6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Портреттан Ленин ҡарай
11.01.08


       Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзының Бәләкәй күргәҙмә залында асылған Ринат Волигамсиҙың "Рәсми булмаған альбом" күргәҙмәһе төрлө, ҡапма-ҡаршылыҡлы кисерештәр тыуҙыра. Автор уны донъя пролетариаты юлбашсыһы Владимир Ильич Ленинға арнаған.
       Ринаттың эштәре үҙенсәлекле коллаждарҙан тора, уларҙы әҙерләү өсөн автор билдәле картиналарҙы, тарихи фотографияларҙы, үҙе яһаған һәм интернеттан тапҡан һүрәттәрҙе файҙалана. Рәссам уларҙы ҡайһы бер элементтар менән тулыландырып компьютерҙа эшкәрткән һәм шулай итеп Лениндың легендар шәхесен үҙенсә ҡабул итеүен күрһәтә алған. Ринат боҙоп күрһәткән көҙгөләр короллеген булдырған. Башта ул үҙенә оригиналь псевдоним уйлап тапҡан - Волигамси, йәғни Исмәғилевтың (Исмагилов) киреһе. Һуңынан ижад итеү объекты итеп Лениндың шәхесен һайлап, был образ менән эксперименттар яһай башлай. Тәүҙә Ленинға оҡшаш кеше - игеҙәк туған Сергей уйлап сығарыла. Уның менән бергә Ильич батшаға ҡаршы көрәш алып бара. Юлбашсы беҙҙең алға элекке ҡиәфәтендә - "Ленин китапханала" һәм, мәҫәлән, "Ҡыҙыл генофонд" колхозы эшсәндәре" исеме аҫтында яңы ҡиәфәттә баҫа, икенсеһендә һүрәтләнгән кешеләрҙең барыһының да йөҙө Ильичҡа оҡшаған.
       Был күргәҙмә менән Ринат Волигамси ике тапҡыр Мәскәүҙә була, икеһендә лә ул бик күп халыҡты йыя. Первопрестольный халҡының оҡшатыуын күреп, Ринат "Рәсми булмаған альбом"ы менән яҡташтарын да таныштырырға ҡарар итә. Ул үҙ ижады тураһында һөйләргә теләп риза булды.
       - Мин электән һүрәт төшөрөргә хыялландым. Ләкин бигүк яҡшы килеп сыҡмауын аңлай инем. Шул ваҡыт Fotoshop программаһы тураһында белдем, уны үҙләштергәс, үҙемә ижад өсөн бай нигеҙ астым. Бер эшкә иң күбе 20 минут ваҡыт китә.
       - Ни өсөн үҙ эштәрегеҙҙең геройы итеп Ленинды һайланығыҙ?
       - Минең бала саҡтан ике генә бөйөк "бабай" хәтеремдә ҡалған. Беренсеһе - Владимир Ильич Ленин, ә икенсеһе - Ҡыш бабай. Лениндың тормошо һәм эшмәкәрлегенең барыһына ла билдәле, рәсми версияһы бар, мин иһә Владимир Ильичты үҙем аңлауымса бирәм. Шуға күрә күргәҙмә "Рәсми булмаған альбом" тип атала ла. Әгәр тағы ла бер ошондай проектҡа тотонһам, ижад итеү объекты итеп Ҡыш бабайҙы ғына һайлар инем.
       - Күргәҙмәгеҙгә үҙегеҙ ниндәй характеристика бирер инегеҙ?
       - Ул бер ниндәй сәйәси характерҙа түгел, мин һис тә юлбашсы образын боҙоп күрһәтергә теләмәнем. Был үҙенсә бер провокация.
       - Хәҙерге заман балалары Лениндың кем икәнлеген белмәй. Һеҙҙең эштәрегеҙҙе ҡарап, уның тураһында нимә белерҙәр?
       - Ильич тураһында эштәр тотош бер циклды тәшкил итә һәм хронологик тәртиптә теҙелгән: Ленин бәләкәй саҡта, Ленин үҙ ата-әсәһе, ағайҙары һәм апайҙары менән, Ленин үҙенең эш кабинетында, Ленин хеҙмәтсәндәр араһында һәм башҡалар. Уның тураһында мин бер ниндәй ҙә өҫтәмә әҙәбиәт уҡыманым, мәктәптә алған белемгә генә таяндым. Ҡайһы бер үҙгәрештәр индереп, юлбашсы образына этник һыҙаттар ғына өҫтәнем. Шуға күрә ҡайһы бер эштәрҙә Ленин түбәтәй кейеп йәки башҡорт һылыуҙары менән ултыра.
       - Мәскәүҙәр эшегеҙҙе нисек ҡабул итте?
       - Мин көлгәндәрен дә ишеттем, ҡайһы берәүҙәр "был ниңә кәрәк инде" тине. Бөтөнләй аңламауҙары менән дә осраштым. Мәҫәлән, Владимир Ильич Ленин исемендәге музей директорына мин был тарихи шәхесте үҙемсә ҡабул итеүемде бер нисек тә аңлата алманым. Шулай ҙа эштәремде килеп ҡараусыларҙың 35 процент тирәһе хайран ҡалыуын белдерҙе.
       ...Ә өфөләр күргәҙмәнән ниндәй тәьҫораттар алған һуң?
       Профессиональ фотограф:
       - Бындай эште Fotoshopты белгән һәр студент яһай ала. Ниндәйҙер һүрәттәрҙе алып, кеше фигураларына башҡа баштарҙы ҡуйып сығыу өсөн - талант кәрәкмәй. Бында бер ниндәй ҙә ижад күрмәйем.
       Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе:
       - Һеҙ мине ғәфү итегеҙ, бәлки, мин аңламайымдыр, был ниндәй һүрәттәр һуң ул? Әллә шаярыумы был?
       Өлкән йәштәрҙәге ҡатын:
       - Был ниндәй туҙға яҙмаған нәмә!
       Шағир:
       - Рәссам үҙе лә ҡиәфәте менән бер аҙ Ленинға оҡшаған бит. Ул реализмда түгел, постмодернизмда эшләй. Ринат теманы дөрөҫ тотоп алған. Күп тә үтмәҫ, Ленин тураһында берәү ҙә иҫкә алмаясаҡ. Ә Ринат үҙ эштәре менән бөйөк юлбашсы образына бер аҙ йәнлелек өҫтәй.
       Галерея директоры, профессиональ рәссам:
       - Күргәҙмәгә аннотацияны уҡығас, башта барыһын да ысын тип ҡабул иттем. Йәнәһе, йәшерен полиция оҙаҡ ваҡыт Ленин тураһында мәғлүмәт йыйған. Ғәжәп ҡылырлыҡ факттар килтерелә, әммә улар ышандырырлыҡ итеп бирелгән бит әле. Ә фотографияларҙы күргәс, аптырап ҡалдым. Барыһы ла алдаҡ икән.
       Йәш рәссам-ҡыҙ:
       - Бындайҙы Ринат Волигамси ғына уйлап таба ала. Ул эштәре менән шаҡ ҡатырыуын беҙ беләбеҙ инде. Шуға күрә күргәҙмәгә алдан белеп килдек. Рәхәтләнеп көлөргә мөмкин. Мин бөгөн Ринаттың эштәре менән күргәҙмә залын көлкө бүлмәһе тип атар инем.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал