙмәте һәм эҙләү бүлеге начальнигы Александр Рымарь. - Операцияның тәүге ике көнөндә генә ике меңдән ашыу ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланды, шуның мең ярымы тирәһе - эләктерелмәгән ҡайыш.
       11 ғинуарҙа Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының көсәйтелгән наряды "Юбилей" мәҙәниәт һарайы эргәһендәге майҙанда дежур итте. Ярты сәғәт эсендә ҡала юл-патруль хеҙмәте полкы хеҙмәткәрҙәре тикшереү өсөн тиҫтәләгән машинаны туҡтатты. Туҡтатылған водителдәрҙең яртыһынан ашыуы хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгәйне. Улар 500-әр һум штраф түләргә мәжбүр буласаҡ.
       - 100 һумлыҡ штраф менән сағыштырғанда был ярайһы уҡ ҙур сумма, - тип билдәләне Рымарь. - Водителгә протокол төҙөгәндән һуң ул артабан ҡайышын элмәйенсә китер микән: уны тағы ла туҡтатасаҡтар һәм ҡабаттан протокол төҙөйәсәктәр бит. Һәм тағы 500 һум.
       Хәүефһеҙлек ҡайышын элеү талабы водителдәргә генә түгел, уның эргәһендәге пассажирҙарға, шул иҫәптән йәмәғәт транспорты пассажирҙарына ла ҡағыла. Мәҫәлән, пассажирҙары кабинала ла ултырған "Газель" һәм башҡа маркалы маршрут таксиҙарын алайыҡ.
       - Транспорт сараһы конструкцияһы тарафынан ҡаралған бөтә осраҡтарҙа ла ҡайышты эләктерергә кәрәк, - тине Александр Рымарь. - Был талапты боҙған осраҡта водителгә лә, пассажирға ла яуаплылыҡ йөкмәтелә.
       Әммә водителдән талап ҡатыраҡ, сөнки тап ул үҙе йөрөткән пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Шулай итеп, маршрут таксийы водителе пассажирҙарҙың хәүефһеҙлек ҡайышын эләктереүен талап итергә тейеш. Кире осраҡта - 500 һум штраф.
       Шулай уҡ башҡа төрлө штрафтар ҙа арттырылды. "БАШвестЪ" элек хәбәр итеүенсә, светофорҙың тыйыу сигналын һанға һуҡмаған өсөн штраф 100 һум урынына хәҙер 700 һум тәшкил итә. ОСАГО полисы булып та, уны алырға онотоусылар 300 һум штраф түләйәсәк (50 һум ине). Водитель танытмаһыҙ рулгә ултырған өсөн һәм идара итеүҙе ошондай документы булмаған кешегә тапшырған өсөн штраф 2500 һум тора. Яңы йылға тиклем штраф 700-1000 һәм 300-800 һум ине. Хоҡуғынан мәхрүм ителгән көйөнсә руль артына ултырыусылар 15 тәүлеккә тиклем ултыртып ҡуйыласаҡ. Административ хоҡуҡ тәртибен боҙоу тураһында Рәсәй Кодексында шулай уҡ 5000 һумға тиклем штраф та ҡаралған, ләкин ул ҡулға алып булмаған граждандарға ҡарата ҡулланыласаҡ: балиғ булмағандарға, йөклө, 14 йәшкә тиклем бала тәрбиәләгән ҡатындарға, шулай I һәм II төркөм инвалидтарға. Элек бының өсөн яза биреү ҡаралмағайны. Тиҙлек режимын боҙған өсөн штрафтар артты. 300 һум - тиҙлекте сәғәтенә 20-40 километрға арттырған өсөн санкция, 1000-1500 һум - 40-60 километрға, 2000-2500 һум - 60 километрҙан ашыуға. Һуңғыларын дүрт айҙан алты айға тиклем ваҡытҡа праваһынан мәхрүм итеүҙәре мөмкин.
       Александр Рымарь, быйыл "автомобиль" штрафтарын тағы ла бер тапҡыр күтәреү көтөлә, тип иҫкәртте. Ул 1 июлдә буласаҡ һәм башлыса фото- һәм видеоаппаратура ярҙамында теркәлгән Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙар менән бәйләнгән.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал