6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Даталар

Халыҡ берҙәмлеге - илебеҙ хәтерендә
02.10.07


       4 ноябрҙә Рәсәйҙә яңы байрам - Халыҡ берҙәмлеге көнө үткәрелә. Ул 1612 йылғы ваҡиғалар иҫтәлегенә булдырылған, ул саҡта Кузьма Минин менән Дмитрий Пожарский етәкселегендә халыҡ ополчениеһы Рәсәйҙе интервенттарҙан азат итеп, Рәсәйҙең болалы заман кризисынан сығыуына нигеҙ һалған. Милли берҙәмлек көнө Бөйөк Октябрь Социалистик Революцияһы көнө - 7 ноябрь урынына индерелә.
       Күп эксперттар фекеренсә, Бөйөк Октябрь революцияһы көнө ил тарихында һаҡланасаҡ, һәм ул үҙ яҙмышын, үҙенең донъяға ҡарашын революция менән бәйләгән кешеләр ҡатламы өсөн байрам булып ҡаласаҡ. Әммә 90-сы йылдар ваҡиғалары күп граждандарҙың башҡаса уйлауын күрһәтте. Ил шәхси милекселек, баҙар мөнәсәбәттәре, донъяның бөтә илдәре һәм халыҡтары менән тиң хоҡуҡлы партнерлыҡ кеүек цивилизация үҫешенең бөтә донъя сығанаҡтарына һәм Октябрь революцияһы инҡар иткән ҡиммәттәргә әйләнеп ҡайтты.
       1579 йылда Ҡазанда ҡот осҡос янғын була. Ул сауҙагәр Онучиндың йортонда башлана. Янғындан һуң сауҙагәрҙең туғыҙ йәшлек ҡыҙы Матрона төш күрә. Төшөндә уға Ғайса пәйғәмбәрҙең әсәһе килеп, уларҙың йорто емереклектәре аҫтында татар хакимлығы ваҡытында уҡ христиан диненең йәшерен тәүбә иттереүселәре тарафынан ергә күмелгән Уның мәғжизәле тәреһе ятыуы тураһында әйтә. Әсәһе Матронаны Ҡазан митрополиты Иовҡа алып бара, ҡыҙ уға ғәжәйеп төшө тураһында һөйләй. Ҡала руханиҙары, халыҡты эйәртеп, Онучиндарҙың йортона йүнәлә. Шунда уҡ ҡаҙа башлайҙар, ләкин тәрене таба алмайҙар. Шул саҡ Матрона үҙе ҡаҙа башлай һәм шунда уҡ изге тәрене таба.
       Бола ваҡытында, Мәскәүҙе поляктар баҫып алғас, мөғжизәле тәренән исемлек кенәз Дмитрий Пожарскийға тапшырыла, һәм Ғайса пәйғәмбәрҙең әсәһе рус ополчениеһын үҙ ҡанаты аҫтына ала. Өс көн пост тотоп һәм Алла Анаһы Ҡазан иконаһы алдында тырышып аят уҡып, улар Хоҙайҙан фатиха ала: ополчение поляктарҙы Ҡытай-ҡаланан бәреп сығара, ә ике көндән һуң Кремль азат ителә. Поляктарҙы Мәскәүҙән ҡыуып сығарыу иҫтәлегенә 4 ноябрь Алла Анаһы Ҡазан иконаһы көнө байрамы итеп билдәләнә.
       2005 йылда Дәүләт Думаһы ҡарары буйынса 4 ноябрҙә Рәсәйҙең дәүләт байрамы - Халыҡ берҙәмлеге көнө билдәләнә башлай.
       Был байрамдың барлыҡҡа килеүен сәйәси партияларҙың Башҡортостан төбәк бүлексәләре вәкилдәре бына нисек аңлата.
       "Берҙәм Рәсәй" партияһының Төбәк бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары Ринат Миһранов, Халыҡ берҙәмлеге көнөнә, һис шикһеҙ, өйрәнеп китәсәктәр, тип иҫәпләй. Бының өсөн был байрамды яҡшы итеп билдәләргә кәрәк, ти ул, шул саҡта балаларыбыҙ ватаныбыҙ тарихын лайыҡлы баһалар. Һәм яңы дәүләт байрамы халыҡ берҙәмлеге көнө генә түгел, шулай уҡ милли берләшеү көнөнә лә әйләнәсәк.
       КПРФ ағзаһы Эске эштәр министрлығы офицеры Александр Скакалин, байрамдарҙы үҙгәртеү - ул тарихты үҙгәртеү, тип уйлай. Был Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы байрамы. Был революцияны беҙ түгел, ә ата-олатайҙарыбыҙ яһаған. Ул дөрөҫ булғанмы, юҡмы икәнлеген беҙ тикшерә алмайбыҙ. Был мөһим тарихи ваҡиға. Хатта француздар Париж коммунаһы көнөн билдәләй һәм уны инҡар итмәй. Ысын мәғәнәһендә мөһим ваҡиға тураһында иҫтәлекте юйыу өсөн яңы байрам яһалма уйлап сығарылған.
       "Ғәҙел Рәсәй" партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе Советы рәйесе Александр Сидякин яңы байрамды яҡшы тип атаны. Ул Рәсәй тормошондағы мөһим тарихи даталарҙың береһен һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал