6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Тышҡы бәйләнештәр

Башҡортостан - мажаралар иле
12.12.07


       Башҡортостанда эске туризмды үҫтереүгә австриялылар тотондо. Австрияның "Kohl&Partner" агентлығы Башҡортостан Республикаһы өсөн 2007 йылдан алып 2016 йылға тиклем осорға туризм өлкәһен үҫтереүҙең мастер-планын төҙөнө. План "Башҡортостан - Көньяҡ Уралдағы мажаралар иле" тип атала.
       - Беҙ быйыл йыл буйына Башҡортостанда туризмды үҫтереү буйынса мастер-план төҙөнөк, - тине компания вәкиле Кристофер Хинтереггер БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығында үҙ эшкәртмәһен презентациялауҙа. - Республика Хөкүмәтенең эске туризмды үҫтереү өсөн үҙ проекты булырға тейеш. Тап ошо проектты төҙөү маҡсатында беҙҙең компания саҡырылды ла инде, сөнки беҙҙең Австрияла туризм өлкәһендә ошондай эшкәртмәләр төҙөү тәжрибәбеҙ бар. Башта беҙ күпмелер ваҡыт бында, Башҡортостанда, үткәрҙек, объекттар менән таныштыҡ һәм республикала туризм өсөн яуаплы кешеләр менән һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ. Башҡортостан туризм өлкәһендә ҙур үҫеш потенциалына эйә. Көньяҡ Урал - уникаль урын. Әммә хөкүмәт ярҙам итмәйенсә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшеү бик ҡатмарлы буласаҡ, быны Австрия тәжрибәһе күрһәтте, унда тап ил етәкселеге яғынан ҙур финанс һалыуҙары яһалды.
       - Беренсе сиратта, беҙ Башҡортостанды Көньяҡ Уралдағы мажаралар иле итеп күрәбеҙ, - тип коллегаһының фекерен дауам итте Гернот Меммер. - Ул өс терәккә - мажаралы туризм өлкәһендәге, спорт туризмын үҫтереү өсөн, сәләмәтләндереү һәм спа-туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән инвестицияларға таянырға тейеш. Шулай уҡ белем биреүгә инвестициялар кәрәк, сөнки туристик ноу-хауҙы белеү туризмды үҫтереүҙең кәрәкле шарты булып тора. Бынан тыш, республиканың профессиональ туристик ойошмаһын булдырырға кәрәк.
       Австрия компанияһы фекеренсә, заманса һәм яҡшы йыһазландырылған шифаханаларҙың күп булыуы, тау саңғыһы курорттары эшенең тәүге уңышлы өлгөләре, тәбиғәт-климат шарттары, Өфөлә халыҡ-ара аэропорт һәм Магнитогорскиҙа аэропорт булыуы Башҡортостандың көслө яҡтары булып тора.
       Әммә республикала халыҡ-ара стандарттарға яуап биргән ҡунаҡханалар аҙ, туристик инфраструктура үҫешмәгән, туризм буйынса белгестәр етешмәй. Бөтә был мәсьәләләр хәл итеүҙе талап итә.
       БР физик культура, спорт һәм туризм буйынса министры Владимир Самородов, республикала туризмды үҫтереү өсөн бик бай потенциал бар, тип билдәләне.
       - Ләкин туроператорҙарҙың күбеһе, башлыса, туристик хеҙмәтләндереүҙәр импорты менән шөғөлләнә һәм, аҡсаның илдән ситкә ағыуына булышлыҡ итеп, туристарҙы донъяның башҡа тарафтарына оҙата, - тине Владимир Николаевич. - Республиканың эсендә хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеүсе туроператорҙар һаны сиктән тыш аҙ. Әммә хәҙер дәүләт эске туризмды үҫтереү стратегияһын эшкәртеүҙә, шәхси капиталдың был өлкәгә килеүен стимуллаштырыусы сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа үҙ урынын аныҡ аңлай.
       "Kohl&Partner" компанияһы үҙенең мастер-планында Башҡортостанды туризмды артабан үҫтереү өсөн перспективалы итеп ҡаралған ете кластерға бүлде. Кластерҙарҙың һәр береһен махсуслаштырыу билдәләнде. Әбйәлил районында (Абҙаҡта) өлгөлө туристик территория булдырыу планлаштырыла. Белорет һәм Бөрйән райондарында спа-курорт һәм ике тау саңғыһы курорты төҙөү билдәләнә. Һәр тау саңғыһы курорты трассаһының дөйөм майҙаны кәмендә 150 гектар булырға тейеш. Өфөлә һәм уның тирәләй ҡунаҡханалар селтәрен үҫтереү, аквапарк, ҡала күңел асыуҙар селтәре, балалар белем биреү үҙәге төҙөү күҙ уңында тотола. Милли паркта һәм Шүлгәнташ паркында ҡунаҡханалар селтәре, килеүселәр өсөн үҙәк төҙөләсәк. Янғантау һәм уның тирә-яғында махсуслаштырылған медицина үҙәге ойоштороу яҡшы булыр ине. Красноусольскиҙа - сәләмәтләндереү һәм спа-курорттар. Павловка һыу һаҡлағысында урынлаштырыу урындары селтәрен үҫтереү, мажаралы туризм үҙәге ойоштороу планлаштырыла. Хәҙер, мастер-план эшләгәндән һуң, туранан-тура урындарҙа туризмды үҫтерергә ярҙам итеүсе программалар кәрәк.
       Әгәр барыһы ла сит ил планына ярашлы барһа, 2016 йылға тиклем Башҡортостанда туризм профессиональ үҫеш аласаҡ һәм иҡтисадтың мөһим һәм килемле тармағына әйләнәсәк. Республикабыҙ Рәсәй баҙарында спорт, мажаралар һәм сәләмәтлек кеүек өлкәләрҙе берләштереүҙә алдынғы позиция яулаясаҡ. Көньяҡ Урал Башҡортостан менән ассоциациялашасаҡ. "Мажаралар иле" төшөнсәһе Башҡортостанда туризмды үҫтереүҙең төп темаһы булып торасаҡ.
       Ун йылдан һуң инвестициялауҙың дөйөм күләме 1,6-2,2 миллиард евро тәшкил итергә тейеш. Туризмды үҫтереү арҡаһында 14 меңдән ашыу эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Йыл һайын был өлкәнән килем миллиард евронан ашып китәсәк. Ләкин башлап ебәреү өсөн, тип тағы бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә ала австриялылар, хөкүмәттең ярҙамы кәрәк. Инвестициялау өсөн файҙалы шарттар булдырырға кәрәк. Финанс ярҙамы буйынса дәүләт программаһы кәрәк. Инвесторҙарға субсидиялар һәм законлылыҡты күҙәтеү гарантиялары бирелергә тейеш.
       Презентация аҙағында БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры Борис Колбин, республика Хөкүмәте туризмды үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә, ләкин был өлкәнең үҫеш динамикаһы әлегә ҡәнәғәтләнерлек түгел, тине. Ул Австрия компанияһы мастер-планын нигеҙ итеп алырға һәм Башҡортостанда эске туризмды үҫтереүҙең үҙ перспективалы планын эшләргә тәҡдим итте. Һуңынан ул республика Хөкүмәте раҫлауына ҡуйыласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал