6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сәнәғәт

Машиналар эшләү һәм заманса технологиялар үҙ-ара бәйле
17.10.07


       "Өфө-Арена" Боҙ һарайында икенсе көн ике, иҫәбе буйынса унынсы төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмә бара - "Машиналар эшләү: станоктар, инструменттар, металл эшкәртеү-2007" һәм "Иретеп йәбештереү һәм контроль-2007". Унда Рәсәйҙең йөҙгә яҡын предприятиеһы ҡатнаша. Экспозицияны асыу көнөндә БР сәнәғәт, инвестиция һәм инновация министрының беренсе урынбаҫары Нур Сәйфуллин әйтеүенсә, машина эшләүселәребеҙгә күрһәтерлек һәм һөйләрлек нәмәләр етерлек.
       - Башҡортостан менән Рәсәй берҙәмлегенең 450 йыллығын байрам иткән көндәрҙә Өфөлә үткән, ҡала халҡында һәм ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған күргәҙмә быны асыҡ раҫлай, - тип билдәләне Сәйфуллин. - Машиналар эшләү комплексын үҫтереүҙә металл эшкәртеү технологияларын яңыртыу һәм юғары етештереүсәнле иретеп йәбештереү ҡорамалдары ҙур роль уйнай. Шуға күрә машиналар эшләү проекты менән бер күргәҙмә майҙансығында "Иретеп йәбештереү һәм контроль" экспофорумы ла үтеүе бик тә законға ярашлы.
       Боҙ аренаһындағы иң беренсе стенд сит илдә һәм Рәсәйҙә етештерелгән төрлө станоктарҙы баҙарға сығарыусы "Уралстан" компанияһы төркөмөнөкө. "БАШвестЪ" хәбәрсеһе "ИТА" компанияһының төбәк менеджеры Алексей Яковлев менән әңгәмәләшә.
       - Алексей Николаевич, бер-ике һүҙ менән беҙҙең машиналар эшләү һәм иретеп йәбештереү тармаҡтарын алдынғылар рәтенә сығарған заманса технологиялар тураһында әйтеп үтһәгеҙ ине.
       - Бөгөн телдән төшмәгән заманса технологиялар асылда өр-яңы ла түгел. Донъя баҙарына сыҡҡанда уларҙы һәр компания ҡуллана. Һәр үҫешкән компанияның төп тенденцияһы - экологик юғары класлы технологик ҡорамалдар. Белеүегеҙсә, һуңғы ваҡытта экология мәсьәләренә ҙур иғтибар бирелә. Был планда сәнәғәтселәргә лә етди талаптар ҡуйыла. Шуға күрә, беренсе сиратта, ҡорамалдарҙың экологиялылығы тураһында әйтеп үтеү урынлы булыр.
       - Республика клиенттары тураһында ни әйтерһегеҙ? Иң әүҙем заказсығыҙ кем?
       - Башҡортостанға килгәндә, йылдан-йыл потенциаль клиентыбыҙ үҙгәрә. Тәүҙә улар 10-40 кешелек штат менән ҙур булмаған предприятиелар ине, 2005 йылда шәхси эшҡыуарҙар ағылды, һуңғы йылда ҙур компаниялар яғынан ҡыҙыҡһыныу арта.
       Бер нисә төбәктә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, техник уҡыу йорттары менән эшләүгә тендерҙарҙа еңеп сыҡтыҡ. Мәғариф, бәхеткә ҡаршы, производствоға йөҙө менән боролдо. Мәктәп, профессиональ училищелар, юғары уҡыу йорттары етәкселәре, ахыр килеп, кеше производствоға килеп, яҡшы итеп эшләй башлаһын өсөн быға тиклем дә заманса яҡшы ҡорамалдарҙа эшләргә өйрәнергә тейеш икәнлеген аңланы.
       - Тармаҡта ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелеүе яҡшы. Ә йәш кадрҙарға ихтыяж бармы? Ғөмүмән, хәҙерге заман сәнәғәт комплексындағы проблемаларҙы ла һанап китһәгеҙ ине.
       - Ҡыйынлыҡтар, ысынында, һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә лә бар. Әйтергә кәрәк, һәр тармаҡта һәм һәр фирмала квалификациялы хеҙмәткәрҙәр, әҙерлекле белгестәр булыуы компания алдында торған проблемаларҙы хәл итеү кимәлен билдәләй ҙә инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш хеҙмәткәрҙәр беҙҙә күп түгел, шулай ҙа бар. Уларҙың сәнәғәткә үҙҙәре килеүе ҡыуандыра. Хәҙер хәл биш йыл элеккегә ҡарағанда һиҙелерлек үҙгәрҙе, кешеләр нимә менән булһа ла һатыу итеү ынтылышынан арынып, техника, сәнәғәт производстволһы менән теләп ҡыҙыҡһына, уның айышына төшөнә башланы.
       Һуңғы ваҡытта беҙҙә бәләкәй эшҡыуарлыҡты дәүләтебеҙ әүҙем яҡлай, һәм сәнәғәтселәргә эшләүе хәҙер күпкә еңелерәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал