6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Экология

Башҡортостан йылғаларында һыу кимәле кәмей
11.05.07


       Рәсми иҫәпләүҙәр буйынса, Башҡортостанда дүрт мең йорт һыу баҫа торған зонаға эләккән, шуның өс мең ярымы баш ҡалаға тура килә. Быйылғы ямғырҙар хәлде ҡатмарлаштыра. Ташҡын үтте, тип әйтә алмайбыҙ әле. Әммә йылғаларҙа һыу кәмеүгә таба бара.
       Башҡортостан - һыу объекттарына бай республика, уның территорияһында 13 мең ҙур һәм бәләкәй йылға иҫәпләнә, тағы ла бихисап күлдәр. Баш ҡала иһә өс ҙур йылға буйында урынлашҡан, шуға күрә ташҡын проблемаһы беҙҙең өсөн көнүҙәк тема булып тора.
       Ташҡын - тәбиғәт күренеше, беҙ уны йыл да тиерлек көтәбеҙ, һәм ташҡынға ҡаршы саралар ҡабул итәбеҙ.
       Быйыл февраль айында ташҡынға ҡаршы комиссия булдырылды, ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеүгә генә республика бюджетынан өс миллион һум аҡса бүленде. Был аңлашыла ла, ташҡынға ҡаршы эштәр уҙғарыу, һыу баҫа торған зонаға эләккән кешеләрҙе транспорт, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүгә средстволар талап ителә.
       Үткән йылда республикала ташҡын һәүетемсә үтте, быйылғыһын уның менән сағыштырып булмай. 2007 йыл ташҡынын 1979 һәм 2001 йылдарҙағы ташҡын менән сағыштыралар.
       - Барыһы ла эш режимында бара, - ти БР Тәбиғәттән файҙаланыу, урман ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министрлығының һыу объекттары менән файҙаланыуға хоҡуҡ биреү буйынса бүлек начальнигы Нина Кадраева. - Республика йылғаларында һыу кимәле кәмей. Дим йылғаһында ғына һыу кимәленең күтәрелеүе күҙәтелә.
       Өфө янында Ағиҙел йылғаһының кимәле, һуңғы күрһәткестәр буйынса, 855 сантиметр тәшкил итә, һуңғы тәүлектә 18 сантиметрға төшкән. Шакша янында Өфө йылғаһы кимәле - 845 сантиметр (20 сантиметрға кәмегән).
       Өфө ҡалаһы граждандарҙы яҡлау идаралығы етәксеһе Александр Сопин һүҙҙәренә ҡарағанда, быйыл яҙ 8 Март ҡасабаһында урау юл төҙөлөшө ваҡытында 400 метрлыҡ иҫке юл йыуҙырылған. Төҙөүселәр һыу китә торған ике үткәреү коллекторын яба, һәм ҙур дамба барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәлә юл һәм яҡын-тирәләге йорттар зыян күрә. Яңы юл сафҡа ингәс, коллекторҙар эшләй башлаясаҡ.
       Александр Сопин әйтеүенсә, ташҡын ваҡытында зыян күреүселәргә аҡсалата компенсация бирелә. Уның күләме ҙур түгел - бер кешегә мең һум, эйе, уныһы ла йыл да бирелмәй. Шуға күрә кешеләр үҙҙәре алдан ташҡынға әҙерләнә башларға һәм мөлкәтен страховкаларға тейеш. Күҙ алдына килтерегеҙ: йорт һыу баҫа торған зонала икән, страховка взносы күләме ниндәй буласаҡ? Ә быныһын инде һәр кем атҡара алмай.
       Туҡтамай яуған ямғырҙар хәлде ҡатмарлаштыра. Йылайыр, Ейәнсура райондарында апрель айында көн һайын тиерлек айлыҡ норма яуҙы. Был күренеш ташҡын кимәленә тәьҫир итмәй ҡалманы.
       Ташҡынға ҡаршы комиссия күрһәткестәре буйынса, баш ҡалала һыу баҫа торған зонала 13349 кеше йәшәй. Уларға ташҡын ваҡытында йәшәү өсөн санаторий һәм профилакторийҙарҙа урын булдырылды. Улар бындай ташҡын менән беренсе генә осрашмай, шуға күрә улар үҙ йорттарында ҡалыуҙы хуп күрә.
       Өфөлә генә һыу баҫа торған зонала ҡотҡарыу хеҙмәтенән 115 кеше эшләй. Дөйөм алғанда, 28 апрелдән 8 майға тиклем "ҙур ергә", тыуған йортҡа 45 мең кеше ташылған.
       Республика ташҡынға ҡаршы комиссия эшенең йомғаҡтарын май аҙағында - июнь башында беләсәкбеҙ. Ошо ваҡытта яҙғы ташҡынға бәйле сығымдар күләме асыҡланасаҡ.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал