6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Акциялар һәм форумдар

Сәйәсәт менән ҡыҙыҡһынмаған кешене кем тиҙәр?
17.05.07


       Йәмғиәттә, йәки сәйәсәттә барған ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһынмаған кеше - грек телендә "идиот" (алйот). "Рәсәйҙә патриотлыҡ һәм милләтселек проблемалары" темаһына арналған "түңәрәк өҫтәл"дә философия фәндәре кандидаты Нәҙир Һиҙиәтов үҙенең сығышын ошондай аңлатманан башланы.
       Һөйләшеүҙә тикшерелә торған мәсьәләләр күп булды. "Милләтселек һәм патриотлыҡ - оҡшашлыҡ һәм айырмалыҡ", "Рәсәйгә милли идея кәрәкме?", "Рәсәй йәштәре һәм патриотлыҡ", "Сәйәси партиялар һәм милли мәсьәлә"...
       "Түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнашҡан ғилми хеҙмәткәрҙәр, сәйәси партиялар, йәмәғәт ойошмалары, дәүләт органдары вәкилдәре үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. Һәм һәр саҡ фекерҙәр тап килмәһә лә, мауыҡтырғыс һөйләшеү килеп сыҡты.
       Әммә алйоттарға әйләнеп ҡайтайыҡ.
       - Беренсе сиратта, - ти фәлсәфәсе Нәҙир Һиҙиәтов, - "патриотлыҡ" һәм "милләтселек" төшөнсәһен сәйәси күҙлектән сығып ҡарау кәрәкмәй. Аныҡ бер кешегә был тормошта үҙ урынын табырға "милләт", "ватан" төшөнсәләре ярҙам итәме? Ул йәшәгән урам, ҡала, ил яҡынлығын тоямы? Был кеше Тыуған иле менән, алйот булмағанына ғорурланамы?
       Һөйләшеүҙә ҡатнашҡан БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Геннадий Шабаев үҙ фекерен белдерҙе:
       - Милләтселек, ватансылыҡ, экстремизм проблемалары барыбыҙҙы ла борсой, - ти ул. - Был проблемаларҙы нисек хәл итергә? Милләтселек - ул йәмғиәт сире. Миҫал өсөн, Эстонияны алып ҡарайыҡ. Таллин урамдарында уҙған ваҡиғалар, былар һуңғы тамсы ғына. Башта Эстония халҡына сит ил телдәрен белеү зарур ине. Аҙаҡ эшкә ҡабул итеү ваҡытында башланды бүлеүҙәр... Һәм бына нимә килеп сыҡты - милләтселек, экстремизм һәм ксенофобия.
       - Башҡортостан Республикаһы, - тип һүҙен дауам итә Шабаев, - ҙур ил өлөшө. Республикала 100-ҙән ашыу милләт вәкиле йәшәй. Күп милләтле республикала этник-ара, милләт-ара проблемалар булмаһын өсөн күп нәмәләр эшләргә кәрәк, һәм эшләнелә лә.
       Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр  советы рәйесе Тимур Лоҡманов билдәләүенсә, Башҡортостанда республикала йәшәгән милләт мәктәптә үҙ телен өйрәнеү өсөн бар мөмкинлектәр ҙә булдырылған.
       - Рәсәйҙә 12 украин мәктәбе бар, шуның туғыҙы - Башҡортостанда, - ти Лоҡманов, - Свердловск өлкәһендә, Пермь крайында башҡорт мәктәптәре бөтөнләй юҡ. Башҡорт телен яҡларға кәрәк!
       - Башҡортостанда йәшәгән кеше башҡорт телен белергә тейеш, - тип һанай "Ғәҙел Рәсәй" төбәк бүлексәһе Советы бюро секретары Александр Козлов. - Патриотлыҡ һәм милләтселек - оҡшаш булмаған төшөнсәләр.
       "Севан" әрмән милли-мәҙәни үҙәк рәйесе Ашот Мурадьян 26 йыл Башҡортостанда йәшәй. Ун йыл элек "Севан" үҙәге булдырған, әрмән йәкшәмбе мәктәбе асҡан.
       - Тытыу йәшәргә кәрәк, - ти ул, - мин, кәйеф булғанда, башҡортса, татарса йырҙар йырлайым. Балалар туған телен белергә тейеш. Һәм ғаиләлә традициялар һаҡланырға тейеш - балалар өлкәндәрҙе хөрмәт итергә, тәмәке тартмаҫҡа тейеш.
       Профессор Расфар Төхфәтуллин ҡайһы бер проблемаларҙың хәл ителмәүенә бәйле борсолоу белдерҙе:
       - Ғалимдарҙы Ҡоролтайға саҡырмайҙар, - тип һүҙ башланы ул, - фәнни тикшеренеүҙәрҙең әһәмиәте ҙур бит һәм улар Хөкүмәт тарафына хупланырға тейеш. Мин тикшеренеүҙәргә аҡса яғынан ярҙам итеүҙәрен һорап Президентҡа мөрәжәғәт итәсәкмен.
       Һөйләшеүебеҙ ҡыҙыу үтте. Студенттар депутаттар, сәйәси партия вәкилдәре менән аралашҡандан һуң, бәлки, уйланырҙар: "Патриотлыҡ тураһында мин нимә әйтә алам? Тыуған илем менән ғорурлана аламмы? Миңә тормош ҡыҙыҡмы? Мин алйот түгелме икән?".

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал