6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Закондан ситкә тайпылманы
29.10.07


       "Тарихтан бер көн" ðóáðèêàšûíäà áûë þëû Дүртөйлө районында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең атҡаҙанған юрисы И.Ш. Мөҡсинов ìåíœí òàíûøòûðàáûƒ.
       Ирек Шәриф улы Мөҡсинов (1932 йылдың 26 марты - 1999 йылдың 29 октябре) 1955 йылда М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетын тамамлағас, үҙ хеҙмәт эшмәкәрлеген БАССР Министрҙар Советының ойоштороу бүлеге инструкторы булып башлай. Һуңынан протокол-хоҡуҡ бүлеге мөдире, Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе ярҙамсыһы булып эшләй. 1960-1962 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университеты юридик факультеты аспирантураһында уҡый һәм кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1962-1963 йылдарҙа - СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Президиумының ғилми секретары. 1963-1994 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Фәндәр академияһы Дәүләт һәм хоҡуҡ институтында кесе, өлкән, төп ғилми хеҙмәткәр, институттың проблемалы федерализм төркөмө етәксеһе булып эшләй. 1990- 1991 йылдарҙа СССР Конституцион надзор комитеты ағзаһы була.
       1994 йылда Ирек Шәриф улы Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана. Илдең юғары закондар сығарыу органында эшләп, ул яңыртылған Рәсәйҙә федератив мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙең демократик юлы өсөн сығыш яһай, Рәсәй составында суверенлы дәүләт булараҡ Башҡортостан мәнфәғәттәрен яҡлай, Башҡортостандың яңы дәүләт статусының хоҡуҡи нигеҙҙәрен эшкәртеүгә һәм Рәсәйҙә ысын федерализм принциптарын һәм нормаларын нығытыуға тос өлөш индерә.
       1996 йылдың мартында Мөҡсинов Башҡортостан Республикаһының Конституцион суды рәйесе итеп һайлана. Был вазифала уның профессиональ һәм әхлаҡи сифаттары - намыҫлылығы, әҙәплелеге һәм закон талаптарын тайпылышһыҙ күҙәтеүе асыҡ сағыла. Уның тырышлығы арҡаһында Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының яңы институты дәүләт мәнфәғәттәре, граждандар хоҡуҡтары һәм азатлыҡтары һағында тороусы, һөҙөмтәле эшләүсе органға әйләнә.
       Ул Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларацияны, БР Конституцияһын, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының 1994 йылдың 3 авгусындағы "Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында вәкәләттәрҙе үҙ-ара бүлешеү тураһында"ғы Килешеүҙе һәм башҡа мөһим закон сығарыу акттарын эшкәртеүҙә туранан-тура ҡатнаша.
       Үҙенең күп яҡлы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеген И.Ш. Мөҡсинов ғилми ижади эш, шулай уҡ Башҡортостан һәм Рәсәйҙең хоҡуҡ һаҡлау органдары өсөн юғары квалификациялы юристар әҙерләү буйынса педагогик эшмәкәрлек менән бергә уңышлы алып бара. Профессор Мөҡсинов етәкселегендә уның 20-нән артыҡ уҡыусыһы юридик фәндәр кандидаты булды.
       Ирек Шәриф улы Мөҡсинов "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы", "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы" тигән почетлы исемдәргә лайыҡ булды, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән наградланды. Ул шулай уҡ Вьетнам Социалистик Республикаһының "Халыҡтар дуҫлығын нығытҡан өсөн" орденына һәм Германия Федератив Республикаһының "Дуҫлыҡ өсөн" Алтын миҙалына лайыҡ булды.
       1999 йылдың декабре аҙағында республика Президенты Мортаза Рәхимовтың автокатастрофала һәләк булған БР Конституцион суды рәйесе Ирек Мөҡсиновтың иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында бойороғо сыҡты. Өфөлә Мөҡсинов урамы (элекке Каменский тыҡрығы) барлыҡҡа килде. Дорофеев урамындағы ул йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылды.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал